Ҡотлайбыҙ!06.07.2018
Ҡотлайбыҙ!Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡәҙерле һеңлебеҙ Сажиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Лотфуллинаны 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Баймаҡ районының Комсомол ауылында (хәҙер Сәйғәфәр) тыуып үҫкән иң бәләкәй һеңлебеҙҙең бала сағы, йәшлек йылдары бөтәбеҙҙең күҙ алдында үтте. Ауылыбыҙҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Сибай педагогия учили­щеһына уҡырға инде. Һуңынан ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланы. Хеҙмәт юлын балалар йортонда тәрбиәсе булып башланы, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алды. Мәғариф тармағындағы эш тәжрибәһе артабан уға “Йәшлек” гәзите редакцияһында уҡыу-уҡытыу системаһындағы мәсьәләләрҙе төптән белгән хәбәрсе булырға ярҙам итте. 2003 йылда намыҫлы хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде. 2007 йылда “Йәшлек” гәзитенең “Йыл журналисы” тип табылды.
Ҡәҙерлебеҙҙе күркәм юбилейы менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, Хәлим кейәү менән артабан да тиң-тигеҙ ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Нияз улыбыҙҙың туйын үткәреп, киләсәктә һөйкөмлө ҡәйнә-ҡайны, бәхетле ҡәртәсәй-ҡартатай булып ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә насип итһен.
Нур бөркөп торған донъяғыҙҙың рәхәтен күреп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Килер көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, барыр юлдарығыҙҙы яҡтыртһын, күңелдәрегеҙгә йылылыҡ һәм йәшәү дәрте өҫтәһен!

Изге теләктәр менән апайҙары-еҙнәләре, ағаһы менән еңгәһе һәм уларҙың балалары.


Вернуться назад