Яҡташыбыҙ, күренекле сәсән, халыҡ ижадын йыйыусы, мәғрифәтсе Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәровтың “Шүлгән” китабын руссаға – Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы Гөлшат Әхмәтҡужина, ә “Ҡуңыр буға” китабын яҙыусы, драматург Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән. Күптән түгел район китапханаһында ул эпостарҙың исем туйы үткәрелде.Унда республика ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы йәмғиәтенең ветерандар советы рәйесе Азия Кусимова, ойошма рәйесе урынбаҫары Илүзә Ғәйнуллина, Әбйәлил районының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Линиза Сәғәҙиева, сәсәниәләр Хәнифә Әбүбәкирова, Вәсилә Садиҡова, Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың балалары, туғандары һәм башҡалар ҡатнашты.
Тыуған илем, һутлы тупрағыңдың
Бер семтемен түш кеҫәгә –
Йөрәгем эргәһенә һалайым, –
тип башлап ебәрҙе сараны алып барыусы Айгөл Тоҡомбәтова. Был шиғыр юлдарында мәғрифәтсенең тыуған ерҙә йәшәп тә, күңелендә иленә, еренә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыныу хисе һаҡланыуы сағыла. Бөртөкләп йыйылған ижади хазинаның кешеләргә барып етмәү ихтималлығын уйлап, көндәлегендә ул былай тип яҙа: “Халҡыбыҙҙың киләсәген тәьмин итеү хәтер ептәре аша тамырыбыҙҙы байҡауҙан ғибәрәт... Ыҙалап тапҡанымды халҡыма тапшырып китергә, хушлашырға иркем бармы был ирекһеҙ демократик илдә?” Был юлдарҙы ул 70 йәшен билдәләгән саҡта яҙған. Мөғәлләм Мирхәйҙәров тәрбиәүи мәсьәләләргә ҡағылышлы темаларҙы ла ситтә ҡалдырмай. Был уның “Углич хәтирәләре” китабында баҫылып сыҡҡан “Уландарым” шиғырында асыҡ сағыла.
Мөғәлләм Шәйхаттар улы менән Гөлшат Әхмәтҡужина студент ваҡыттарынан таныш була. Ул мәғрифәтсе ауыҙынан башҡорт фольклорына, ижадҡа, халҡыбыҙ яҙмышына бәйле мәғлүмәттәр яҙып ала.
– Һиңә халыҡ ижадын яҡшы белгән, үҙе лә шиғырҙар яҙған Мөғәлләм апаңды күрергә кәрәк, – тине бер көн әсәйем. Ул саҡта мин Бейеш батыр менән ҡыҙыҡһына инем. Мирхәйҙәровтарға барғанда мөләйем йөҙлө, баҫалҡы Сания инәй ҡаршы алды. Ә Мөғәлләм апа өҫтәл янында нимәлер яҙып ултыра ине. Эшен ҡалдырып, йомошомдо тыңланы. Бик оҙаҡ, көнө буйы тиерлек, һөйләшеп ултырҙыҡ. Сәсән күңелен борсоған мәсьәләләр, башҡорт теленең яҙмышы, кешеләрҙең рухи ҡиммәттәрҙе онота барыуы, тәбиғәттең ҡороуы хаҡында әсенеп бәйән итте. Бейеш батырҙың бығаса берәүгә лә мәғлүм булмаған мажараларын, тормош сәхифәләрен һөйләне, – тип хәтерләне ул саҡтарҙы Гөлшат Фазылғаян ҡыҙы.
Илүзә Ишмөхәмәт ҡыҙы Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина исеменән “Ғаилә йылы”на Дамир һәм Марсель Мирхәйҙәровтар ғаиләһенә, Гөлшат Әхмәтҡужинаға, ә Линиза Сәғәҙиева музыкаль сәләм менән сығыш яһаған мәғрифәтсенең вариҫтары Зилә Батталоваға, Илмира Мирхәйҙәроваға Почет грамоталары тапшырҙы. Байрам ҡунаҡтарына “Шүлгән” эпосы китаптары бүләк ителде.
Асҡар 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова М. Мирхәйҙәров премияһын булдырыу тураһында тәҡдим яһаны. Данфира Харисова, күрше булараҡ, бергә уҙған бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сарала мәғрифәтсенең туғандары ла сығыш яһаны. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Вил Йәнйегетовтың матур йырҙары, Азамат Итекәевтең, яҙыусы Иҙрис Ноғомановтың ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә үтеп инде.
Әбйәлил районы.