Кем ауыл ҡотон һаҡлай?13.07.2018
Ябалаҡлы ауылынан ике-өс саҡрымда Үлекле тау теҙмәләренең бер түбәһен урындағы халыҡ Әүлиә тауы тип атап йөрөтә. Унда әүлиә Мөхәммәт Яппар ерләнгән, ул заманында кешеләрҙе дауалаған, йәшәү дәүере аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның зыяратына яҡын ғына урында бронза эпохаһына ҡараған ҡәберлектәр урынлашҡан.

Әүлиә тауының башынан, мосолман донъяһына ғына түгел, башҡа дин халыҡтарына ла киң билдәле булған Ярыштауҙан, һәр әүлиәнең үҙ шишмәһе булған кеүек үк, Мөхәммәт Яппар әүлиә ерләнгән ерҙә лә Өйҙөрәк йылғаһы буйында шишмә йөрәге тибә.
Күптән түгел ябалаҡлылар Өфөнән, Дәүләкән һәм Шишмә райондарынан ҡунаҡтар ҡаршыланы. Әүлиә Мөхәммәт Яппарҙың ҡәберенә зыярат ҡылынды, Ҡөрьән тауышы Дим, Өйҙөрәк буйҙарында һабан турғайҙары йырына ҡушылып, ҡайтауаздар булып яңғыраны.
Күркәм сара клубта дауам итте: “Арғымаҡ”, “Йатаған” төркөмдәре егеттәренең ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды уйнауын аяғүрә баҫып тыңланылар. Егеттәр мөнәжәттәр әйтеп, динебеҙҙе данланы.
Дәүләкән районы имам мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт динебеҙ, әүлиәләр тураһында вәғәз һөйләне. Дурас ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Мөнир улы Заманов ошондай мәғәнәле сараны ойоштороу­сыларға рәхмәтен еткерҙе, халыҡты берҙәмлеккә, дуҫлыҡҡа татыулыҡҡа өндәне, әүлиәләр зыяраттарын турист маршруттарына индерергә кәрәклеген билдәләне. Ҡырҡ өйлө-мең ырыуының ҡор башы Филүс Исмәғил улы Хәлиуллин динебеҙгә тоғро булып, телебеҙҙе юғалтмай, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙе дауам итергә, йәштәрҙе күберәк ылыҡтырырға кәрәклегенә баҫым яһаны.
Мәжлес “Сәләм” мәсетендә дауам итте. Намаҙҙан һуң Ҡөрьән уҡылды, зекер, салауаттар әйтелде. Халҡыбыҙҙың, бигерәк тә йәштәребеҙҙең дингә ҡайтыуы, ҡыҙыҡһыныу кимәленең артыуы ҡыуандыра. Телебеҙ ҙә, динебеҙ ҙә халҡыбыҙ менән генә ҡеүәтле.
– Ауылыбыҙҙың ҡотон, тыныслығын һаҡлап торған әүлиәләребеҙҙе оноторға ярамай. Уларға хөрмәт йөҙөнән Ҡөрьәндәр уҡып, доғалар ҡылып торайыҡ, – тип мәжлесте йомғаҡланы Ябалаҡлы ауылының “Сәләм” мәсете имамы Салауат хәҙрәт.

Шишмә районы,
Иҫке Ябалаҡлы ауылы.


Вернуться назад