Ҡат-ҡат тунлы...10.07.2018
Ҡат-ҡат тунлы...Кәбеҫтә — иң таралған йәшелсәләрҙән. Уны, ғәҙәттә, ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуялар. Кәбеҫтә тоҙлауҙың бер хикмәте лә юҡ кеүек, шулай ҙа тәҡдим ителгән ысулдарҙы белеү бер кемгә лә, бигерәк тә йәш хужабикәләргә ҡамасауламаҫ.

Боросло кәбеҫтә
10 килограмм кәбеҫтә, яртышар килограмм татлы ҡыҙыл, һары, йәшел борос, тоҙлоҡҡа 150 грамм тоҙ, 3 литр ҡайнаған һыу алына.
Кәбеҫтәне, татлы боросто нәҙек кенә туҡмаслап турап, тоҙлоҡ ҡойорға. Укроп йәки әнис орлоғо өҫтәргә мөмкин. Тоҙланғас, өҫтөнә ауыр нәмә баҫтырып, һалҡында һаҡларға.

Кавказса кәбеҫтә
3,5 килограмм кәбеҫтә, 2-3 ҡыҙыл сөгөлдөр, япрағы һәм тамыры менән 5-6 петрушка, 2 әсе борос, 10 ҡарағат япрағы, 15-20 бөртөк ҡара борос, тоҙлоҡҡа 3 литр самаһы һыу, 220 грамм тоҙ алына.
Кәбеҫтәне дүрт, әгәр ҙур булһа, һигеҙ өлөшкә бүлергә. Петрушка, укроп, сөгөлдөрҙө йыуып, таҙартып турарға.
Кәстрүл төбөнә күсәндән бүленгән кәбеҫтә япраҡтары, йәшел тәмләткестәр һалырға. Шулай ҡатлап тултырырға, иң өҫтә кәбеҫтә була. Тоҙлоҡ өсөн һыуға тоҙ, лавр япрағы, борос һалып ҡайнаталар ҙа, аҙ ғына һыуынғас, кәстрүлгә ҡоялар. Ауыр әйбер ҡаплап, ике-өс көн йылыла тотҡас, һалҡынға ултырталар. Бер аҙнанан кәбеҫтәне ашарға ярай.

Сәскәле кәбеҫтә
Тоҙлау өсөн сәскәле кәбеҫтәнең көҙгө сорттары һәйбәт. Кәбеҫтәне айырым сәскәләргә бүлеп, һалҡын һыуҙа йыуып, банкаларға тығыҙлап тултыралар. Өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған тоҙлоҡ ҡойола. 10 килограмм кәбеҫтәгә 5,5 литр һыу, 40 грамм тоҙ, 400 грамм аш һеркәһе алына. Ике аҙнанан кәбеҫтәне һалҡын урынға ҡуялар.


Вернуться назад