Туғанлыҡ хистәрен нығытып18.07.2018
Туғанлыҡ хистәрен нығытыпТыуған төйәгенә нур өҫтәп, бынамын итеп донъя көткән Сәриә менән Самат Һамарбаевтар Ҡолсора ауылынан. Быуат башында өйләнешкән парҙың хәҙер инде биш балаһы буй еткерә. Өлкәндәре Х класты тамамланы, кинйәләренә – өс йәш. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ҡырҙа эшләй, хужабикәнең иңендә иһә – йорт-ихатаны ҡарау, бала тәрбиәләү бурысы.


– Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа. Ишле ғаиләлә балалар ярҙам­сыл, хәстәрлекле булып үҫә, араһында туғанлыҡ хисе көслө, өлкәндәре бәләкәстәренә терәк, – ти бәхетле әсә. – Балаларым йорт эштәрендә ихлас ярҙамлаша. Ҡыҙҙар – иң яҡын әхирәттәрем дә. Бергәләп төрлө ҡул эше менән шөғөлләнәбеҙ, бәлеш, торт беше­рәбеҙ. Улдарыбыҙ иһә атаһынан һөнәргә өйрәнергә тырышып тора.
Был йорт бөхтә һәм матур: тәҙрә төптәрендә гөлдәр баҙлай; кәштә­ләрҙә ҡыҙҙарҙың мәрйендән теҙгән сәскәләре һушты ала; ултырғыс япмалары, мендәр тыштары, ашъяулыҡ – барыһына ла өйҙәге оҫтабикәләрҙең күҙ нурҙары, күңел йылыһы күскән.
– Беҙҙә ишле ғаиләләрҙең барыһы ла матур, етеш донъя көтә, балалары тәүфиҡлы, эш һөйөүсән булып үҫә, – тип ҡыуанысын еткерҙе Ҡолсора ауыл хакимиәте башлығы Фирүзә Арғынбаева. – Ундай ғаиләләрҙә насар ғәҙәттәр юҡ. Барыһы ла балалар өсөн эшләнә, уларҙы уҡытыу, лайыҡлы алмаш, илебеҙгә кәрәкле белгес итеп үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә.
Апһындар татыу булһа, аш етә, ти халыҡ. Һамарбаевтарҙың дүрт килененә ҡарата әйтелгәндәй был.
– Үҙ-ара татыулығыбыҙ – ҡәй­нәбеҙ Зөлхизә Әҙеһәм ҡыҙының тәрбиә емеше, – ти Сәриә Марат ҡыҙы. – Беҙҙе, килендәрен, балалары кеүек күрә ул, беребеҙҙе лә айырып ҡарамай. Ҡәйнәбеҙҙең үҙенең дә апһындары бар, улар араһындағы күркәм мөнәсәбәт күптәргә өлгө булып тора.
Эйе, Һамарбаевтарҙа туғанлыҡ хисе көслө: һәр байрамды күмәк­ләшеп үткәрә, ярҙамлашып йәшәй улар. Балалары ла үҙ-ара дуҫ, татыу. Еңгә-килендәрҙең барыһы ла аш-һыуға оҫта. Мәҫәлән, Сәриә Марат ҡыҙына ауылдаштары төрлө байрамдарға ризыҡ әҙерләүгә заказ бирә, өҫтәлде биҙәү буйынса кәңәш һорай. Уңған ҡатын шулай уҡ сәс ҡырҡыу, прическа яһауға ла оҫта. Киләсәктә ауылда ошо йүнәлеш буйынса үҙ эшен асырға ниәтләй.
Мөхәббәттәренә, тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, лайыҡлы ғүмер кисер­гән, күп бала үҫтергән, сәләмәт тормош алып барған, йәшәйешкә матурлыҡ, нур өҫтәгән Һамарба­евтар кеүек ғаиләләр – дәүләте­беҙҙең ныҡлы һәм ышаныслы терәге.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад