Бөгөн “Рәсәй почтаһы” нисек йәшәй, улар күрһәткән хеҙмәт, шарттар заман талаптарына яуап бирәме? Байрамдары айҡанлы, ошо маҡсаттан журналистар өсөн матбуғат сәйәхәте ойошторолдо. Иң тәүҙә Өфөнөң Ленин урамындағы почта бүлексәһе менән танышабыҙ. Ыҡсым ғына бүлмә ялт итеп тора. Баҡһаң, бер нисә йыл элек бында ремонт эштәре башҡарылған. Почта хеҙмәткәрҙәренең дә, клиенттарҙың да эшен еңеләйтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, электрон сират булдырылған. Теге йәки был кешенең посылкаһы ҡайһы кәштәлә ятҡанын компьютерҙан йәһәт кенә аныҡлау эште еңеләйтә.
Бүлексә начальнигы Ксения Саблина әйтеүенсә, 18 мең тирәһе кешене хеҙмәтләндерәләр, айына халыҡтан 300 самаһы посылка ҡабул ителә, үҙҙәре меңдән ашыуҙы тарата.
Унан һуң Цюрупа урамындағы почта бүлексәһенә юлланабыҙ.
– Был – заман шарттарына яраҡлаштырылған бина, – тип таныштырҙы уның менән корпоратив клиенттарға һатыу бүлеге етәксеһе Гүзәл Харисова. – Бөгөн Өфөлә ошондай алты почта бүлексәһе эшләһә, республикала – һигеҙ.
Ысынлап та, уңайлылығы менән һоҡланыу уятты был бүлексә. Пандустар ҡуйылған. Бында махсус йәшниктән посылканы тәүлек әйләнәһенә килеп алырға мөмкин. Шунда уҡ үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү урыны бар. Кәштәләрҙән кәрәкле ҡумтаны алып, посылкаңды төрә алаһың.
Беҙ бүлексә менән танышҡан арала бынан кеше өҙөлмәне. Берәүҙәр коммуналь түләүҙәрен ҡаплау өсөн сират көтә, икенселәр посылка ала. Заман үҙгәрһә лә, почта хеҙмәте үҙенең әһәмиәтен юғалтмай.
Әйткәндәй, “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостандағы филиалына 25 почтамт, магистраль сортировкалау үҙәге һәм автобаза инә. Республика буйынса 1278 почта бүлексәһе халыҡты хеҙмәтләндерә, шуның 1030-ы – ауылдарҙа. Өс күсмә бүлексә бар. Бөгөн филиалда 9,5 мең кеше халыҡҡа 80 төр почта, финанс, мәғлүмәт коммуникациялары хеҙмәте күрһәтә.