Ырымдар05.05.2012
- Майҙың тәүге көндәрендәге йылы, ҡояшлы мәлдәргә ышанырға ярамай: ай башы ни ҡәҙәр йылы икән, аҙағы — һыуыҡ, ә йәй ямғырлы булыр.
- Яҙ һуң килһә, йәй ҡоро булыр.
- Был айҙа ямғыр күп яуһа, сентябрҙә яуым-төшөм аҙ булыр, һәм, киреһенсә, май ҡоро икән, көҙ еүеш килер.
- Миләш һуң сәскә атһа, көҙ йылы һәм оҙон булыр.
- Май һыуыҡ килһә, ас ҡалмаҫһың.
- Еүеш май — муллыҡҡа.