Иртәнге сәғәттәрҙә ҡыҙынып ҡалырға тырышығыҙ йә булмаһа – сәғәт дүрттән-биштән һуң. Ун бер менән көндөҙгө дүрт араһында ҡояш нурҙары айырыуса әүҙем, улар тирегеҙҙе бешереүе ихтимал.
Беренсе тапҡыр ҡыҙынғанда, ҡояш аҫтында биш минуттан артыҡ булмағыҙ.
Ҡояшҡа сығыр алдынан минераль майҙар нигеҙендә эшләнгән крем һөртмәгеҙ. Эфир майҙары һәм еҫле май ҡулланмағыҙ.
Тирегеҙгә ҡояштан һаҡлай торган крем һөртөгөҙ. Бындай майҙарҙың ҡайһы береһендә “SPF” тип яҙылған билдә эргәһендә сифат күрһәткесе лә була. Мәҫәлән, “SPF-50” тип яҙылһа, был крем тире сәләмәтлеген ультрафиолет нурҙарҙан 50 тапҡырға нығыраҡ һаҡлай.
Башығыҙға эшләпә йә иһә панама кейегеҙ, күҙлек алырға ла онотмағыҙ.
Пляжда лимонлы һыу эсеү дөрөҫ.
Һыуға яҡыныраҡ булған һайын тиҙерәк ҡартаяһың. Һыуҙан сығып һөртөнмәгән осраҡта ла ҡояш нурҙары тиҙерәк “ашай”.
Ҡояшлы көндә спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай.
Ас килеш ҡыҙыныу ҙа тыйыла.
Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә. Тирегеҙ ҡартаймаһын тиһәгеҙ, ҡояштың зарарлы нурҙарынан һаҡланыу өсөн туҡланыу рационығыҙҙа сәтләүек, үҫемлек майы ла ҡулланығыҙ. Улар Е витаминына һәм селенға бай. Шпинат, кәбеҫтә, һуған ирекле радикалдарҙан һаҡлай.
Ниндәй ҙә булһа дарыу йә башҡа дауаланыу сараһын даими ҡулланған булһағыҙ, табип менән кәңәшләшмәйенсә ҡыҙына күрмәгеҙ. Күп синтетик дарыуҙар, айырыуса төрлө үләндәрҙән эшләнгәндәре ҡояш нурҙарының зарарын көсәйтә генә.