Әбүбәкер ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үҙе бер һабантуйҙы хәтерләтте: уйын-көлкө, йыр-моң, төрлө уйындар менән үрелеп барған байрамда олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ҡатнашты.Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедова сараны асып, әбүбәкерҙәрҙең берҙәм һәм дәртле булыуҙарын, байрамға оло теләк менән әҙерләнеүен билдәләне. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев, район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Хәйбулла районында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы бынан 30 йыл элек тәүге тапҡыр тап Әбүбәкер ауылында башлана. Быйылғы сарала ауылдаштарына өлгө булырлыҡ ғаиләләр тәбрикләнде, яңы өйләнешкән парҙар билдәләнде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: шул мәлдә өйләнешкән парҙар – Зөлфирә һәм Альфрет Билаловтар, Фәймә һәм Рамазан Назаровтар, Гөлйөҙөм һәм Хәйҙәр Атановтар – хәҙер инде үҙҙәре олатай-өләсәй булып, балалар үҫтереп, матур ғүмер кисерә.
Шулай уҡ алтын туйҙарын билдәләгән Фәниә һәм Әмир Бигушовтар, Сания һәм Әмир Әлибаевтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауылдағы иң өлкән шәхестәр Зәйтүнә Сынбулатоваға – 89 йәш, Зәйнулла Билаловҡа – 88 йәш.
Быйылғы байрамды ойоштороуға күп көс һалған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына, ауыл хакимиәтенә рәхмәтле әбүбәкерҙәр. Был көндә һәр кем туғандары, дуҫтары менән осрашты, атай нигеҙенә йәнә бер тапҡыр ҡайтып, тыуған ер, тыуған төйәк йылыһын татыны, уның ҡөҙрәтен тойҙо, изге тупраҡтан көс һәм дәрт алды. Иң мөһиме – бындай осрашыуҙар туғанлыҡ ептәрен нығыта, быуындар бәйләнешен ялғай, атай нигеҙенең бәҫен арттыра, ауылдаштары алдында яуаплылыҡ тойоуға ярҙам итә.
Хәйбулла районы.