Балаларға сирек быуаттан ашыу белем биргән Айгөл Ҡырғыҙбаева – хеҙмәтенә күрә ҙур хөрмәт, ихтирам ҡаҙанған абруйлы уҡытыусыларҙың береһе.Оло Әбеш ауылы ҡыҙы, Сибай педагогия училищеһын тамамлап ҡайтып, тыуған төйәгендәге мәктәптә эш башлай. Бер аҙҙан, ошондағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында теш табибы хеҙмәтен күрһәткән Айбулат Ҡырғыҙбаевҡа кейәүгә сыҡҡас, йәштәр ғаилә башлығының тыуған төйәге Бәләкәй Арыҫланғолда төпләнергә ҡарар ҡыла. Айгөл Сәғәҙи ҡыҙын урындағы белем усағына эшкә ихлас ҡабул итәләр.
– Башланғыс мәктәптә иң мөһиме – балаларҙы ысын күңелдән яратыу, хөрмәт итеү. Яһалмалыҡты улар ғәжәп тиҙ тоя, – ти уҡытыусы. – Белемгә нигеҙ тап башланғыс кластарҙа һалынғанлыҡтан, һүҙ юҡ, беҙгә икеләтә тырыш, хәстәрлекле булыу талап ителә. Эшебеҙҙе мөкиббән яратыу зарур. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигәндәй, күңелдәргә ғилем орлоғон нисек һалыуыңа ҡарап, артабанғы яҙмыш хәл ителә бит. Дөрөҫ, бөгөн балалар мәктәпкә күпмелер кимәлдә әҙерлек менән килә. Интернеттың, заман технологияларының һәләтте төрлө яҡлап асыу мөмкинлеге лә ҙур. Уҡыусылар дистанцияла үткәрелгән олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, үҙ эштәрен тәҡдим итә, урын яулай ала. Шулай ҙа баланың эргәһендә тәү сиратта уҡытыусы, ата-әсә булыуы мөһим.
Йыр-бейеүме, һүрәт төшөрөүме, “Оҫта ҡулдар” ярышымы – һәр сарала беренсе Айгөл Ҡырғыҙбаеваның уҡыусылары. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында, әҫәрҙән өҙөктө өс телдә һөйләп, Искәндәр Байгилдин ҙур еңеү менән ҡыуандырған. Уҡытыусы үҙе лә белемен даими камиллаштыра, төрлө яҡлап үҫешкә ынтыла. Әйтәйек, 2008 һәм 2013 йылдарҙа районда уҙғарылған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында беренсе урынды, төп бүләкте яулаған, республика кимәлендә лауреат булған.
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, юғары категориялы педагог – ғаиләһендә бәхетле әсәй, һөйөклө ҡатын. Ире менән өс ул үҫтерә, ҡайны-ҡәйнәһен хәстәрлектән айырмай.
– Ауылыбыҙҙа балалар арта барғанына һөйөнөп бөтә алмайым, – ти алдынғы уҡытыусы. – Рухлы, илһөйәр йәштәребеҙ барҙа, төйәгебеҙ йәшәр, мәктәбебеҙ артабан да гөрләп эшләр.
Хәйбулла районы.