Рәсәй чемпионатына кем бара?10.07.2018
Рәсәй чемпионатына кем бара?Урман эше еңелдән түгел, хатта хәүефле лә. Урмансылыҡтың шахтер һөнәре менән йәнәш ҡуйылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Шуға күрә был хеҙмәттә һәр кем эшләй алмай. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен үҙ итеүселәрҙән оҫталыҡ, таһыллыҡ, сослоҡ талап ителә. Ә инде уға өҫтәп тәжрибәне, белемде ҡушҡанда...

Тап ошо сифаттарҙы ба­һалау, урмансыларҙы туплау, урмансы һөнәренең абруйын күтәреү, пропагандалау маҡ­сатында республикала йыл һайын “Урман ҡырҡыусы”лар конкурсы үтә. Быйылғы сара эшсе һәм инженер һөнәрҙә­ренең абруйын күтәреү, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында, йәмле Ирәндек итәгендә, Граф күле янында үткән “Аҫылташ-2018” башҡорт мәҙәниәте форумы сиктәрендә ойошторолдо. Конкурста төрлө райондарҙан барлығы һигеҙ команда көс һынашты. Ҡат­нашыусылар төп-төҙ теҙелгән ҡарағайҙарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл башҡарып, ағас йығыу технологияһына ярашлы, билдәле урынға тиҙ һәм тигеҙ итеп ауҙарҙы, комбинациялы бысыу ысулдарын ҡулланып, тейешле диаметрҙа ағас бысты, таҙаланы, бен­зобысҡыны һүтеү һәм әҙер­ләүҙә үҙ оҫталығын һәм белемен һынаны.
Рәсәй чемпионатына кем бара?Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Урал Нәсибуллин, урман хужалығы министры урын­баҫары Азат Әхтәмов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев һәм башҡалар тәбрикләне. Хаки­миәт башлығы Илшат Ситды­ҡов билдәләүенсә, район билә­мәһенең дүрттән бер өлөшөн, йәғни 160 гектарын урман тәшкил итә. 2012 йылдан алып “Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уңышлы эшләй, “Баймаҡ урман хужалығы” тарафынан урманды һаҡлау һәм тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә: ағас ултыртыла, урман орлоғо әҙерләнеп, йыл һайын миллиондан ашыу үҫенте үҫтерелә һәм һатыуға сыға­рыла. Тармаҡ сәнәғәте урын­дағы ҡаҙнаны тулыландырыуҙа ла тос өлөш индерә. Районда ағасты тәрән эшкәртеү буйынса маҡсатлы эш алып барыла: евровагонка, блокхаус, евро­иҙән, плинтус кеүек төҙөлөш материалдары етештерелә.
Бар тормошон урман тармағына бәйләгән, уның яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләгән урмансылар менән бер рәттән йәштәрҙең дә бәйгелә ҡатнашыуы хуплауға лайыҡ. Өфө урман хужалығы техникумы командаһы үҙҙәре­нең дәрте һәм сәме менән алдырһа, олораҡтар үҙ тәжри­бәһен “эшкә” екте. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Юлыҡ урмансылығы участкаһынан килгән бәйгесе Ришат Әҙе­һәмов был тармаҡҡа үҙенең 43 йыл ғүмерен арнаһа, Ҡариҙел районы урмансыһы Алмас Ғафаров 1984 йылдан алып урмансылыҡта хеҙмәт итә. “Бындай конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнашам, былтыр Белоретта үткән ярышта еңеүсе булдым, — ти Алмас. – Юлда 12 сәғәт килдек, 800 саҡрымдан ашыу юл үттек, әммә күңел көр, ярышҡа сәм етәрлек. Баймаҡтың матур тәбиғәте күңелдәргә илһам өҫтәй”.
Ә бына ағас йығыусылар бәйгеһендә студент сағынан уҡ йыл һайын ҡатнашҡан, призлы урындар яулап, республика данын Рәсәй күләмендә яҡлаған, Өфө урман хужалығы техникумы хеҙмәткәре Александр Первушин бәйгегә етди әҙерләнгән.
— Үҙем Архангел районында тыуып үҫтем, урманды яратыу мине Өфө урман хужалығы техникумына килтерҙе. Икенсе курсты тамамлағас та, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланым, был бәйгелә уҡыу йорто данын дүртенсе йыл рәттән яҡлайым. Рәсәй чемпионатында икенсе урын яуланым, әле лә еңеүгә ышаныс ҙур, — ти Александр.
Әйткәндәй, әңгәмәсемдең хыялы тормошҡа ашты: “Урман ҡырҡыусы-2018” бәйгеһендә беренсе урын яуланы. Өфө урман хужалығы техникумы командаһы ла беренселекте алды. Баймаҡ ерендә үткән Рәсәй чемпионатының республика төбәк ярышында ҡатнашҡан конкурсанттарҙың һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһының йыйылма командаһы төҙөләсәк. Улар төбәк намыҫын сентябрь айында Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк Рәсәй чемпионатында яҡлаясаҡ.

Баймаҡ районы.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
— 2019 йылдың 1 ғинуарынан халыҡҡа рөхсәт ҡағыҙы юлламайынса урмандан кипкән, ҡороған ағастарҙы алыу һәм файҙаланыу мөмкин буласаҡ. Проект авторҙарының береһе булараҡ, ҡануниәт халыҡ өсөн дә, тәбиғәтте һаҡлау, уны киләсәк быуынға ҡалдырыу маҡсатынан да бик урынлы, тип иҫәпләйем. Артабан да Башҡортостаныбыҙҙың урманын тейешле файҙаланыу, яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында бихисап ҡарарҙар, йүнәлешле эштәр атҡарыуҙа үҙ өлөшөмдө индерермен, тигән ниәттәмен.
Азат ӘХТӘМОВ, урман хужалығы министры урынбаҫары:
— Был бәйгенең төп маҡсаты — урмансылыҡ тармағына һәм һөнәренә ҡарата иғтибарҙы йәлеп итеү, уның абруйын күтәреү, йәштәрҙе ылыҡтырыу. Ағас эшкәртеү тармағында бөгөн элекке кеүек эшләү мөмкин түгел, яңыса ҡараш, яңыса алым, яңы техника һәм ҡорамалдар талап ителә. Сара сиктәрендә был тәңгәлдә маҡсатлы эш алып барыла, уларҙы етештергән компаниялар үҙҙәренең тауарҙарын тәҡдим итә. Икенсенән, ағас йығыусылар үҙ-ара аралаша, тәжрибәләре менән уртаҡлаша, бер-береһен яҡындан күреп, нисек эшләүҙәрен өйрәнә. Шуныһы ҡыуаныслы: яңыраҡ республикала урмансылыҡты үҫтереү, уларға техника менән ярҙам итеү маҡсатында субсидия бүленде. Тимәк, ағасты тәрәнерәк етештереү, уны үҙебеҙҙә ҡалдырыу, урманды ҡырҡыу, яңыртыу, үҫтереү буйынса тейешле талаптарҙы башҡарыу мөмкин буласаҡ.
Хәлит СӨЛӘЙМӘНОВ, Өфө урман хужалығы техникумы директоры:
— Бөгөнгө конкурста уҡыу йортонан беҙҙең команда ҡатнаша. Буласаҡ урмансыларға белем биреү менән бер рәттән беҙ студенттарға “йәшел ҡалҡан”ды һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү буйынса ла эш алып барабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урын яулай. Баймаҡта үткән сараға ла етди әҙерләндек, еңеүгә ышаныс ҙур.


Вернуться назад