Ҡайһы көн уңышлы?06.07.2018
Ҡайһы көн уңышлы?
Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:
– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?
Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:
– Шаршамбы...
Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.
– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.
– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...
– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?
– Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.
* Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмау зарур.
Ярҙам
Урманда аҙашҡан малай ҡапыл бер бабайҙы күреп ҡалып, янына ашыҡҡан.
– Юлды таба алмайым, – тип илап ебәргән ул. – Ҡурҡам, асыҡтым... Ярҙам итегеҙ миңә.
Бабай бер һүҙ ҙә өндәшмәй юлын дауам иткән. Малай уның артынан илай-илай йүгергән: “Ашарыма бирегеҙ, асыҡтым...” Ҡарт иһә ярҙам урынына үҙе еләк-емеш өҙөп ашай башлаған. Буйы менән һөйләнеп, илап арыған малай ҙа бер аҙҙан бабайҙан күрмәксе ризыҡланырға тотонған. Икәүләп емеш-еләк йыйып, балыҡ тотоп, көр кәйеф менән ауылға илткән юлға килеп сыҡҡандар.
* Ислам ҡушыуынса, баланы бәләкәйҙән үҙ көсөнә таянырға, кешегә һалышмаҫҡа, һөнәргә өйрәтеп үҫтерергә кәрәк. Халҡыбыҙҙың “Үҙең тапҡан мал булмаһа, атайҙыҡы йәл түгел”, “Ярҙам итәм тиһең икән, кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк” кеүек әйтемдәре – ҙур һабаҡ. Бала ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, яуланғандың ҡәҙерен белмәйәсәк.
Бутарға ярамай
Бай тормош тәжрибәһенә эйә өлкән остаздың өйө бер ваҡытта ла буш тормаған: кешеләр уға кәңәш һорап йыш килгән. Был йортто айырыуса йәштәр яратҡан.
– Ошо һорауға яуап бирегеҙ әле, – тигән уларға бер көн ҡарт. – Бүрәнәлә теҙелеп ултырған өс тәлмәрйендең береһе һыуға һикерергә ҡарар иткән. Нисәүһе өҫтә ҡалған?
– Бәй, икәүһе... – Йәштәр, һорауҙың үтә ябайлығына аптырап, бер-береһенә ҡарашҡан.
– Юҡ, дөрөҫ түгел.
Нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған йәштәр төрлө яуап тәҡдим итә башлаған. Ә оҙаҡ өндәшмәй ултырған береһе әйтеп ҡуйған:
– Өсәүһе лә өҫтә ҡалғандыр...
– Ни өсөн улай тип уйлайһың?
– Һеҙ бит “тәлмәрйен һикергән” тип әйтмәнегеҙ.
– Дөрөҫ, – тигән остаз. – Ҡарар ҡылыу менән эште ғәмәлгә ашырыуҙы бутарға ярамай.