Өләсәйем Фәниә һәм олатайым Шакир Әбелғатиндарҙың ҡыҫҡаса тормош юлы тураһында һөйләгем килә.Ҡәҙерлеләребеҙ 1955 йылда Миәкә районының Нарыҫтау ауылында ҡауышып донъя ҡора. Әлбиттә, уларға бала саҡтан ил күргәнде күрергә, күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килә.
Шакир Хәким улы 11 йәштән колхоз эшенә егелә. Йорт хужалығы эштәрен башҡарыу, кескәй туғандарын ҡарашыу ҙа уның иңенә төшә. Һалдат булараҡ та һынатмай ул. Ватан һағында тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булып, Ленинградта авиацияла дүрт йыл ярым хеҙмәт итә. Шакир Хәким улы колхозда төрлө эш башҡара. Ауыр эшен ысын күңелдән башҡарған колхозсыны һәр саҡ маҡтап телгә алалар. Бөгөн ул тыл һәм хеҙмәт ветераны, Нарыҫтауҙың иң өлкән вәкиле. Ауылда, районда үткән сараларҙа, Еңеү парадтарында олатайым — ҡәҙерле ҡунаҡ, сөнки ул кешелекле, кеселекле, ғәҙел, беҙҙең төбәктең тарихын яҡшы белгән уҙаман.
Хөрмәтле тыл һәм хеҙмәт ветеранының тормош юлдашы, ныҡлы терәге Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы ла ауыл хужалығында тырыш хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Өләсәйем киң күңелле, сабыр, ихлас, кешелекле. Балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп тора. Ул беҙҙе тәмле аш-һыу, бәлештәр, йылы ойоҡбаштар менән ҡыуандыра. Көнөнә биш тапҡыр намаҙын да ҡалдырмай. Уның изге доғалары, кәңәштәре беҙҙе һаҡлай һәм яҡлай. Олатайым менән өләсәйем бик матур ғүмер байрамдары – алтын һәм гәүһәр туйҙарын үткәрҙе. Бөгөн уларҙың иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 64 йыл, Аллаға шөкөр!
Иң мөһиме – өлгөлө ғаилә алты балаға — өс ҡыҙ менән өс улға — тейешле тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығара. Ә инде төпсөк улдары һәм килендәре ҡәҙерлеләребеҙҙе ҡарап, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡотон һаҡлап, ғаиләһе менән утыҙ йылға яҡын бергә тырышып матур ғүмер итәләр. Ауылыбыҙҙа улар өлгөлө ғаилә, шулай уҡ күркәм йорт хужалары ла. Олатайым менән өләсәйемдең 14 ейән-ейәнсәре бар, 10 бүләһе үҫеп килә.
Һирәк парҙарға бындай бәхет, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәү тәтей бит. Олатайым менән өләсәйем беҙҙең өсөн донъя тотҡаһы, йортобоҙҙоң терәге, йәме.
Алтын бала сағымдың шундай ғаиләлә үткәненә сикһеҙ шатмын. Ҡәҙерлеләребеҙҙең парлы булып бергә йәшәүе беҙҙең өсөн дә үрнәк. Ошо түгелме һуң “Икәү бергә өлгәшкән бәхет”?!