Алиһәләр айы05.05.2012
Алиһәләр айыТышта — яҙҙың иң йылы, гүзәл мәле. Тирә-йүн сәскәгә, хуш еҫкә күмелде.
Рим легендаларынан күренеүенсә, майҙың исеме Зевстың ҡыҙы Майя хөрмәтенә аталған. Ул — уңдырышлылыҡ алиһәһе. Тимәк, майҙа мөһим эш башларға, никахҡа инергә, туй үткәрергә ярамай тигән ырымдарға башкөллө ышанырға кәрәкмәй, ти белгестәр. Борондан килгән был инаныуҙар бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттән килеп сыҡҡан, сөнки ата-баба баҡсала, баҫыуҙа эш ҡыйрап ятҡанда байрам итеүҙе өнәмәгән тигән фекерҙә улар. Ни тиһәң дә, беҙҙә туй аҙнаға ҡәҙәр һуҙылған — бер көнө йылды туйҙырыр мәлдә нисек йырлап-бейеп йөрөргә мөмкин?
Майя шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙы ҡурсалаған, һоҡландырыу алиһәһе булған.
Славян календары иһә, майҙың “хужабикә”һе — мөхәббәт, матурлыҡ һәм бәхетте яҡлаусы Ләйлә, тип белдерә.


Вернуться назад