Республика “Шәжәрә” байрамы 12-се тапҡыр уҙғарыла. Ул бығаса Әбйәлил, Әлшәй, Баҡалы, Краснокама, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Көйөргәҙе, Дүртөйлө, Ҡариҙел райондарында ойошторолдо.Балтас ерендә байрамға йыйылыусыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев менән ошо район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев тәбрикләне.
Республика стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин “Шәжәрә” байрамында “түңәрәк өҫтәл”дәр үткәреүҙең күркәм йолаға әйләнеүен билдәләне. Ошондай матур сараның һабантуйҙар һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы менән үрелеп барыуы беҙҙең республикаға ғына хас булыуын телгә алды.
Байрамдың йөкмәткеһе бик бай булды. Конференциянан тыш, “Ғаиләм — ҡәлғәм”, “Йәш килен”, “Ялан ашы” милли бәйгеләре ойошторолдо.
Конкурстарҙа туғыҙ райондан 13 ғаилә ҡатнашты. Бәйгенең беренсе көнөндә һайлап алыу турында ғаилә, туғанлыҡ ептәре бәйләгән коллективтар 12 минутлыҡ сығыштан торған тамаша тәҡдим итте. Һәр династияның традицияларына нигеҙләнгән “Ғаилә тантанаһы” тип исемләнгән театрлаштырылған миниатюра, “Бишек йыры”, “Йондоҙло ғаилә” бәйгеләрендә һәр төркөмдөң үҙе теләгән жанрҙа үҙенсәлекле сығыш тәҡдим итеүе сараны байытты.
Балтас районы данын биш ғаилә яҡланы: Йыһангировтар, Хәйҙәршиндар, Пукроковтар, Сураҡовтар, Фәтхуллиндар. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Хәйҙәршиндар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урынды Баймаҡ районынан Хәсәновтар ғаиләһе яуланы, икенсе урынды Ҡариҙел һәм Балтас районынан Ғәлиәскәровтар, Пукроковтар бүлеште. Өсөнсө урынға иһә Балтас районынан Фәтхуллиндар һәм Йыһангировтар, Краснокама районынан Әхтәмовтар лайыҡ булды.
Башҡортостанда тәүгә үткәрелгән “Йәш килен” фольклор конкурсында төбәктәрҙән 12 ҡатын-ҡыҙ зирәклектә, оҫталыҡта, уңғанлыҡта көс һынашты. “Килен сәйе” бәйгеһе ҡыҙыҡлы булды. Бәйгеселәрҙең аш-һыу бешереүгә, нәфис һүҙгә, йырға, бейеүгә һәләттәрен тамашасылар йылы алҡыштар менән баһаланы.
Балтас районы.