“Ете йөҙ етмеш ете хәҙис” китабынан06.07.2018
321. Фәҡир булма, етеш йәшә,
Золом ҡылма, күрмә золом.
Тик Аллаһҡа һыйынып ҡына
Бәләләрҙән ҡотолорһоң.

338. Бала таба, тәрбиәләй
Яратып та, йәлләп тә,
Намаҙға ла таба ваҡыт,
Ире лә ҡәнәғәт ҡатын –
Урыны изге йәннәттә.

408. Мосолманға тиң түгел
Мосолманды алдаусы,
Уға зарар килтереүсе
Беҙҙең өммәттән түгел.
484. Дуҫлашмаған, дуҫлыҡты ҡабул итмәгән
Кешеләрҙә изгелек юҡ.
Мөьмин һәр саҡ дуҫлыҡ яҡлы,
Халҡым тип йөрөгән – хаҡлы.

529. Атаң мөхәббәтен һаҡла,
Ҡәҙерлә, киҫә күрмә.
Юғиһә һиндәге нурҙы
Аллаһ үҙе һүндерә.

541. Тапшырғандар икән һиңә
Берәйһенән аманат,
Һиңә хыянат итһәләр ҙә,
Итмә ҡаршы хыянат.

655. Теле йәки яуызлығы менән
Башҡаларҙың ҡотон алғандарға
Ҡиәмәт көнөндә йәһәннәмгә
Иң хәтәр урынды һайлағандар.

773. Минән хәҙис ишеткәс тә
Үҙ итһә күңелегеҙ,
Ул хәҙис миңә лә яҡын –
Шатлығымды белегеҙ.
Минән хәҙис ишеткәс тә
Күңелегеҙ кире ҡаҡһа,
Ул хәҙис һеҙҙән йыраҡта,
Мин – нығыраҡ йыраҡта.


Вернуться назад