Йылмайыу бүләк итәләр20.07.2018
Мин оло йәштәмен инде, быйыл 90 йәш тулды. Шулай ҙа теш­тәрем­дең сәләмәт­леген ҡай­ғыр­тыу, ва­ҡытында дауалау минең өсөн ғүмер буйы төп ҡағиҙә булды. Әле лә йорт эргәмдәге “Ғаилә стоматологияһы” кли­никаһына йүнәлдем. Унда сиратта бер ир: “Бына мин Германияла ҡуйҙырған тештәр 20 йыл хеҙмәт итте. Ә беҙҙә ундай шәп теш табиптары юҡ”, — тип ултырҙы. Мин уға ҡарап: “Әлбиттә, бар. Бына минең дә коронкам 20 йыл торҙо, клиниканың баш табибы Семен Борисович ҡуйғайны”, — тинем. Хәҙер ул оҫта табип Израилға китте. Унан һуң баш табип Анатолий Гончаров булды, ул эшләгән коронкалар ҙа ике тиҫтә йыл торҙо. Анатолий Викторович хаҡлы ялда инде. Клиниканы һәйбәт кадрҙар менән тәьмин итеп китте. Шуларҙың береһе — стоматолог-хирург Марат Закировты бик оҫта белгес, тиҙәр. Клиника мөдире Рәмил Мусин, табип Мариф Мамедов, коммерция бүлеге мөдире Руслан Аҙнағоловтың эшенән клиенттар бик риза. Бында – заманса йы­һаз­ландырылған кабинеттар, ал­дынғы технология. Кешеләргә йылмайыу бүләк итеүсе табип­тарға оло рәхмәтемде белдерәм. Эштәрендә уңыштар теләйем.

Нәжиә ИСМӘТОВА,
һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.


Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад