“Мин илемде яратам!”11.07.2018
“Мин илемде яратам!”Ысын ир-егеттәрҙе ҡайҙа тәрбиәләйҙәр? Әлбиттә, армияла. Ә әрмегә әҙерлек ҡасан башланырға тейеш? Мәктәп йылдарында уҡ. Әҙерлек тигәндән, “Һуғыш хәрәкәттәре ветерандарының Башҡортостан союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы малайҙарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү тәңгәлендә күп эш башҡара. Ошо көндәрҙә улар тарафынан “Ватандаш” һуғыш хәрәкәттәре ветерандары яланында (Нуриман районы үҙәге Ҡыҙылъяр ауылы янында) хәрби-патриотик һәм автор йырҙарын башҡарыусыларҙың VII халыҡ-ара фестивале ойошторолдо.


– Йәш быуын тыуған илен яратып үҫһен тигән маҡсатты күҙ уңында тотоп, төрлө саралар уҙғарабыҙ, – тип һөйләй был төбәк йәмәғәт республика ойошмаһы етәксеһе, Афғанстан һәм Чечня һуғыштарын үткән Тимерйән Рәжәпов. – Ватанға һөйөү менән ҡарау бәләкәйҙән башлана. Бына шул саҡта мөмкин тиклем уларҙың йөрә­генә шытымлы орлоҡтар сәсеп ҡалдырыу һәр йәһәттән дә отошло.
Үҫмерҙең әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалыуына, етмәһә, ата-әсәләрҙең быға ныҡ булышлыҡ итеүенә тәрән борсолоу белдерә Тимерйән Рәжәп улы.
Фестивалдә спорт ярыштарына ҙур иғтибар бүленде. Армрестлинг, мәҫәлән. Уны икенсе төрлө ҡул көсө бәйгеһе тип тә атайҙар. Шулай уҡ мини-футбол, волейбол уйындары сәмле барҙы.
Икенсенән, патриотик рухта­ғы йырҙарҙы тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине. Ватаның өсөн тауҙай тороу, илеңде яратыу, тыуған төйәгеңде онотмауға өндәгән көй-моңдар айырыуса үҫеп килеүсе ҡыҙ һәм малайҙарға ныҡ оҡшаны. “Мин илемде яратам!”, “Мин барыһынан да көслө”, “Ватанымды һаҡлау – изге бурысым” тигән һүҙҙәр ул көндө йыш ҡабатланды.
Ғөмүмән, йәмле йәйҙә тәбиғәт ҡосағында ял итеү – үҙе бер ғүмер. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигенән инеш алған Салдыбаш йылғаһы буйынан халыҡ өҙөлмәне. Өлкәндәр аҡыллы кәңәштәрен бирҙе, йәштәр һәр сарала әүҙем ҡатнашты. Киләһе йыл тағы ла ошонда йыйылышасаҡбыҙ, тип таралышты барыһы ла.


Вернуться назад