Республикала көндәр эҫе тора. Күптәр йылға, күл буйҙарында ял итеүҙе хуп күрә. Был арала һыуға батыу осраҡтарының бермә-бер артыуы ла ошоға бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбандар араһында балалар ҙа бар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит ҒҮМӘРОВ менән һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙ ял хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Фәрит Риф улы, һыуҙағы фажиғәләрҙең үҙенсәлеге нимәлә?
– Төп өс үҙенсәлекте билдәләргә кәрәктер. Беренсенән, кешеләрҙең күпләп һыуҙа батыу осраҡтары тап июль айына тура килә. Был көндәрҙең эҫе тороуына, отпускыларға, каникулға бәйле. Әйткәндәй, йыл буйы теркәлгән һыуҙағы фажиғәләрҙең яртыһы тап ошо мәлдә була. Мәҫәлән, 1 июлдә генә алты кеше батып үлгән. Икенсенән, йәй транспорт сараларының һыуға ҡолау осраҡтары ла арта. Былтыр Хәйбулла районында еңел автомобилдә өс кешелек ғаилә Таналыҡ йылғаһында һәләк булды. Өсөнсөнән, балыҡ тотҡанда һыуға батыусылар бихисап. Йыл башынан алып дүрт балыҡсы һәләк булды. Улар араһында Краснокама районынан ун йәшлек малай ҙа бар. Шуға күрә ял иткәндә һыуҙа һағалаған хәүеф тураһында оноторға ярамай.
– Һеҙҙеңсә, һыу инеү миҙгелендә фажиғәләрҙең сәбәбе нимәлә?
– Төп сәбәптәр – махсус ҡулайлаштырылмаған урындарҙа, иҫерек килеш һыу инеү, физик мөмкинлектәрҙе баһалап еткермәү, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәмәү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
Быйыл ғына булған фажиғәне телгә алып китәйем. Өфөләге Йылы күлдә туғыҙ йәшлек малай һәләк булды. Эргәһендә өлкәндәр булмаған. Былтыр Ауырғазы районында һигеҙ һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар батып үлде. Улар үҙҙәре генә Өршәк йылғаһында һыу инмәксе булған.
– Фәрит Риф улы, ошондай фажиғәләрҙе иҫкәртеү йәһәтенән эш нисек ойошторолған?
– Республикалағы йылға, күлдәрҙә махсус ҡулайлаштырылған 75 һыу инеү урыны асылды, ҡотҡарыусылар дежурҙа тора. Мәҫәлән, Өфөлә генә улар 20 кешене үлемдән ҡотҡарып ҡалды.
Көн һайын ҡотҡарыусылар республикалағы һыу объекттары буйлап рейдҡа сыға. Ошондай саралар барышында асыҡланған “ҡырағай” пляждарға ҡотҡарыусыларҙың ваҡытлыса посы ҡуйыла. Был эшкә йәмәғәтселек вәкилдәре, Бөтә Рәсәй һыуҙа ҡотҡарыу йәмғиәте ағзалары ла йәлеп ителде.
Йылға, күл буйында ял итеүселәр өсөн хәүефһеҙлек саралары тураһында акциялар үткәрелә, батып барғандарға ярҙам күрһәтеү тәртибе өйрәтелә. Иҫкәртеү эше йылдан-йыл әүҙемләшә. Һөҙөмтәлә һәләк булғандар һаны ла кәмей. Мәҫәлән, 2012 йылда 122 кеше батып үлһә, 2017 йылда, был күрһәткес бер аҙ кәмеп, 93 кеше тәшкил иткән.
– Хәүефле һыу объекттарының иҫәбе алып барыламы?
– Һыу инеү миҙгелендә Ағиҙел, Дим һәм Эйек йылғаларында йыш баталар. Быйыл Ағиҙелдә генә алты кеше һәләк булды. Фажиғәләрҙең 55 проценты йылғаларға тура килә, ҡалған осраҡтар күлдәргә, быуаларға һәм карьерҙарға бәйле. Әйткәндәй, һәләк булғандар араһында ир-егеттәр күпселекте тәшкил итә – 85 процент. Былтыр ҙа нисбәт шул сама ине – 80 ир-егет, биш ҡатын-ҡыҙ, һигеҙ бала батып үлгән.
– Фәрит Риф улы, һыуҙа ҡазаға тарымайым тиһәң, нимә эшләргә?
– Йылға, күл буйҙарында ялым һәйбәт үтһен тиһәгеҙ, таныш булмаған, һыу инеү тыйылған урындарҙы һайламағыҙ. Эскән килеш, шулай уҡ яңғыҙ һыуға төшмәгеҙ. Һыу төбөнөң ниндәй икәнлеген белмәһәгеҙ, суммағыҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ. Сабыйҙарҙы иһә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.