Ҡәҙерле “Башҡортостан” гәзите редакцияһы! Мин һеҙгә Ишембай районының Ҡанаҡай ауылы халҡы үтенесен еткерәм.
“Элек башҡорт ерҙәре бер әсмүхә сәйгә һатылған”, тип, үткәндең тетмәһен тетәбеҙ, ата-бабаларыбыҙҙың намыҫын бысратабыҙ. Ә үҙебеҙ бөгөн — аң-белем кимәле, фән үҫешкән мәлдә — берәй нәмә эшләй алабыҙмы һуң? Беҙҙән һорап торалармы? Юҡ, әлбиттә. Барлыҡ тәбиғи байлыҡ — байҙар, намыҫһыҙҙар ҡулында. Хатта эсәр һыу ҙа, һулар һауа ла уларҙыҡы: теләһәләр — бысраталар, теләһәләр — һаталар. Халыҡты көпә-көндөҙ талайҙар.
Ишембай районындағы Берғамыт шишмәһе Стәрлетамаҡ халҡын, заводтарын һыу менән тәьмин итә. Эсенән оло кеше йүгереп йөрөрлөк ҙур диаметрлы торбалар һуҙып, Һәләүек буйындағы ауылдарға һыу үткәргәйнеләр. Хәҙер шуның өсөн аҡса түләтәләр. Кубометрына — 24 һум! Ә яҙ һәм йәй айҙарында баҡсаға һыу һипкән өсөн бер сутыйға — 79 һум, көҙ 225 һум түләргә кәрәк. Ғәҙеллек ҡайҙа? Ысынында иһә Стәрлетамаҡтың һыу менән ҡулланыусылары беҙгә түләргә тейеш түгелме? Торбалар алыштырылмай, ауылдарҙа һыу колонкалары ватылып бөтөп бара... Ә экологик зыянды кем һанай ҙа, кем уйлай? Берғамыттың 90 проценттан ашыу һыуы алынып, Һәләүек йылғаһына ҡушылмағас, ул һайыҡты: йәйен тауыҡ кисеп сығырлыҡ! Һәләүек буйындағы ағастар ҡорой, емеш-еләк бөттө, һаҙлыҡ, күлдәр кипте, һыу буйында томан, ысыҡ төшмәгәс, көтөүлектәрҙә үлән үҫмәй, бесәнлектәрҙә саң борҡоп ята. Тартырлыҡ һыу булмағас, хәҙер нисәмә йыл инде ваҡытында ямғыр яумай — ҡоролоҡ.
Бына ошоларҙан һуң да халыҡтан аҡса таптыр инде?!
Ишмөхәмәт БАЙМӨХӘМӘТОВ.
Ишембай районы,
Ҡанаҡай ауылы.