“Үткән ғүмер”, “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ исем”, “Башҡорттар”... Башҡортостан телевидениеһында барған был тапшырыуҙарҙан сикһеҙ күңел йылыһы бөркөлә. “Йөрәк һүҙе” лә ошо иҫәпте тулыландырҙы. Кеше күңеленә тулышып, шартлар сиккә еткән йөрәк һүҙҙәре әйтелде бында. Өс быуын вәкилдәре ҡатнашыуы тапшырыуҙы айырыуса отошло итте. Әсәле-ҡыҙлы Зөлфиә Ханнанова менән Гүзәл Әлибаева, аталы-уллы Мөнир менән Йәдкәр Ҡунафиндар, әсәле-уллы Лариса менән Хасбулат Абдуллиндар... Уларҙың һәр һүҙе оло йыһанға оран булып яңғырап, халыҡ күңеленең иң төпкөлөндәге уй-хистәрҙе, аһ-зарҙы урғылдырып сығарып, күҙҙәрҙән йәш итеп ағыҙҙы. “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигәндәй, “Йөрәк һүҙе” лә барлыҡ быуын вәкилдәре өсөн дөйөм мөрәжәғәт булды.
Тапшырыу әле лә дауам итә. Әммә ике кеше араһындағы һөйөүҙе сағылдырған сығыштар өҫтөнлөк ала бара һымаҡ. Һүҙ юҡ, мөхәббәт – саф, тәрән тойғо, тыуымдың башы. Ә бит “Йөрәк һүҙе”нең төп мәғәнәһе – һөйөү емеше булып тыуған сабыйҙың бөгөнгөһөн, киләсәген ҡайғыртыу, кешелекте ҡурсаларға ынтылыу. Унда, баштағыса, тотош халыҡтың яҙмышына, изге бурыстарына бәйле һүҙҙәр әйтелергә тейеш. Тапшырыуҙың төп мәғәнәһен ябайлаштырырға, асылынан тайпылырға ярамай. Юҡһа был әйткән һүҙеңдән баш тартыуға тиң буласаҡ. Әҙәм балаһы донъяуи мәсьәләләрҙең уңышлыһын да, киҫкендәрен дә күңеле аша үткәрә. Шуға ла уға “Йөрәк һүҙе” кеүек асыҡ, ихлас, хаҡ проекттар яҡын.
Был эште ҙур ҡыйыулыҡ, оҫталыҡ һалып ойошторған, тәрән мәғәнәле сығыштары менән ҡыуандырған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтле халҡыбыҙ. Улар авторҙарға теләктәшлек белдерә, киләсәктә ошондай проекттарҙың күберәк булырына ышана. Һүҙ юҡ, бөгөн тормошта бер нигә ҡытлыҡ кисерелмәй. Йәшәй белгән өсөн донъя ғәжәп матур. Шул уҡ ваҡытта кешелек өсөн иң юғары сифаттар – мәрхәмәтлелек, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ, илһөйәрлек, телһөйәрлек, намыҫ – үҙ ҡиммәтен юғалтмаһын ине, тип тибә йөрәктәр. Әҙәм балаһы быға ышана, өмөтөн өҙмәй. Тап шул теләк сағыла йән аҙығы булған “Йөрәк һүҙе”ндә. Уны артабан да үҙ юлынан тайпылдырмай алып барыу зарур.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.Өфө ҡалаһы.