Тик ул сама белгәндәргә генә файҙалы
Быйыл йәй һуңлап килһә лә, берәгәй килде. Эҫе көндәрҙә ҡояшта ныҡ ҡыҙынып һаулығына зыян килтергәндәр ҙә бар. Бындай осраҡта ниндәй саралар күреү зарурлығы тураһында юғары категориялы табип, дерматовенеролог Марат Мансур улы ХӘЙҘӘРОВ менән әңгәмәләштек.
– Марат Мансур улы, республикала ҡояштан зыян күреп, дауаханаларға мөрәжәғәт итеүселәр күпме?
– Быйыл майҙан 10 июлгә тиклем Республиканың 1-се тире-венерология диспансерына 38 кеше ҡояштың зарарлы йоғонтоһонан сирләп килгән. Шуларҙың дүртәүһен дауаханаға һалдыҡ. Әле ҡояш тәьҫире арҡаһында килеп сыҡҡан тире ауырыуҙары тураһында ғына һүҙ бара һәм улар Өфөләге диспансерға мөрәжәғәт иткәндәре генә. Башҡа дауаханаларҙы иҫәпкә алғанда, һандар күпкә юғарыраҡ. Һаҡлана белмәй йөрөгәндәрҙең ҡайһы саҡ башына ҡояш һуға. Ҡояш тәьҫире һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тап-тимгелдәрҙе бөтөрөргә теләп, косметологтарҙа дауаланғандар ҙа бар.
– Ҡояш нурҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә ниндәй сирҙәр барлыҡҡа килеүе ихтимал?
– Ҡояштан булған дерматит (солнечный дерматит), йәғни фотодерматит нигеҙендә аллергия тәьҫире ята. Ҡояш нурҙарынан иркен радикалдар һәм ят матдәләр хасил була, улар организм өсөн аллерген. Һөҙөмтәлә тире елһенә, шешенә, ҡыҙара, хатта тирелә ҡыуыҡсалар килеп сыға. Был күренеш тиренең күпселек өлөшөндә күҙәтелһә, кешенең ни хәлдә булыуын төшөнөргө мөмкин. Зинһар, ошо дәрәжәгә еткәнсе ҡояшта ҡыҙынмағыҙ!
Фотоконтактлы дерматит, йәғни контактлы фотодерматит сирендә аллергия күренешенә тағы бер зарар өҫтәлә: елһенеү аллергендарҙан ғына түгел, алдан ҡулланылған дарыуҙар ҡояшҡа һиҙгерлекте арттыра, нурҙар тәьҫиренән хасил булған химик матдәләр токсин рәүешендә зыян килтерә. Шуға ла ҡыҙынған ваҡытта тирегә дарыу һәм төрлө косметик матдәләрҙе һөртөргә ярамай. Эҫелә инъекция-укол йә башҡа дарыуҙар ҡулланғанда, табип кәңәшен үтәү мотлаҡ.
Фотофитодерматит үҫемлектәр менән бер үк мәлдә ҡояш тәьҫиренән хасил була. Ҡайһы бер үлән һуттары тиренең ҡояшҡа һиҙгерлеген көсәйтә. Һөҙөмтәлә тире ҡайнар һыуҙан бешкән һымаҡ ҡабарып, ҡыуыҡланып сыға. Үләндәр менән эш иткәндә, ҡулға бирсәткә кейергә, туғайҙа ял иткәндә иһә кейенеп йөрөргә кәрәк.
– Ҡояш миңгә насар тәьҫир итә тип ишеткәнем бар...
– Миңле кешеләр күп. Ысынлап та, ҡояш нурҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә тирелә яман шеш хасил булыу ихтималлығы арта. Пигментлы миң таптарында меланома тип аталған тағы ла яманыраҡ шеш барлыҡҡа килеүсән. Быға ҡояш нурҙарының этәргес булыуы мөмкин, шуға ла миңле урындарҙы күрһәтмәҫкә тырышығыҙ, юғиһә унда яман шеш барлыҡҡа килеүе бар.
Ҡояш нурҙары аҫтында эшләгәндә нисек тә булһа миңдәрҙе ҡаплап йөрөргә кәрәк. Эҫе ваҡытта иртән йә кис эшләгәндәр ота, сөнки тура төшкән көндөҙгө нурҙар хәүефле.
Башҡа эҫе ҡапмаһын өсөн баш кейеме кейергә кәрәк. Ундай әйбер булмағанда, гәзиттән яһалған эшләпә йә иһә яулыҡ һымаҡ таҙа сепрәк тә ярап тора. Мунсала сабынғанда ла баш кейеме кәрәк.
– Организмға ҡояш кәрәк, тиҙәр. Ул саҡта нисек ҡыҙынырға һуң?
– Саманы белеп кенә ҡыҙынығыҙ. Тире бешкәнсе ҡояш аҫтында тәнде асып йөрөмәйҙәр. Ҡыҙыныуҙың ҡағиҙәләрен белеү мәслихәт.
Ҡояш, һис шикһеҙ, сихәтләндереү көсөнә лә эйә. Мәҫәлән, организмға Д витамины кәрәк. Ул балыҡ майында күп. Тик тормошта гел генә балыҡ майы эсеп тороп булмай. Тимәк, уны башҡа сығанаҡтарҙан да алырға тейешбеҙ. Ғәмәлдә ул – ҡояш нурҙары. Кеше организмына төшкән нурҙар ғына етмәй, тышҡы яҡтылыҡ та кәрәк. Ҡояштың ультрафиолет һәм яҡтылыҡ нурҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә тирелә Д витамины хасил була. Ул һөйәктә кальций туплап нығыта. Һөйәге ныҡ булғандарҙың быуындары һыҙламай.
Ҡояш беҙҙе туберкулёздан һаҡлауҙа ҡатнаша. Туберкулёз яҡтылыҡты, бигерәк тә ҡояш нурҙарын яратмай. Беҙҙең халыҡта тәҙрә быялаларын һөртөп тороу, кейем, мендәр һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡояшта тотоп алыу ғәҙәте элек-электән бар, был – туберкулёз йоғоуҙан һаҡланыуҙың бер сараһы.
Ҡояш нурҙары ярҙамында дауаланыу рәсми медицинала гелиотерапия тип атала. Был – климатотерапияның бер тармағы. Әлбиттә, гелиотерапия табип ҡарамағында башҡарыла.
– Марат Мансур улы, һеҙ ҡояштан файҙаланыу серҙәрен халыҡсан тел менән аңлатып бирҙегеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ файҙалы кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр тип ышанабыҙ.