Башҡортса матур итеп һөйләшәйек!05.05.2012
Башҡортса матур итеп һөйләшәйек!“Тамыр” телеканалындағы “ӘЮЯ ҡаласығы”на “килеүселәр” артҡандан-арта. Хәрефте, өндө дөрөҫ әйтергә, башҡортса матур һөйләшергә өйрәтәләр унда.
— Тапшырыуҙы башлауыбыҙға йыл ярым, — ти сценарий авторы, мөхәррире, алып барыусыһы Гөлназ Ишемғолова. — Тәүҙә хәрефтәрҙе үттек, унан ижектәрҙе өйрәнеүгә күстек. Хәҙер матур-матур һөйләмдәр төҙөйбөҙ. Тапшырыуҙағы логопед күнегеүҙәре, ижектәрҙе дөрөҫ әйттереүгә, артикуляцияны яҡшыртыуға ҡоролған уйындар балаларға айырыуса оҡшай. Үҙ телебеҙҙә шундай матур итеп һөйләшкән бәләкәстәрҙе һөймәҫ ерҙән һөйгө килә! Уларҙы маҡтап, иркәләп кенә торабыҙ.
Ысынлап та, “Тамыр”ҙа үҙ эшен, кескәйҙәрҙе, туған телде ихлас яратҡан ижади кешеләр тупланғанын беләбеҙ. Һәр милләттәшебеҙ шулай телһөйәр булһын ине лә бит...
— Беҙҙең күбебеҙ — үткән быуаттың данлы 90-сы йылдары башында ҡанат нығытҡан быуын! — тип ғорурлыҡ менән әйтеп ҡуйҙы Гөлназ. — Йәшлегебеҙ төрлө изге башланғысҡа нигеҙ һалынған, милли үҙаңыбыҙ урғылып сыҡҡан шанлы осорға тура килде, ваҡиғаларҙың үҙәгендә ҡайнап йәшәнек. Мин белем алған мәктәп-интернат тап шул мәлдәрҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты итеп үҙгәртелде. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында рухыбыҙҙы тағы ла нығыттылар. Уҡыуҙы тамамлағас, ғүмеремде “Тамыр”ға бәйләүемде ҙур бәхетем тип һанайым. Эшем оҡшай ғына түгел, уға ғашиҡмын, барлыҡ күңелем менән бирелгәнмен! Күптән түгел республиканың Мәғариф министрлығы тарафынан, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн тип, Маҡтау грамотаһы тапшырылғас, күңелемә яңы һулыш өҫтәлгәндәй булды. Бәләкәй генә ҡаҙанышымды ҙурлағандары, ышаныс күрһәткәндәре өсөн етәксебеҙгә, хеҙмәттәштәремә ҙур рәхмәт!
Эшен яратҡан кешеләрҙең күбеһе ғаиләһендә лә бәхетле була. Был йәһәттән дә Гөлназға һоҡланырлыҡ.
— Ирем мине һәр саҡ аңлай. Ғаиләбеҙҙең башлығы ғына түгел, кәңәшсебеҙ, яҡлаусыбыҙ ул, — ти бәхетле ҡатын. — Бынамын тигән балалар үҫтерәбеҙ. Өлкәненә, арыҫландай ҡыйыу, ғорур, рухлы, маҡсатлы булһын тип, Арыҫлан тип исем ҡуштыҡ. Бәләкәсе — Нурсолтан. Торған урынында ут сығара ул! Шуға ла “нур йомғағы” тип йөрөтәбеҙ кинйәбеҙҙе. Улдарыбыҙға һәр саҡ, ҡайҙа ғына булмаһын, тулы исеме менән өндәшәбеҙ. Арыҫлан менән Нурсолтанды иркәләтеп кенә ултырмайбыҙ, хеҙмәт һөйөргә лә өйрәтәбеҙ. Ауылда улар — олатаһы менән өләсәһенең уң ҡулы.
“Уҡытыусы”ның “ӘЮЯ ҡаласығы”ндағы ярҙамсылары ла шәп — Хәрефбикә (Лилиә Дәүләтбаева) менән Өнбай (Мирйән Әлмөхәмәтов), һәр береһе үҙенең мөһимлеген, кәрәклеген белдереп ыҙғышһа ла, аҙаҡ бер фекергә килеп, кескәйҙәргә тырышып белем бирә. Уларға бәләкәс алып барыусылар — дүрт йәштән “Сәңгелдәк”тә төшә башлаған Наҙгөл Шәрәфетдинова менән Салауат Абдулвәлиев ярҙам итә. “Башҡортса матур итеп һөйләшәйек!” — тип әйҙәй улар милләттәштәребеҙҙе.
Дилбәр Ишморатова


Яҙгөл ҒАФАРОВА, (Баймаҡ районы, Ҡолсора ауылы):
— Ҡыҙым хәрефтәрҙе “ӘЮЯ ҡаласығы”н ҡарап өйрәнде, тиһәң дә була. Хәҙер инде һүҙҙәрҙе лә еңел уҡый. Тапшырыуҙа логопед ярҙамы күрһәтелеүе бигерәк тә һәйбәт. Ҡыҙым, әлбиттә, ауылдан булғас, башҡортса өндәрҙе матур итеп әйтә. Был йәһәттән “ӘЮЯ ҡаласығы”ның дәрестәре ҡалала йәшәгән балалар өсөн айырыуса файҙалы, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад