Йөҙ мең һум кемгә бирелә?18.07.2018
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Унда һүҙ Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре тураһында барҙы.

Быйыл 54 сығарылыш класс уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған! Егет һәм ҡыҙҙар күбеһенсә йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия һәм биологияны һайлаған. Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова билдәләүенсә, имтиханда 81 һәм унан да күп балл йыйыу­сылар артҡан. Дөйөм алғанда, һөҙөмтәләр былтырғы йыл менән сағыштырғанда юғары.
Шул иғтибарға лайыҡ: әгәр 100 балл йыйған сығарылыш класы уҡыусылары республика вуздарының береһен һайлаһа, уларға 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған сертификат тап­шы­ры­ла­саҡ. Улай ғына ла түгел, юғары уҡыу йорто йыл дауамында ун­дай­ҙарға тағы 10 мең һум стипендия түләйәсәк. Бындай программа һә­ләт­ле яҡташтарыбыҙ сит яҡтарға сығып китмәһен, ә үҙебеҙҙә ҡалһын өсөн эшләнгән.
100 балл йыйған Шамил Әхтәмовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул гим­назияла махсус курстарға даими йөрөгән, педагогтарҙан алған белем ныҡ ярҙам иткән. Химиянан имтиханды ярты сәғәттә тамамлаған. Үҫмер үҙеңә генә ышанырға кәрәк тигән фекер әйтте. Ә бына Эмиль Садиҡов бер нисә йыл рәттән репетитор менән шөғөлләнгән. Имтихан ауыр түгел, бары психологик кәртәне үтеү ҡыйын икәнлегенә баҫым яһаны ул.



Вернуться назад