Беҙҙең рәссам еңде04.05.2012
Беҙҙең рәссам еңдеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указына ярашлы, 2012 йыл республикабыҙҙа “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” тип иғлан ителгәйне. Республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы йылдың эмблемаһына конкурс ойошторҙо. Комиссия ҡарары менән “Башҡортостан” гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Нәсих Хәлисовтың эмблемаһы иң яҡшыһы тип табылды. Хәйер, бының шулай булырына өмөтләнгәйнек тә, сөнки рәссамыбыҙ алтынсы йыл инде башҡаларға беренселекте бирмәй.
– Конкурс иғлан ителгәс, эмблеманы биш вариантта эшләп алып барҙым. Символдарҙы һайлағанда, тәү сиратта йылдың төп мәғәнәһенә таянып эш итәһең, һүҙҙәрҙе һүрәт аша һынландыраһың. Ҡояш – ул шатлыҡ, бәхет, мәңгелек; күккә сөйөлгән сабый – балалар ижадын үҫтереү, хыял; асыҡ ҡулдар – тәү сиратта баланы ҡурсалаусы ғаилә, дәүләт биргән яҡлау. Быйыл, башҡа йылдарҙан айырмалы, рәсми стилдән ҡасырға булдым. Мәҫәлән, ҡояшты балалар һүрәтенә оҡшатып, йылыраҡ итеп бирергә тырыштым. Тап ошо алым отошло булғандыр, күрәһең. Иң мөһиме – эмблема яҙыуһыҙ ҙа халыҡҡа аңлайышлы, – ти Нәсих Хөббөтдин улы.
Хеҙмәттәшебеҙҙе сираттағы еңеүе менән ҡотлайбыҙ!
Л. ҒАФАРОВА.


Вернуться назад