Гариповсылар “беренсе”лек рухына тап төшөрмәй
“Дан-шөһрәт – шундай бейек ҡая,
Болоттарға йәйгән ҡоласын.
Йылан уға тик шыуышып менә,
Бер талпынып менә ыласын!”
Абай Ҡонанбаевтың шиғырына Рәми Ғариповтың тәржемәһенән ошо өҙөк девиздай юғары эленгән бында. Бейек ҡаяларға бер талпынып менерҙәй ыласындар тәрбиәләп, республикабыҙҙың төп көс-ҡеүәтен тулыландырыуҙы дауам иткән абруйлы уҡыу йорто – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты – мәғариф тармағы заманға ярашлы ниндәй генә талаптар ҡуймаһын, бурыстарын лайыҡлы атҡарып, үҙ йөҙөн һаҡлап, ышаныслы алға атлай. Белем усағында уҙған уҡыу йылы нисек тамамланған? Алдағыһына ниндәй маҡсаттар ҡорола? Йолаға һалынғандан тайпылмайынса, беренселекте бирмәй алға барыуҙың нигеҙе ниҙә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән уҡыу йорто директоры Ләйсән ФАЗЛЕТДИНОВАға мөрәжәғәт иттек.– Мәктәптәрҙә дәүләт имтихандары үтте, сығарылыш кисәләре уҙҙы. Шатлыҡлы ла, шул уҡ ваҡытта моңһоу ҙа мәл. Һеҙҙең коллектив өсөн – балаларға белем биреү менән бергә уларҙың ата-әсәһен алмаштырған кешеләргә – был осор айырыуса һағышлылыр.
– Оло ғаиләбеҙҙең бер өлөшө булған уҡыусыларҙан айырылыу, һис шикһеҙ, еңел түгел. Шулай ҙа күңелдә шатлыҡ тойғоһо көслөрәк, сөнки беләбеҙ: беҙҙең егет-ҡыҙҙарыбыҙ һынатмаясаҡ. Улар ҙур тормош юлына һәр яҡлап әҙерлекле булып аяҡ баҫа. Быйыл беҙҙә XI класты 149 уҡыусы тамамланы. Уларҙың 41-е тик “бишле”гә өлгәшеп, “Уҡыуҙағы ҙур уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәһе юғары. Дүрт уҡыусыбыҙҙың төрлө фәндән – урыҫ теле, математика, информатика, химия – һынауҙы 100 балға тапшырыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Улар – Ислам Һөйөндөков (уҡытыусыһы – И.И. Зәйнетдинов), Алина Нотфуллина (уҡытыусыһы – Ф.С. Мөхәмәтвәғизова), Шамил Әхтәмов (уҡытыусыһы – Г.М. Рамаҙанова), Эльдар Саҡаев (уҡытыусыһы – Ә.Н. Ғәлекәев). Шулай уҡ Вәсилә Ҡәйепова, Иҙел Дәүләтҡолов, Зариф Сөләймәнов, Алһыу Кәримова, Рәсим Юлышевтар – өсәр, йәнә 16 уҡыусы икешәр предметтан юғары балл йыйыуға өлгәште. Дөйөм алғанда, етмештән күберәк уҡыусыбыҙ төрлө фәндән 80-дән ашыу балл тупланы. 2017 йыл менән сағыштырғанда, тотороҡло үҫешкә өлгәшелде. Предметтарҙан йыйылған уртаса балл шулай: урыҫ теле – 72, тарих – 64, информатика – 69, урыҫ әҙәбиәте – 73, химия – 82, география – 68, йәмғиәтте өйрәнеү – 63. Был күрһәткестәр гимназияла һәр яҡлап төплө белем бирелгәнен иҫбатлай.
Уҙған уҡыу йылы, ғөмүмән, бик һөҙөмтәле булды. Балаларҙың уңыштары хаҡында һөйләп бөтөү мөмкин дә түгел, араларынан бер нисәһен әйтеп үтәйек. Мәҫәлән, беҙҙекеләр башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика, химия, биология, физика фәндәренән төбәк-ара олимпиадаларҙа призер булды; Рәсәйҙең мәктәп уҡыусылары араһында тәүге тапҡыр ойошторолған “Дельфий уйындары”нда икенсе урын алды; республика буйынса мини-футболда чемпион исемен яулап, Волга буйы федераль округында Башҡортостан данын яҡланы; илдең мәктәп-интернат тәрбиәләнеүселәре араһында еңел атлетика буйынса икенсе баҫҡысҡа күтәрелде; “Гәлсәр” хор коллективы юғары ҡаҙаныштарға өлгәште һ.б.
Ғөмүмән, уҡыу йортоноң оло юбилейын юғары уңыштар менән ҡаршылайбыҙ. Мәғлүм булыуынса, киләһе йыл сентябрҙә гимназиябыҙға 75 йыл тула. Байрамға әҙерлек эшенә тотондоҡ, ойоштороу комитетының ике ултырышы үтте. Ошо сентябрҙән юбилей йылына старт биреп, барлыҡ сараларҙы мөһим датаға арнап үткәрә башлау планлаштырыла. Ғилми-ғәмәли конференцияларҙы, фәнни, мәҙәни конкурстарҙы, спорт ярыштарын һ.б. тағы ла күберәк ойоштороу күҙ уңында тотола. Һөҙөмтәлә, һис шикһеҙ, уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары артыр: уларға үҙен төрлө яҡлап күрһәтеү мөмкинлеге киң буласаҡ.
– Йылдағыса, сентябрҙә һеҙҙең сафты яңы уҡыусылар тулыландыра. VII, VIII кластарҙы туплау эше нисек барҙы?
– Билдәле булыуынса, был йәһәттән йыл да ҡабул итеү кампанияһы – “Беренсе” олимпиадаһы – үткәрелә. Республиканың төрлө төбәгендә белем алған балалар гимназия-интернатҡа бер аҙнаға килеп, ошонда йәшәп, башҡорт, урыҫ телдәренән, математиканан һынау тота. Шул уҡ ваҡытта уларға үҙ-ара тығыҙ аралашыу мөмкинлеге тыуҙырыла: мәҙәни саралар, спорт ярыштары, төрлө түңәрәктәр үткәрелә, Өфөләге иҫтәлекле урындарға, театрҙарға сәйәхәт ойошторола. Ғөмүмән, балаларҙың ваҡыты һөҙөмтәле, файҙалы уҙһын тип тырышабыҙ.
Олимпиадала быйыл да байтаҡ уҡыусы һынау тотто. Һуңғы ике йылда был эште юғары уҡыу йорттары менән берлектә уҙғарҙыҡ: баһалама комиссияһына уларҙан педагогтар саҡырылып, һөҙөмтә бергә яһалды. Студенттар иһә дөйөм ойоштороу эшендә әүҙем ҡатнашты. Процедура, әлбиттә, ҡатмарлы. Уның алымдарын, тәртибен БДИ-ныҡына яҡынайта барабыҙ. Барыһы ла асыҡ, үтә күренмәле башҡарыла, эш барышы, һөҙөмтәһе гимназияның рәсми сайтына ҡуйыла. Мәғлүм булыуынса, республика райондарына сығып, күсмә ҡабул итеү имтихандары ла үткәрәбеҙ. Был сараны ойоштороуҙа төрлө сығымдарҙы күтәрешкән, ихлас ярҙам иткән етәкселәргә, гимназияның элекке сығарылыш уҡыусыларына рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Ҡабул итеү кампанияһына, әлбиттә, заманға күрә үҙгәрештәр индерә барырға тейешбеҙ. Был йәһәттән, мәҫәлән, беҙҙең математика уҡытыусылары ауылда белем алған балаларҙы һынауға алдан уҡ әҙерләй башлау тәҡдимен индерҙе. Эш IV-V класс уҡыусылары өсөн ойошторолорға, дистанцияла алып барылырға тейеш тигән фекергә килдек. Бер нисә район мәктәбе менән килешеү төҙөлдө, киләһе уҡыу йылынан хеҙмәттәшлекте башлайбыҙ.
Ғөмүмән, беҙ ауыл уҡытыусыларына рәхмәтлебеҙ. Оҙаҡ йылдар район хакимиәтенең мәғариф идаралығына етәкселек иткән кеше булараҡ, яҡшы беләм: урындағы педагогтар – шул ҡәҙәр тырыш, рухлы, хеҙмәтен мөкиббән яратҡан, заманса эшләргә ынтылған, йәш быуындың, милләттең киләсәген ихлас хәстәрләгән ышаныслы терәгебеҙ. Әгәр улар шундай булмаһа, белемгә ныҡлы нигеҙ һалмаһа, беҙгә әлегеләй уңған, һәр яҡлап булдыҡлы, һәләтле, әҙәпле, яҡшы күңелле балалар килер инеме? Ошоно онотмайынса, район мәктәптәре менән даими бәйләнештә торорға, хеҙмәттәшлек итергә бурыслыбыҙ.
– Мәғлүм булыуынса, уҡытыу алымдарын заманлаштырыу маҡсатына ярашлы һеҙҙең педагогтар Сочиҙағы “Сириус” үҙәгендә әҙерлек үтә.
– Эйе, беҙҙең математика һәм химия уҡытыусылары, бөтөн Рәсәй кимәлендә һайлау үтеп, үҙәктә белемен камиллаштыра, һәләтле балаларҙы үҫтереү алымдарын, проект буйынса эш үҙенсәлектәрен өйрәнә. Бөгөн, белеүегеҙсә, психология фәндәре ныҡ алға китте. Уҡыусы аңына проект нигеҙендә фекерләү ҡеүәһе һалыу мөһим, ти белгестәр. Элек когнитив үҫеш алымдары ғына ҡарала торғайны. Хәҙер иһә балала рефлектив, рефлексив, стратегик, системалы фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән комплекслы эш алып барыу зарурлығы бәхәсһеҙ.
Ошо йәһәттән гимназияла төрлө проекттар булдырырға тырышабыҙ. Киләһе уҡыу йылында, мәҫәлән, китап уҡыу буйынса чемпионат уҙғарырға ниәт бар. Уны башҡорт теленән башлап ебәрәсәкбеҙ. Сер түгел, бөгөнгө йәш быуын уҡып бармай. Ә бының дөйөм үҫешкә йоғонтоһо ҙур. Кеше бит һүҙ менән фекерләй. Телмәр ни тиклем бай, аң кимәле шул ҡәҙәр юғары. Өҫтәүенә, мәғлүм булыуынса, уҡып өйрәнмәгән бала әҙер мәғлүмәт көтөүгә һалыша, уйлағыһы килмәй. Ҙур хәүеф тыуҙырған был көнүҙәк мәсьәләгә, һис шикһеҙ, ҙур иғтибар бүленергә тейеш, йәш быуындың тел байлығын үҫтереү мөһим. Ошо маҡсатҡа ярашлы уҙғарыласаҡ чемпионатҡа туған телебеҙ өсөн янып йәшәгән замандаштарыбыҙҙы йәлеп итергә, баһалама төркөмөнә милли йәмәғәтселек вәкилдәрен, зыялыларҙы саҡырырға ниәтләйбеҙ. Проекттың бүләк фондын мотлаҡ булдырырға кәрәк – дәртләндереү алымы һәр саҡ яҡшы һөҙөмтә бирә.
Әйткәндәй, киләһе уҡыу йылында Өфөлә Рәсәйҙең урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ойошмаһы конгресы үтәсәк. Уның бер өлөшөн беҙҙең гимназияла уҙғарыу ҡаралған. Ҡабул итеүгә әҙерлек эше башланды, уға ярашлы башҡорт, урыҫ, инглиз теле кабинеттарындағы шарттарҙы тағы ла яҡшыртырға ниәтләйбеҙ. Ғөмүмән алғанда, белеүегеҙсә, гимназиябыҙ төҙөк, элекке директорҙарҙың һәр береһе быға ҙур иғтибар биргән, матди-техник база яҡшы.
Уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү хаҡында һүҙҙе дауам иткәндә, был ниәттә шәхси траектория ла булдырыла: баланың ниндәй фәнгә ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк, күберәк шуның буйынса камиллашырға юл асабыҙ. Юғары уҡыу йорттарының лабораторияларында шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бирелә.
– Ғөмүмән, юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш нисек ойошторолған?
– Тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләйбеҙ. Үтенестәребеҙҙе бер ҡасан да кире ҡаҡмаған, һәр саҡ ярҙам итергә тырышҡан, гимназияға юлды һыуытмаған юғары уҡыу йорттары етәкселәренә, уҡытыусыларына, шулай уҡ студенттарға ҙур рәхмәт! Мәҫәлән, быйылғы сығарылыш кисәһенә Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин килеп, имтихандарҙа йөҙ балл йыйған һәр уҡыусыбыҙға ошо юғары уҡыу йортонда стипендиат булырға исемле сертификат таратты. Шулай уҡ, әйткәндәй, физиканан яҡшы өлгәшкән ике егетебеҙгә күптән инде Өфө дәүләт авиация техник университетынан саҡырыу килде. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыусыларыбыҙға республикалағы юғары уҡыу йорттарының мөмкинлектәрен күрһәтергә, уларҙа уҙғарылған олимпиадаларҙа даими ҡатнаштырырға, осрашыуҙар үткәрергә тырышабыҙ. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек ыңғай һөҙөмтә бирә.
– Гимназиянан, һәр ваҡыттағыса, сикһеҙ көс-ҡөҙрәт, рух аңҡып торғандай. Бының нигеҙе ниҙә тип баһалайһығыҙ?
– Тамырҙарға тоғролоҡталыр. Әлеге балалар һәм коллектив, ветерандарыбыҙ, элекке сығарылыш уҡыусылары – барыбыҙ бер ғаилә һымаҡ тупланғанбыҙ, туғандарҙай яҡынбыҙ. Йолаға һалынған бындай күркәм бәйләнеш. Хаҡлы ялдағы өлкәндәр, элекке уҡыусылар беҙгә ныҡ ярҙам итә, йыш килә, осрашыуҙар уҙғара, балаларға фәһемле кәңәштәрен бирә, дөрөҫ юл күрһәтеүгә тос өлөш индерә.
Рух көслө беҙҙә. Ошо тәрбиәне бөгөн дә лайыҡлы дауам итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, “Үлемһеҙ полк” сараһында йыл да әүҙем ҡатнашабыҙ, быйыл биш йөҙҙән ашыу уҡыусыбыҙ Өфө буйлап олатайҙарының фотоһүрәтен тотоп, йырҙар башҡарып үтте. 9 Майҙа уҡыу йорто биләмәһендә парад үткәреү йолаға әйләнгән, унда элекке сығарылыш уҡыусылары, ветерандарыбыҙ ҙа ихлас ҡатнаша. Йәш быуынға бындай патриотик саралар ныҡ оҡшай. Әйткәндәй, былтыр Еңеү көнөнә арнап китап сығарҙыҡ. Унда уҡыусыларыбыҙҙың олатайҙары, өләсәйҙәре хаҡындағы яҙмалары, иҫтәлектәре тупланды. Һәр кемебеҙ өсөн ғәжәп йылы, тулҡынландырғыс ваҡиға булды ул.
Гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бик көслө; “Аҡйондоҙ” бейеү ансамбле ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә (августа ул Италияға барып, республикабыҙҙың бай сәнғәтен, мәҙәниәтен күрһәтәсәк); “Таңсулпан” драма театры уңышлы эшләй; КВН командаһы еңеүҙәр яулай; уҡыусыларыбыҙ милли көрәш, бокс буйынса алдынғылыҡты бирмәй; тәрбиәселәребеҙ үҙ эшен шул ҡәҙәр яуаплы башҡара – быларҙың барыһы ла, һис шикһеҙ, ҡаҡшамаҫ рух сығанағы.
Тормошта ниндәй генә үҙгәреш булмаһын, закондар яңырмаһын, беҙҙең төп бурысыбыҙ республикаға төплө белемле, һәләтле, илһөйәр, телһөйәр быуын вәкилдәрен әҙерләү булып ҡала. Тамырҙарға таянып, йолаларҙан ситкә тайпылмайса, заман һулышын алдан тойоп эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең ҡулда – республиканың киләсәк байлығы. Үҙебеҙгә тапшырылған ошо оло ышанысты аҡларға, “беренсе”лек рухына тап төшөрмәҫкә бурыслыбыҙ.