Битараф булмайыҡ!13.07.2018
Битараф булмайыҡ!Ҡәҙерле милләттәштәр! Ишем­бай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын өс йыл элек кенә тамамлаған Алина Әйүповаға кисекмәҫтән ярҙам талап ителә – уның уң яҡ үпкәһендә яман шеш барлыҡҡа килгән (4-се стадия). “Рәсәй дауаханаларында вәғәҙә лә, диагноз да, өмөт тә юҡ, бөтә ышаныс – Германияла химия терапияһы үткәреү”, – тип яҙа яҡындары. Был дауа өсөн кәмендә 40 мең евро кәрәк икән.
Гимназияның иң сағыу уҡыусыларының береһе булған Алинаның аяуһыҙ яҙмышҡа ҡаршы торорлоҡ көсө лә, теләге лә бар. Ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ярҙам итәйек! Ярҙамдың һәр төрө лә ҡиммәт – финанс яғынан да, ошо мәғлүмәтте таратыу ҙа.
Алинаның картаһы ошо телефонға бәйләнгән: 89174425177.

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтырата алаһығыҙ: 89191473341 – Айгөл Нурислам ҡыҙы (әсәһе).


Вернуться назад