Уҡытыусы һәм бала06.07.2018
Уҡытыусы һәм бала

Бер бала уҡытыусыға:
— Миңә атайым күп уҡырға ҡушманы. “Күҙең ауыртыр, күрмәй башларһың” тип әйтте, — тигән.
Уҡытыусы уға:
— Юҡ, балаҡай, күп уҡыған һайын күҙең асыла барыр. Донъяны яҡшыраҡ күрә башларһың, — тигән.

Тел – донъя асҡысы

Бер ваҡыт аҡыл эйәһе янына уның уҡыусыһы килеп былай тип һорау бирә:
– Әйтегеҙ әле, уҡытыусым, ни өсөн күп осраҡта беҙ, уҡыусыларығыҙ, һеҙ күргән һәм иғтибар иткән әйберҙәрҙе күреп өлгөрмәйбеҙ йә тулыһынса аңлап етмәйбеҙ икән?
Аҡыл эйәһе бер аҙ уйланып ултырғандан һуң янындағы ҡумтаһынан боронғо яҙыуҙар менән бер төргәк сығарып, уҡыусынан былай тип һорай:
– Бына ошонда нимә күрәһең?
– Быуаттар белемен һаҡлаған ҡәҙерле ҡулъяҙ­маларҙы, – тип яуап бирә уҡыусы, үҙенең был яҙмалар тураһында бер нәмә лә аңламағанын йәшерергә теләп.
– Был – боронғо грек сауҙагәренең яҙмалары, – ти аҡыл эйәһе. – Мин быны беләм, сөнки ҡасандыр үҙемдең был донъялағы күп нәмәләрҙе белмәгәнлегемде аңлап, телдәрҙе теләп өйрәндем. Тел белеү, белемлелек – ул был донъяның төрлө даръяларындағы ишектәренә аҫыл асҡыс ул.

Белем ҡәҙере

Бер ваҡыт остаз янына бер кеше килеп, уның башҡарған эштәренең файҙа­һыҙлығын раҫларға теләй:
– Һинең һөйләгәндәреңдән йәмғиәткә бер генә файҙа ла юҡ бит.
Остаз ҡумтаһынан аҫылташ алып, был кешегә:
– Аҫылташты баҙарҙағы сауҙагәрҙәргә алып бар ҙа уның өсөн күпме алтын бирә алыуҙары хаҡында һора, – ти.
Кеше ташты алып баҙарға бара, тик нисек кенә тырышмаһын ҙур аҫылташ өсөн бер нисә көмөш тәңкәнән дә артыҡ биреүсе табылмай.
– Ярай, – ти остаз. – Ә хәҙер ошо ташты эшләгән оҫтаға барып, уның хаҡын һора. Шунда уның күпме хаҡ ҡуйыуын күрерһең.
Аныҡ яуап алырға теләгән кеше оҫтаға бара. Һәм уның аҫылташ өсөн ун мең алтын тәңкә тәҡдим итеүенән ғәжәпкә ҡала.
Ошонан һуң остаз был кешегә:
– Һин, баҙарҙағы аҫыл­ташҡа көмөш тәҡдим иткән сауҙагәрҙәр кеүек, минең кешеләргә биргән белемде баһаларға теләнең. Әгәр ҙә аҫылташтың ысын ҡиммәтен белергә теләһәң, ошо ҡиммәт­тәрҙе тыуҙырған оҫта бул. Шунда ғына һин кешеләр башҡарған хеҙмәт хаҡының ҡиммәтен аңларһың.


Вернуться назад