Пенсия йәше эш өсөн кәртә түгел13.07.2018
Пенсия йәше эш өсөн кәртә түгелБашҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш биреүселәрҙе пенсия алды йәшендәгеләр (ҡатын-ҡыҙҙар – 50, ир-егеттәр – 55) менән хеҙмәт мөнәсәбәттәренең дөйөм тәртиптә төҙөлөүе хаҡында иҫкәртә. Ведомствола әйтеүҙәренсә, закон хеҙмәт договоры төҙөү йәшен сикләмәй. Хаҡлы ялға сығырға ваҡыты етеп килгән кешене эш сифаттарына ҡарап ҡына эшкә алмауҙары мөмкин. Әммә йәш бының өсөн кәртә була алмай.

– Хеҙмәт килешеүен төҙөүҙән баш тартҡан өсөн судҡа ялыу яҙырға мөмкин (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 64-се статьяһы). Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәрҙең, шул иҫәптән пенсия алды йәшендәгеләрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙған өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала, – тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.
Эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр иғтибарына:
lПенсия алды йәшендәге хеҙмәткәр менән сроклы хеҙмәт договорын мәжбүри төҙөү тыйыла.
lХеҙмәткәр менән билдәһеҙ ваҡытҡа төҙөлгән килешеүҙе сроклыға үҙгәртеү, шулай уҡ хеҙмәткәр пенсия алды йәшенә еткән өсөн хеҙмәт килешеүен тарҡатыу һәм эш биреүсенең инициативаһы буйынса уға пенсия тәғәйенләү рөхсәт ителмәй.
lПенсия алды йәшендәге граждандарҙы эшкә алғанда һынау дөйөм нигеҙҙәрҙә генә билдәләнә ала. Хеҙмәт килешеүендә һынау тураһында шарттың булмауы хеҙмәткәрҙең унһыҙ эшкә алыныуын аңлата.
lШтатты ҡыҫҡартҡанда хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм квалификацияһы юғарыраҡ булған хеҙмәткәрҙәрҙең эш урынын һаҡлап ҡалыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирелә. Был осраҡта хеҙмәткәрҙең йәше иғтибарға алынырға тейеш түгел.


Вернуться назад