Боронғолоҡто яҡтыртып…20.07.2018
Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана

Боронғолоҡто яҡтыртып…Башҡарған эштәре менән халҡыбыҙҙың хәтерендә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған замандаштарыбыҙ бар. Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловты ла һис икеләнмәйенсә шундай арҙаҡлы шәхестәребеҙ иҫәбенә индерергә була. Уның йөрәгендә йәшәгән рухи ялҡын иң тәүҙә тынғыһыҙ хеҙмәте аша балҡый кеүек. “XIX–XX быуат башында башҡорттарҙа урман хужалығы”, “Башҡорттарҙа үлән-тамыр, емеш-еләк, ҡыр балын йыйыу хужалығы һәм балыҡсылыҡ”, “XIX–XX быуат башында башҡорт халҡының транспорты”, “Башҡорттарҙа ыласын һунары”, “Башҡорттарҙың хужалыҡ итеүендә боронғо ысулдар: традициялар һәм яңы күренештәр” кеүек ғилми эштәре һәм йөҙҙән ашыу фәнни мәҡәләһе менән киң танылған ғалим, Раил Кузеев исемендәге премияның беренсе лауреаты Мирза Ғизетдин улы һәр ваҡыт халыҡ араһында булды, милләтебеҙҙең көнкүрешен, уның холоҡ-фиғелен тәрәндән өйрәнде. Бөрйән тауҙары ҡуйынына һырынып ултырған бәләкәй генә ауылда ябай халыҡтың кисерештәрен йөрәге аша үткәреп үҫеүе ошоға булышлыҡ иткәндер, моғайын…

Белем алыу еңелме?

…50-се йылдар. Ҡыш. Сатлама һыуыҡта теҙелешеп ултырған дәү ҡарағайҙар араһынан һиҙелер-һиҙелмәҫ булып ятҡан ат санаһы эҙенән арҡаһына үҙе буйындай, ифрат ауыр күренгән тоҡсай йөкмәгән 15-16 йәштәр тирәһендәге малай килә. Ул ваҡыты-ваҡыты менән урман араһына һағайыулы ҡараш ташлай, сөнки бүреләрҙең күплеге тураһында ололарҙан етерлек ишетте инде. Шулай ҙа малайға үҙе белем алған Темәс педагогия училищеһына ваҡытында барып өлгөрөргә кәрәк, ауылына бер көнгә генә һорап ҡайтҡайны бит. Ул да, исмаһам, яҡын ара түгел – Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылы бынан кәмендә 65-70 саҡрымда яталыр. Әммә белемгә сарсаған малай бындай һынауҙарға ла түҙергә әҙер… Ул хатта бүреләрҙән дә ҡурҡмай, сөнки ҡәҙер төнө күргән малайға тейергә йыртҡыстарҙың ҡыйыулығы етмәҫ, уларҙы Хоҙай үҙе аралай ти бит.
Ҡәҙер төнө шаһиты булыуын әле лә яҡшы хәтерләй билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, этнограф Мирза Ғизетдин улы Муллағолов. “II-III кластарҙа уҡып йөрөгән сағым. Тышҡа сыҡҡайным. Аяҡтарыма калуш кейгәнмен. Бер мәл төньяҡта күк йөҙө билдәһеҙ яҡтылыҡтан ярылып китте. Бар тирә-яҡ илаһи нурға тулғандай булды. Мин ҡурҡышымдан кире өйгә ҡарай йүгерҙем, калуштарым әллә ҡайҙа ятып ҡалды. Был хәлде ҡайтып һөйләһәм, атай көлә, әсәй: “Ҡәҙер төнө бәхетле кешегә генә асыла, теләк теләргә кәрәк ине”, – ти. Шул ҡәҙер төнө мине күп бәләләрҙән аралағандыр”, – тип һөйләй был ваҡиға тураһында Мирза Ғизетдин улы.
Буласаҡ ғалим 1938 йылдың 20 июлендә Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында Бибикамал менән Ғизетдин Муллағо­ловтарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Күп тә үтмәй, Ғизетдин ҡатынын һәм өс балаһын ҡалдырып һуғышҡа китә. Бибикамал иртә таңдан тороп колхозда эшләргә лә, балаларҙы ҡарарға ла өлгөрә. Ул йылдарҙа күптәр аслыҡтан яфалана. Мирзаға ла башҡа балалар менән ҡаҡы, бәпкә үләне, ҡуянтубыҡ (ҡырағай кишер) менән туҡланып үҫергә тура килә.
Бәхеткә күрә, атаһы 1946 йылда һуғыштан имен-аман әйләнеп ҡайта. Ете балалы ишле ғаиләлә үҫә бөгөнгө ғалим. Үҙ ауылында етенсе класты тамамлағас, белем алыуын дауам итеү теләге менән Мирза Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә.
Белем алыу һис еңел бирелмәй уға. Ярты быуат үтһә лә, ул йылдар Мирза Ғизетдин улының әле лә иҫендә. Хәтерҙән юғалырлыҡ та түгел шул – ниндәй генә нужалар күрергә, ниндәй генә һынауҙар аша үтергә тура килмәй үҫмергә.
“Бөрйәндән Темәс педучилищеһында уҡыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине”, – тип хәтерләй Мирза Ғизетдин улы. – Үҙем менән алып барған аҙыҡ бөтә лә ҡуя, шуға күрә уҡыу араһында ла ҡайтып килергә тура килә. Йома йә шәмбе көнө ҡайтып китәм һәм өйҙә бер тәүлек булып кире юлға сығам. Көн дауамында йәйәүләп 65 саҡрым юл үтергә кәрәк бит, төнгө дүрттәр тирәһендә ҡуҙғалам. Арҡама дөйөм ауырлығы 20 килограмдан ашыу булған аҙыҡ тулы тоҡсай йөкмәйем. Аяҡта рәтле кейем юҡ, тәүге йылда сабата кейҙем, киләһе йыл быймала йөрөргә насип булды. Шулай йөкмәнеп юлға сығам – бер ҡулымда таяҡ, артымдан бау һөйрәлеп килә – был бүре-маҙарҙы ҡурҡытыр өсөн эшләнелә. 65 саҡрымды бер көндә үтеп, ҡараңғы төшкәс, Темәскә килеп инәм. Хәҙер үҙ-үҙемә аптырайым: белем алырға ынтылыш шул тиклем көслө булдымы икән? Бүрегә эләгеүем дә ихтимал ине бит – ул заманда йыртҡыстар өйөрө-өйөрө менән йөрөй торғайны. Ҡайһы саҡта көрт йырып бараһың, туңып үлеү ҡурҡынысы ла юҡ түгел”.

Танылған ғалимға әйләнгәне

Темәстә ике йыл белем алғас, уҡыу йорто ябылыу сәбәпле, Мирза Белорет педагогия училищеһына уҡырға күсергә мәжбүр була. Бында ла йөрөп уҡыу еңел булмай үҫмергә. Ҡыш Бөрйәндән Белорет районының Ҡағы ауылына тиклем йәйәү барып, ҡалған юлды йөк машиналарының кузовында үтә.
Мирза Ғизетдин улының шул иҫендә ҡалған: уҡыусы балаларҙы Белоретҡа алып килеп урынлаштырғас, улар училище янында торған икмәк магазинын күреп ҡала ла шунда йүгерә. Кемдең күпме аҡсаһы бар, шуға икмәк һатып ала үҫмерҙәр. Асығып йәшәү үҙәктәренә үткәндер, моғайын.
Училищела һынатмай Мирза. Бигерәк тә математика, физика фәндәренә һәләтле булыуы асыҡлана, матур итеп һүрәттәр яһай. Рәссам уҡытыусыһы Мирзаны уҡыуҙы тамамлағас, Вильнюс сәнғәт институтына уҡырға китергә өгөтләй, әммә уға рәссамлыҡҡа уҡырға тура килмәй. Бөрйән районында балалар уҡытып йөрөгән саҡта хәрби хеҙмәткә саҡырыу килеп төшә. Һаулығы буйынса Мирза Хәрби-һауа көстәренә яраҡлы тип табыла. Әммә уны хәрби хеҙмәт үтергә юлға сығырға торған мәлдә ауылда уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, махсус ҡарар менән алып ҡалалар. “Тиңдәштәрем менән хеҙмәт итергә теләйем”, – тип ҡарай ҙа, тыңлаусы ғына булмай.
Мирза һис кенә бирешергә теләмәй, хәрби комиссар исеменә армияға алыуҙарын үтенеп ғариза яҙа башлай. Бер яҙа, ике яҙа, өсөнсөһөндә, ниһайәт, ебәрергә булалар. Шулай итеп, Мирза теләгенә өлгәшә, әммә үтә лә эҫе климатлы Урта Азияның ҡомло далаларына, танк ғәскәренә оҙатыла. Хәрби хеҙмәттә башҡорт егеттәренә сүллеккә өйрәнеп китеү еңелдән булмай, улар эсәр һыу етмәүҙән йонсой.
Өс йыл хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡас, Мирза Муллағолов юғары белемле булыу маҡсаты менән баш ҡалаға юллана. Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына уҡырға ингәс, йәш егет үҙе өсөн тарих тип аталған яңы донъяны аса. Студенттың этнография фәне менән ҡыҙыҡһына башлауында билдәле башҡорт ғалимы Раил Ғүмәр улы Кузеевтың йоғонтоһо көслө була. Уҡытыусыһы тәҡдим иткән китаптарҙы уҡып, көндәр буйы китапха­наларҙа ултыра, үҙенә яңы асыштар яһай. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул студент сағында уҡ “Этнография” журналын алдыра һәм уҡый. Тиҙҙән Мирза уҡытыусыһының тәҡдиме менән тап ошо өлкәлә шөғөлләнергә ҡарар итә. Студент сағында уҡ Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондарына үҙенең тәүге сәйәхәттәрен яһай. Был йыйылған мәғлүмәттәр тиҙҙән уның ғалимдар тарафынан юғары баһаланған “XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Бөрйән башҡорттары торлағы” тип аталған диплом эшендә туплана.
Университетты уңышлы тамамлағас, Мирза Ғизетдин улы башкөллө уҡытыусылыҡ эшенә сума. Бер нисә йыл Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондарында балаларға белем бирә. Балалар ҙа йәш уҡытыусыны ярата, педагогтар араһында ла ул ихтирам яулай. “Бер ваҡытта ла кешене кәмһетмәнем, “һин белмәйһең” тип бер балаға ла әйткәнем булманы”, – ти ғалим бөгөн.
Р.Ғ. Кузеев үҙенең элекке студентының һаман да этнография менән ҡыҙыҡһыныуын һиҙә һәм Өфөгә эшкә саҡыра. Тиҙҙән йәш ғалим Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре булыу бәхетенә өлгәшә. Уны этнографияла быға тиклем аҙ өйрәнелгән өлкәләр ҡыҙыҡһындыра. Бигерәк тә башҡорттарҙың борон-борондан килгән шөғөлдәре һәм кәсептәре, халыҡтың транспорт саралары уға ҡыҙыҡлы тойола. Тиҙҙән Мирза Ғизетдин улы этнографияла танылған ғалимға әйләнә.
Мирза Ғизетдин улына тарихсы сифатында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең 500-ҙән ашыу төбәгендә булырға насип итә. Беҙҙең республикала был тынғыһыҙ ғалим булмаған урындар бөгөн бик һирәк. Экспедицияларҙа этнограф урындағы халыҡ менән яҡындан аралаша, уларҙың тормош-көнкүрешен, йәшәйешен өйрәнә, сағыштыра, һығымталар яһай. Былар барыһы ла һуңынан ғилми мәғлүмәт булараҡ аҡ ҡағыҙға төшә. Улар бөгөн йөҙгә яҡын уникаль хеҙмәттәр, шул иҫәптән алты монография, тиҫтәләрсә махсус мәҡәлә башҡорт халҡының мәҙәниәте буйынса кәрәкле мәғлүмәт бирә. Юҡҡа ғына академик Раил Кузеев Мирза Ғизетдин улын Н.С. Гурвич, Н.С. Полищук, Г.Н. Симаков кеүек танылған этнографтар менән бер рәткә ҡуймағандыр.

Үткәнеңде бел — киләсәгеңде ҡорорһоң

Мирза Муллағоловтың тынғыһыҙ хеҙмәте этнографияның быға тиклем ҡараңғы биттәрен асыҡларға ярҙам итте. Мәҫәлән, “XIX–XX быуат башында башҡорт халҡының транспорты” хеҙмәтен Эстония профессоры Антс Вийрес был йүнәлештә Урал һәм Волга буйы төбәге буйынса башҡарылған берҙән-бер тикшеренеү икәнлеген билдәләне, Томск дәүләт университеты профессоры Надежда Лукина уны классик хеҙмәттәр иҫәбенә индерҙе. Ә “Башҡорттарҙың хужалыҡ итеүендә боронғо ысулдар: традициялар һәм яңы күренештәр” тигән фәнни-популяр хеҙмәтендә автор халҡыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән традицион туҡланыу һәм кәсеп итеү ысулдарын тикшерҙе, уларҙың ҡоролоҡ һәм ҡытлыҡ осоронда туҡланыу өсөн файҙалы үлән тамырҙарының, шул иҫәптән үләндәрҙең дә практик яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
1921 – 1922 йылдарҙағы йотлоҡ осоронда, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа халҡыбыҙҙың байтаҡ өлөшөн тап тәбиғәтебеҙ ҡотҡарҙы ла инде. Ашарға яраҡлы тамыр аҙыҡ, емеш-еләк менән туҡланыу, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү шул быуынды үлемдән аралап ҡала. “Әммә һуңғы 50 – 60 йыл эсендә башҡорттарҙың көнитмеше тулыһынса тиерлек үҙгәрҙе: элеккебеҙ тураһында хәтирәләр бик аҙҙарҙың ғына иҫендә һаҡланып ҡалды. Ҡалаларҙа йәшәүселәр иһә уның тураһында бөтөнләй белмәй тиерлек. Балыҡсылыҡ менән дә шул уҡ хәл: был кәсептең боронғо ысулдары тураһында яйлап онотоп барабыҙ”, – тип яҙыла китапта. Шулай ҙа милләтебеҙҙе этнос булараҡ киләһе быуындарға һаҡлап ҡалырға теләһәк, традицион хужалыҡ итеү өлкәһендәге был үҙенсәлектәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдыра алмайбыҙ. “ХIХ–ХХ быуат башында башҡорт халҡының транспорты”, “ХIХ–ХХ быуат башында башҡорттарҙа урман хужалығы” һәм башҡа хеҙмәттәре Финляндия һәм Норвегия этнография музейҙарын да ҡыҙыҡһындырҙы.
Билдәле этнографтың ике тиҫтә йыл дауамында башҡарған тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә яҙылған “Башҡорттарҙа ыласын һунары” тигән китабы ла йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Белгес һунарсылыҡтың был төрөн тәфсирләп өйрәнеп, уҡыусыға шул заман оҫталарының серҙәрен еткерергә тырышты. Үҙенең тикшеренеүендә яҙма сығанаҡтарға, фольклор һәм архив материалдарына (мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы Фәндәр академия­һының һәм Рәсәй география йәмғиәтенең архивтарында һаҡланған документтарға, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тарих архивынан тапҡан мәғлүмәттәргә) таянды. Шул уҡ ваҡытта шаһиттарҙан йыйылған күрһәтмәләр ҙә ситтә ҡалмаған – мәҫәлән, Дим башҡорттары (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы) аҡһаҡалдарынан тупланған мәғлүмәттәр ҙә индерелде.
Этнограф был һунарсылыҡ төрөнөң генетик сығанаҡтарын барларға тырышҡан, уның милләтебеҙ тормошондағы һәм мәҙәниәтендәге әһәмиәтен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған. Әйткәндәй, ғалимдың ошондай ҡайһы бер хеҙмәттәре Лондондағы ыласын һунары үҙәгенә лә ҡуйылған. Тимәк, унда ла боронғо башҡорт кәсебе хаҡында беләләр! Шулай уҡ Көнбайыш Европа һәм ғәрәп илдәрендә лә китап тоғро уҡыусыларын тапты.
Этнография менән етди шөғөлләнеү еңел бирелмәй, әлбиттә. Мирза Ғизетдин улының үткән быуаттың 60-сы йылдарында был йүнәлештә әүҙем эшләй башлағанын иҫәпкә алғанда, уның ниндәй фиҙакәр хеҙмәт талап иткәнен төшөнөргә була. Ауылдар араһында бөгөнгө кеүек асфальт юлдар һәм шаулап үтеп торған техника юҡ. Мәҫәлән, ғалим үҙенең Аҡназар ауылынан Атингән ауылына (Хәйбулла районы) ниндәй ыҙалыҡтар менән барып еткәнен һаман да онотмай. “Юлға сыҡҡайным, һыҙырып һалҡын ямғыр яуырға тотондо. Әлбиттә, мин лысма һыу булдым. Уныһына ҡайғырмаҫ та инем – әммә документтарым һәм яҙмаларым менән дәфтәрем дә һығып алырлыҡ ине. Ә бер мәл дауыл башланып китмәһенме! Әлбиттә, был хәл эҙһеҙ үтмәне – бик оҙаҡ ҡына сирләп түшәккә йығылдым. Шулай ҙа имен-аман ҡалғаныма ҡыуандым”, – тип хәтерләй Мирза Ғизетдин улы. Уның шул ваҡыттағы тикшеренеүҙәре һуңынан монографик хеҙмәттәргә һәм фәнни мәҡәләләргә туплана.
Мирза Ғизетдин улы — өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Зилә Зыяз ҡыҙы менән ике бала – ул һәм ҡыҙ — тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн үҙҙәре бәхетле олатай менән өләсәй инде. Әйткәндәй, Муллағоловтар ғаиләһе тағы бер күренекле шәхесе менән дан тота – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың халыҡ мәғарифы отличнигы, бик күп яҙыусылар тәрбиәләүсе Марат Ғизетдин улы (бөгөн мәрхүм инде) уның бер туған ҡустыһы ине.
Эйе, Раил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты Мирза Муллағолов – этнография өлкәһендә иң әүҙем эшләгән башҡорт тарихсыларының береһе. “Этнографияның төп маҡсаты – ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәтенә таянып, халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен, милли үҙаңын һаҡлап ҡалыу һәм быны дәүләт кимәленә сығарыу. Үткәнеңде белмәйенсә киләсәгеңде ҡороп булмай. Тап үҙ тарихын онотмауы, рухының көслө булыуы арҡаһында күпме тапҡыр ҡырылып юҡҡа сығыу хәүефе янағанда ла башҡорт халҡы ҡабат аяҡҡа баҫа алған”, – тип фекерләй бөгөн 80 йәшен билдәләүсе ғалим. Һис шикһеҙ, дөрөҫ һәм ғәҙел һүҙҙәр. Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнеүсе ғалимдарыбыҙ үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асып, беҙҙе ғәжәйеп серҙәр менән генә таныштырып ҡалмай, киләсәгебеҙгә күпер ҙә ҡора икән…


Вернуться назад