Әҫәрҙәре мәҙәниәтебеҙҙе байыта13.07.2018
1938 йылдың майында сыҡҡан “Красная Башкирия” гәзитендә классиктарҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеү хаҡында һүҙ алып барыла. Унда башҡорт мәҙәниәтенең Пушкин һәм Лермонтов әҫәрҙәре менән нисек байығыуы, Горькийҙың әҫәрҙәре башҡорт телендә ҡасан тәүге тапҡыр донъя күреүе тураһында һөйләнелә. “Башинформ” агентлығы уҡыусыларҙы Башҡортостандың Милли архивынан алынған материалдар менән таныштырыуын дауам итә.
— Һуңғы ваҡытта “Башгосиздат” рус классиктарын башҡорт теленә тәржемәләүгә ҙур иғтибар бирә, — тиелә 1938 йылдың 5 майында сыҡҡан гәзиттә.
Унда шулай уҡ “күптән түгел донъя күргән Пушкиндың шиғырҙар китабы тиҙ арала һатылып бөттө. Бөйөк шағирҙың поэмалары, шиғырҙары баҫмаға әҙерләнә. “Һыуһылыу” һәм “Сиғандар” поэмалары иһә йәш башҡорт шағирҙары Әмири һәм Ғәлимов тарафынан тәржемә ителде”, тип билдәләнә.
— Быйыл Лермонтовтың “Тамань” әҫәре башҡорт телендә баҫылды, — тип дауам ителә гәзиттә. — Хәҙер иһә “Беҙҙең заман геройы” романы йыйыла. Гоголдең һайланма хикәйәләре, Салтыков-Щедрин менән Чеховтың хикәйәләр йыйынтыҡтары башҡорт теленә тәржемә ителгән. Тургеневтың “Рудин” романы баҫмаға әҙерләнә.
1936 йылда Максим Горькийҙың әҫәрҙәре башҡорт телендә сыҡҡан. Яҙыусы мәктәптәр өсөн махсус ижад иткән “Әсә” романы һәм бер нисә хикәйә 1938 йылғы планға индерелгән. Шулай уҡ Лев Толстойҙың хикәйәләре башҡортсаға тәржемә ителәсәк.
Әйткәндәй, ул осорҙағы совет яҙыусылары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. 1937 йылда Николай Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты?” легендар китабы башҡортса донъя күрҙе. Сит ил яҙыусыларынан иһә Ленин юғары баһа биргән Анри Барбюстың “Утта” романы тәржемә ителеп, баҫмаға әҙерләнгән.
Башҡортостандың Милли архивы материалдарынан.