Был һорауға яуап бирер алдынан “Нимә ул, ғөмүмән, шиғыр?” һәм “Кем ул ысын шағир?” тигән һорауҙарҙы асыҡлап китәйек.Шиғыр – ул йөрәктән, күңел төбөнән сыҡҡан уй-фекерҙәреңде кәрәкле рифмаға һалып, уҡыусыға, тыңлаусыға аңларлыҡ итеп еткереү формаһы. Ул иң боронғо ижад төрөнән һанала. Бигерәк тә уны атта, дөйәлә йөрөүселәрҙән килеп сыҡҡан тигән фараз йөрөй. Элек, әлеге кеүек техника юҡ саҡтарҙа, меңәрләгән километрҙы һыбай үтергә кәрәк булған. Ә һыбай килеш китеп барғанда, нимә һөйләһәң дә, аттың йәки дөйәнең атлау ритмына тап килтерелеп сығарыла. Шиғырҙар төрлө була, әммә шиғыр булғанының һәр береһендә йәшерелгән фекер ята. Ул кешелекте яҡшылыҡҡа, ғәҙеллеккә, яҡтылыҡҡа әйҙәй торған көскә эйә.
Халҡыбыҙҙың аҡһаҡалы, бөйөк шәхес Мифтахетдин Аҡмулланы ғына иҫкә алайыҡ. Ул үҙенең барлыҡ ғүмерен башҡорт халҡына бағышлаған, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән шиғыры ғына ни тора?!
Бөгөн Ҡаҙағстан республикаһы сәскә ата икән, тимәк, ҡасандыр беҙҙең, башҡорт аҡһаҡалының белеме, аҡылы шул ерҙә таратылған өсөндөр, тип әйтһәк, яңылыш булмаҫ. Быны ҡаҙаҡтар үҙҙәре лә яҡшы аңлай, шуға күрә Мифтахетдин Аҡмулланы унда данлайҙар, килгән һәр бер башҡортто ихлас ҡаршы алалар.
Шәйехзада Бабичтың ижады иһә илебеҙ өсөн иң ауыр, аяныслы ваҡытта, атылған йондоҙ шикелле, бар донъяны яҡтыртып килеп сыға. Башҡортостанға нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлидиҙең иң яҡын арҡаҙашы була. Бигерәк тә “аҡтар” яғынан “ҡыҙылдар”ға күскән саҡта. Күптәр “был сигенеү, был еңелеү” тип дәрттәре төшкән саҡта йәш шағир үҙенең рухлы, дәртле шиғыры менән башҡорт халҡында ялҡын тоҡандыра, яҡты киләсәккә өмөт уята. Ул бар ғүмерен милләтенә бағышлай, халҡым тип йәшәй.
Мостай Кәрим менән Рәми Ғариповтың ижад гәүһәрҙәре –халҡыбыҙҙың милли йөҙө. Һәр ҡайһыһының шиғриәте үҙенсәлекле, сағыштырғыһыҙ. Әгәр ҙә Мостай Кәримдең төп маҡсаты юғары күңеллелеккә саҡырыу булһа, Рәмиҙәге рух һәм дәрт арбай!
Илебеҙ сәскә ата, яңы шәхестәр, яҙыусылар, шағирҙар күренә башлай. Төрлө техниканың үҫкән ваҡыты, һәр баланың ҡулында – заманса телефондар. Бөтәһе лә интернет селтәрендә ултыра. Һәр кем, хатта ябай ауыл бабайҙары ла баҡсаһын булһа ла фотоға төшөрөп, аҫтына ҙур бер шиғри фекер яҙып ҡуя. Йәштәр тураһында һүҙ ҙә юҡ – селтәрҙән сыҡмайҙар ҙа. Һәр кем үҙенең фекере, уйы, белеме менән уртаҡлаша, хистәренән ҡурҡмай. Һәр ҡайһыһы – ижадсы, тиһәк тә була. Ошондай күңел күтәрелеше ваҡытында, интернет селтәрен дөрөҫ ҡулланып, үҙҙәренең уй-хисен шиғырға әйләндереп баҫтырған яңы йәш шағирҙар ҙа күренә. 90-сы йылдарҙан һуң йәштәр араһында “реп”, “рок” беренсе урында тора, бөгөн йәштәрҙең ҡабаттан шиғыр ижадына күсә башлауы күренә. Шиғриәт дәүләт яғынан да хуплана: төрлө гранттар ҙа бар, конкурстар ҙа уҙғарыла. Тик бөгөнгө йәш шағирҙар халҡым тип ғәҙеллекте, яҡшылыҡты данлап яҙамы икән, әллә шәхсән үҙен пропагандалау өсөн генә шиғриәткә киләме?! Ошо һорау борсой мине ҡайһы саҡ...