Хикмәттәр05.05.2012
Бер быяланың ике сифаты

— Ниңә аҡсаһы күп кеше үҙенең эргәһендәгеләргә иғтибар итмәй? — тип һораған бер егет аҡһаҡалдан.
— Тәҙрәгә ҡара әле. Унда нимә күрәһең?
— Эскәмйәлә бер ҡарт ултыра, теге яҡтараҡ — сабыйын күтәргән әсәй...
— Ә хәҙер көҙгөгә баҡ. Унда нимә сағыла?
— Үҙем.
— Икеһе лә бер үк быяла. Әммә береһенә көмөш ялатыу менән ул үҙеңдән башҡа бер кемде күрһәтмәй башлай.

Ҡайһы бүре көслөрәк?

Олатай ейәненә тормош ысынбарлығын асып һала:
— Һәр кешенең эсендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүге йәнлек көнсөллөк, үкенес, ялған, мин-минлекте өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ өсөн алыша.
— Ә ҡайһы бүре еңеп сыға? — тип һорай бик ныҡ уйға ҡалған ейәне.
— Ҡайһыһын күберәк ашатһаң, шуныһы.

Күмәк көстө еңеп булмай

Ике күрше йәшәгән. Тәүге ҡар яуып, юлдарҙы күмеп киткәс, һул яҡта йәшәүсе көрәк тотоп сығып, ихатаһын таҙартып ҡуйған. Эш мәлендә күршеһенең ишек алдына күҙ һалған. Ә унда юл күптән ярылған икән.
Иртәгәһен тағы ла ҡар яуған. Һул яҡтағы күрше, алдараҡ өлгөрөргә теләгәнлектән, кисәгенән бер сәғәткә алда тороп, эшкә тотонған. Ҡараһа, күршеһе ихатаһын тағы ла тап-таҡыр итеп таҙартып ҡуйған, ти.
Өсөнсө көндө ҡар тубыҡҡа ҡәҙәр яуған. Һул яҡтағы күрше, тағы ла иртәрәк тороп, ҡулына көрәк алған да аптырауҙан хайран ҡалған: күршеһенең ишек алды был юлы ла ялтырап ята!
Ошо көндө улар урам буйында осрашҡан.
— Ҡара әле, күрше, һин ишегең алдындағы ҡарҙы ҡасан таҙартып өлгөрәһең ул?
Күршеһе был һорауға тәүҙә аптырап ҡалған, унан көлөп ебәргән:
— Бер ҙә таҙартҡаным юҡсы. Миңә бит дуҫтарым күп килә!


Вернуться назад