Лагерҙа балаларҙың һәр көнө файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үтә
Йәй етеү менән балалар йә ауылдағы олатаһы-өләсәһе янына, йә диңгеҙ буйҙарына, йә һауыҡтырыу лагерҙарына ашҡына.Йәмле Стәрлебаш районында ойошторолған “Орленок” лагерында ла балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Лагерь өс сменала эшләй. 1 июлдән икенсе смена үҙ эшен башлаған да инде. Балалар ай дауамында йәмле тәбиғәт ҡосағында саф һауа һулап, әүҙем ял итеп, ижади һәләттәрен үҫтереп, спорт менән шөғөлләнәсәк, һаулыҡтарын нығытасаҡ. Ошо маҡсатта махсус программа ла төҙөлгән. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың һәр көнө яңы асыштар, сәйәхәттәр, уйындар, ҡыҙыҡлы ял итеү саралары менән үрелеп бара. Ата-әсәләр көнө лә эшләй. Лагерь директоры Руслан Мурзин әйтеүенсә, йәй дауамында ете йәштән ун биш йәшкә тиклемге 350 баланың ял итеүе көтөлә.
Туҡланыу ҙа яҡшы ойошторолған. Көнөнә алты тапҡыр ашаталар. Ашхана ҙур. Ашнаҡсыларҙың тәмле аштары телеңде йоторлоҡ.
Лагерҙа республика саралары ла ойошторола. Быйыл май айында, мәҫәлән, вожатыйҙар өсөн семинарҙар үткән.
“Орленок”ка башлыса райондан, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан киләләр. Балалар менән үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, район мәғариф бүлегенән тәҡдим ителгән 14 педагог шөғөлләнә. Йәйге лагерь район үҙәгенә яҡын урынлашыуы, ял итеү объекттарына тиклем асфальт юл булыуы менән дә уңайлы. Ҡарағай урманы араһында урынлашҡан “Орленок”та хатта тын алыуы ла еңел, рәхәт. Шуға ла бында һәр кем ашҡынып килә, рәхәтләнеп ял итә, һаулығын нығыта, көс туплай.
Стәрлебаш районы.