Үҙең бүләк05.05.2012
Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре Роза Сәхәүетдинова көйө
Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға?
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағырмы икән ярҙарға?
Әгәр һөйһәң, яҙҙар булып һөйһәң,
Йөрәгемдә һағыш һүрелер.
Яҙғы ҡояш көткән мөхәббәтем
Гөлдәр булып нурға күмелер.
Йәшлегемде һиңә бүләк иттем,
Ғүмер наҙым булһаң, һуңлама.
Үҙең бүләк, үҙең генә бүләк —
Миңә бүтән бүләк һайлама.