Аралашыу ҡағиҙәһе13.07.2018
* Аралашҡанда әҙәпле һәм һаҡ булыу зарур. Һөҙөмтәлә иң ауыр маҡсаттар ҙа еңел тормошҡа ашырылыр, бикле ишектәр асылыр. Йомшаҡ һүҙ күңелде рәхәтләндерә. Ихласлыҡ ҡиммәтле бүләктәрҙән ҙурыраҡ шатлыҡ килтерә. Асыҡ йөҙ һәм ябайлыҡ – дуҫлыҡ, мөхәббәт дәлиле. Шуның өсөн, кем булһағыҙ ҙа булығыҙ, әҙәм балалары менән әҙәпле аралашығыҙ. Мөләйемлеккә, ихласлыҡҡа ынтылығыҙ.
* Күңелһеҙләнгәндә, асыулы ваҡытта кеше менән һөйләшмәй тороғоҙ, ҡыҙыулығығыҙ һүрелгәнсе сабыр итегеҙ. Башҡаларҙың кәмселектәрен ғәфү итегеҙ, һәр саҡ фекерле, иғтибарлы булығыҙ. Был – тәрбиәлелек билдәһе.
* Кешеләргә ҡатнашмай ситтә тормағыҙ, кем осраһа ла, уның менән һөйләшеп, дуҫлыҡ мөнәсәбәте күрһәтегеҙ. Һәр эштә ғәҙел, хаҡ фекерле, раҫ һүҙле, эстән дә, тыштан да бер булығыҙ.
* Кешеләрҙең уҫаллығына ҡаршы яҡшылыҡ итегеҙ, күркәмлеккә ҙурыраҡ изгелек менән яуап бирегеҙ. Башҡаларға күрһәтәсәк мөнәсәбәт улар теләгәндән һәйбәтерәк булырға тейеш.
* Үҙегеҙҙән кеселәрҙе түбән күрмәгеҙ. Аҡылығыҙ, байлығығыҙ менән маҡтанмағыҙ. Үҙ баһағыҙҙы, шулай уҡ башҡаларҙың мәртәбәһен яҡшы белеп, күркәм аралашығыҙ. Бер бөйөк заттың “Барыһы ла яҡшы, беҙ яман” тигән һүҙенән ғибрәт алығыҙ.
* Башҡаларҙан яҡшы мөнәсәбәт күрергә өмөт итһәгеҙ, үҙегеҙ уларға ҡарата һәйбәт булығыҙ. Хөрмәт көтһәгеҙ – бүтәндәргә ихтирам күрһәтегеҙ. Башҡаларҙың дошман булыуына ҡайғырмайым, тимәйенсә, дуҫлыҡтарын яуларға тырышығыҙ. Күңелдәрен күрегеҙ. Маҡсаттарығыҙҙы ҡатылыҡ, ҡурҡытыу менән түгел, ә мөхәббәт аша тормошҡа ашырырға ынтылығыҙ. Кешеләрҙе яратыуҙан камиллығығыҙ юҡҡа сыҡмаҫ.
* Халыҡ хаҡында яҡшы фекерҙә булығыҙ. Изге эштәр тураһында ғына һөйләгеҙ. Ямандарын йәшерегеҙ, таратмағыҙ. Үлгәндәрҙең изгелектәрен генә иҫкә алығыҙ. Кешеләр менән аралашыуығыҙ яҡшы булһын. Донъялыҡта һеҙҙе һөйһөндәр, баҡыйлыҡҡа күскәс, юҡһынһындар.
* Ярҙам күрһәтеүҙең тейешле ваҡыттары бар. Башҡа мәлдә һис кем бүтәндәрҙән булышлыҡ көтмәһен. Кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малына өмөт итмәгеҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ.
* Антығыҙға тоғро булығыҙ. Вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. Дуҫтарығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы-шатлығын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмағанды уларға эшләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ ошондай нигеҙҙә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшылыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр.
* Халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн үткәргән ваҡытығыҙҙы юғалтыу тип иҫәпләмәгеҙ: башҡаларҙы һөйөү, уларға ярҙам күрһәтеү – бөйөклөк, кешелеклелек билдәһе.
(Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың нәсихәттәренән).