“Хәҙерге балалар өйҙән сыҡмай – интернетта ултырыуға әүәҫләнде” тигән һүҙҙәр йыш ишетелһә лә, шөкөр, бөтөн ерҙә лә улай түгел. Ата-әсәһенә ихлас ярҙам иткән, һөнәргә өйрәнергә тырышҡан, ваҡытын бушҡа уҙғармаған малай-ҡыҙҙар күп. Барыһы ла ғаиләләге тәрбиәгә бәйле шул....Бына бер бәләкәй ҡыҙ әсәһе менән еләк йыйып ҡайтып килә. Арыһа ла, кәйефе көр. Ҡайтҡас та уйнарға сығып китмәйәсәк ул, ә әсәһенең еләкте нисек эшкәрткәнен ҡарап, өйрәнеп торасаҡ. Исламда ҡыҙҙарға шулай бәләкәйҙән өй тәрбиәһе бирергә, хеҙмәткә өйрәтергә ҡушыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙы, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, “бик шәп”, “яҡшы эшләгәнһең”, “тағы ла тырышыңҡыраһаң...” кеүек һүҙҙәр менән маҡтау дөрөҫ түгел. Бындай хуплауҙан һуң ҡыҙ баланың холҡо малайҙыҡына тартым була башлай. Маҡталыу өсөн ул фәҡәт уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуясаҡ. Ә был ҡыҙ кеше өсөн кәрәкме? Асылынан тайпылған әҙәм балаһы бәхетле буламы? Мәғлүм ки, дөрөҫ тәрбиә алмаған ҡыҙҙарҙың күбеһе артабан тик хеҙмәт ҡаҙаныштарына, карьераға ынтылыусан кешегә әүерелә. Шуларҙан башҡа бер нәмә лә күрмәй. Ваҡыт үтеү менән ундайҙар дөрөҫ юлдан бармағанын, яңылышҡанын, бәләкәйҙән һөйөүгә мохтажлығын аңлай.
Ҡыҙ кеше өсөн иң мөһиме – үҙен яратыуҙарын тойоу. Шуға ла уға наҙлы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк. Дини китаптарҙа ҡушылғанса, “һин – минең хазинам, Аллаһ биргән оло бүләкһең”, “тормошомдо биҙәүсе, йәмләүсеһең”, “мин һине шул ҡәҙәр яратам” тип әйтеп тороу ҡыҙсыҡтарҙың күңелен үҫтерер, уларға үҙен яратылған, кәрәкле кеше итеп тойоуға булышлыҡ ҡылыр. Һөйөү мөхитендә буй еткергән гүзәл зат ошондай тәрбиәне үҙ ғаиләһендә лә дауам итер.
Мәғлүм ки, атайҙарҙың күбеһе тип әйтерлек ҡатынының ул тыуҙырыуын көтә. Өмөттәре аҡланмаһа, бәғзеләр ҡыҙын малай кеүек итеп тәрбиәләй башлай. Был – Аллаһтың биргәне менән риза булмау, баланың үҫешен тотҡарлау, уны төп асылынан тайпылдырыу, яҙмышын боҙоу. “Әҙәм балаһының күңелендә иман ни тиклем ныҡ, ул шул тиклем үк ҡатын-ҡыҙға һөйөү, хөрмәт менән ҡарай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең “Ҡыҙҙар бөтөн йөрәге менән яҡындары өсөн һыҙлана, улар – ярҙамсы һәм бәрәкәт килтереүсе” тигән һүҙҙәрен дә онотмау зарур.
Гүзәл затты Аллаһ Тәғәлә йорт усағын һаҡлаусы, нәҫелде ишәйтеүсе итеп яралтҡан. Ҡыҙҙарға ошо тәрбиә бәләкәйҙән һеңдерелһә, улар ирҙәр урынына ынтылмаҫ, йәмғиәттә дәрәжә яуларға атлыҡмаҫ, ә үҙенең төп бурыстарын атҡарып, күберәк файҙа килтереп йәшәр, һөҙөмтәлә, һис шикһеҙ, көслө заттың да, милләттең дә, өммәттең дә, дәүләттең дә ҡеүәте артыр. Аллаһ Тәғәлә һәр кемгә тәғәйен ғәмәлдәр билдәләгән, уларҙан ситкә китмәү – ҡот, ырыҫ, бәрәкәт нигеҙе.
Ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәттең ниндәй булырға тейешлеге Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың түбәндәге шиғырында айырыуса йылы әйтелә:
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Наҙлауҙы йәлләмәгеҙ,
Йәберҙәр ебәрмәгеҙ,
Ситтәргә тибәрмәгеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡушылып һыҙланығыҙ,
Ашығып ҡуҙғалығыҙ,
Ярҙамға юлланығыҙ.
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ,
Ҡылығын кәмләмәгеҙ,
Ҡуҙҙарын дөрләтегеҙ,
Йәндәрен гөрләтегеҙ.
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уҙғаныбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уңарыбыҙ,
Ҡыҙҙарҙа – уҙарыбыҙ...
Ҡыҙҙарҙан ҡуҙланығыҙ,
Янығыҙ, һыҙланығыҙ,
Һөйөүҙән наҙланығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы ҡыҙғанығыҙ,
Ҡыҙҙарҙы әрләмәгеҙ...