Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙ11.07.2018
Өфөлә “Супер әсәй-2018” республика бәйгеһе уҙҙы

Әсәйҙәр булғанға, бәхетле көнөбөҙӨфөләге “Родина” кинотеатрында “Супер әсәй-2018” республика конкурсы һәм “Ҡәҙерле әсәй” тамашаһы булды. Сараларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, “Сулпан” студияһы етәксеһе Таңсулпан Ильясова ойошторҙо.


— Бәйгелә 33 кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне. Әммә подиумға уларҙың туғыҙы ғына сыҡты. Күптәре төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡатнаша алманы, — тине Таңсулпан Ильясова. Бәйгене Наил Сырлыбаев менән тап ул алып барҙы.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мода күрһәтеүҙә танылған телевидение алып барыусылары, блогерҙар, сәйәсмәндәр, табиптар иҫәбенән гүзәл заттар ҡатнашты. Улар балалары менән бергә дизайнерҙар тәҡдим иткән кейем коллекцияһын күрһәтте, ижади таланттарын, шәхси һәләттәрен сағылдырҙы.
Баһалама комиссияһынан “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов конкурстың төп һәм махсус бүләктәрен тапшырҙы. Әйткәндәй, бәйгенең еңеүсеһе — Дәүләкән ҡалаһынан Гөлназ Ҡорманаева. Супер әсәй хәләл ефете менән туғыҙ бала тәрбиәләй. Бөтә проблемаларҙы ла бергәләп хәл итәләр. Ата-әсә сабыйҙарын үҙ-ара ихтирам, татыулыҡ рухында тәрбиәләй.
Конкурста икенсе урынға өс бала әсәһе Айгөл Ҡәйепова лайыҡ булды. Өсөнсө урында иһә — ике ҡыҙ әсәһе Айгөл Хәлиуллина. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Республика парламенты Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова әйтеүенсә, был сара Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы нигеҙендә ойошторолдо, ул Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды.
— Бөгөнгө осрашыу әсә булараҡ йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтен арттырыуға, йәш ғаиләләрҙе күп бала тәрбиәләүгә дәртләндереүгә йүнәлтелә. Конкурстың маҡсаты — ғаиләләрҙә һөйөү һәм гармония, балалар менән ата-әсәләр араһында изге мөнәсәбәт булдырыу, — тине парламентарий. — Дәүләт кимәлендә ғаилә сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә, ата-әсәлек мәҙәниәте йолаларын тергеҙеү һәм нығытыу, атайлыҡтың, әсәлектең абруйын арттырыу йәһәтенән эш алып барыла. Рәсәй Президенты Указы менән 2018—2027 йылда Балалыҡ ун йыллығы иғлан ителде. Ошо ҡарар бөтә дәүләт власы органдары, граждандар йәмғиәте институттары эшендә киләһе йылдарға төп йүнәлеште билдәләне. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ғаиләне, әсәлекте һәм балалыҡты хоҡуҡи яҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эш төркөмө ойошторолдо.



Вернуться назад