Үҫеш, һаулыҡ нигеҙе20.07.2018
Сабыйҙы имеҙеүгә Исламда ҙур иғтибар бүленә. Был ғәмәлдең мөһимлеге хаҡында “Әл-Бәҡара”, “Ҡатындар”, “Хаж”, “Хикәйә”, “Лоҡман”, “Ҡомдар”, “Ҡатын айырыу” сүрәләрендә әйтелә. Дөйөм алғанда, Ҡөрьәндә сабыйҙы имеҙеү хаҡында 14 тапҡыр тәҡрарлана.

Күкрәк һөтө – бала өсөн иң кәрәкле, мөһим аҙыҡ. Ул һаулыҡты яҡшырта, мейе­нең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, әсәй менән сабый араһындағы бәй­лә­неште нығыта. Күкрәк һөтө лейко­циттарға, инфекцияға ҡар­шы факторҙарға бай. Уны ба­ла организмы тиҙ һәм һәй­бәт үҙләштерә. Әсә һөтөндә мөһим фермент – липаза – бар. Ул майҙы тиҙ үҙләш­тереү мөмкинлеген бирә. Был фермент магазинда һатылған әҙер ҡатнаш­ма­ларҙа ла, һыйыр, кәзә һөтөндә лә юҡ.
Яһалма туҡландырылған балалар илаҡ, сабырһыҙ бу­ла. Әсә һөтөндә иһә тыныс­ландырыусы матдәләр бар. Тәбиғи аҙыҡ шулай уҡ, алда әйтелгәнсә, сабыйҙың мейе үҫешен яҡшырта. Ғилми тикшеренеүҙәр күрһә­теүен­сә, әсә һөтө менән туҡланған балаларҙың аң кимәле юға­рыраҡ, зиһене үткерерәк, ки­ләсәктә уңыш­тары күберәк.
Имеҙеү әсә кешенең үҙе өсөн дә файҙалы.
* Ул бала тапҡандан һуң аналыҡтың элекке хәленә тиҙерәк ҡайтыуына бу­лышлыҡ ҡыла. Был үҙ сиратында ҡан килеүен кәме­тә, анемиянан һаҡлай.
* Имеҙеү күпмелер ва­ҡыт­ҡа ауырға ҡалыуҙы кисектерә.
* Һөт бүленеп сыҡҡанда 200-500 калорий юҡҡа сыға. Сабыйын яһалма туҡ­лан­дырған әсәгә иһә ошондай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн көн һайын даими күнекмә яһарға, спорт менән шөғөл­ләнергә тура киләсәк.
* Ғилми тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, имеҙгән әсәләр түллек биҙе, аналыҡ яман шеше сирҙәре менән һирәк ауырый.
* Имеҙеү мастопатиянан тәбиғи дауаланыу мөм­кинлеген бирә. Табиптар сабыйҙы өс йәшенә тиклем күкрәк һөтө менән туҡ­ландырырға тәҡдим итә.
Бала тыуғас, әсәнең түшенә тәүҙә ыуыҙ төшә. Ул – сабыйҙың ашҡаҙаны өсөн иң кәрәкле, еңел аҙыҡ. Ыуыҙ аҡһыл һары төҫтә, шыйы­ғыраҡ була. Артабан яйлап һөткә әйләнә. Яңы тыуған сабый өсөн тәбиғи процесс был, Аллаһ Тәғәләнең оло хикмәте. Уны боҙоуҙың – баланы имеҙмәүҙең – насар һөҙөмтәгә килтереүе бик ихтимал. Сабый ҙа, әсәй ҙә Раббы­быҙҙың ниғмәтенән мәхрүм булмаҫҡа тейеш. Алда әйтелгәнсә, был ғәмәл хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә күп тапҡыр тәҡрарлана. “Әсәләр балаларын теүәл ике йыл имеҙһен”, – тиелә, мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрә­һендә.


Вернуться назад