Ер бөтмәһә, ил бөтмәҫ06.07.2018
Ер бөтмәһә, ил бөтмәҫЫсынлап та, тыуған еребеҙҙән ситтә йөрөһәк тә, туған, телебеҙҙе, моңобоҙҙо, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмайбыҙ. Фәһемле осрашыуҙар, йыр-моң аша күңелдәрен нурға сорнап, матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән тамашасылар өсөн рухлы, эстәлекле концерттар ҡуйып торабыҙ.

Күптән түгел Норильск ҡалаһында башҡорттарҙың милли-йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән “Осрашырға, күрешеүгә саҡырып тора моңдар...” тигән концерты булды.
Бай йөкмәткеле сара тамашасыларға бик оҡшаны, һәр сығышты улар көслө алҡыштар менән оҙатты. Бигерәк тә ҡурай моңдарынан күңелдәре хушланды. Уның аша башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышы сағылдырылды.
Тыуған яҡты һағындырып, тәрән мәғәнәле, хисле башҡарылған йырҙарҙы тамашасылар яратып тыңланы. Хатта ҡушылып йырлап ултырҙылар.
Оҫта итеп башҡарылған скрипка көйҙәре лә һәр кешене әсир итте. Халыҡ бирелеп китеп, ихлас тыңланы. Башҡорт лирик, ҡурай көйҙәренә бейеүҙәр тамашасыларҙы илһамландырҙы, ҡанатландырҙы.
“Башҡортостанды яҡшы беләһеңме?” тигән викторина үткәреү ҙә бик отошло булды. Залда ҡарап ултырыусыларҙың дәррәү ҡатнашыуы, яуаптарҙы белеүе һоҡландырҙы.
Концерт аҙағында башҡорт милли мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Амур Сөнәғәтуллин сығыш яһаны. Ул даими осрашып торорға, берҙәм булырға әйҙәп, Норильск ҡалаһында башҡорт милли мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ижади өлөш индергәндәре өсөн ҡатнашыусыларҙы Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Бына улар, әүҙем, рухлы кисәнең биҙәктәре — Рәмил Ғәлинуров, Ләйсән Саптаръяпова, Илмир Ултраҡов, Гүзәл Сөнәғәтуллина, Ғаян Ялсығолов, Рәмзиә Мусина, Гөлнара Миһранова, Алина Әбйәлилова, бәләкәс йондоҙҙарыбыҙ — Самира Сәлихова һәм Дарина Әбйәлилова.
Норильск ҡалаһында башҡорт милли мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн ойоштороусыларға ла — Гөлнара Миһранова, Луиза Әхмәтйәнова, Зөлфиә Сәлихова, Диләрә Ҡаҙаҡҡоловаға — Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Концертыбыҙҙың ҡунағы — Норильск ҡала хакимиәтенең йәмәғәт берекмәһе һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар бүлеге хеҙмәткәре Светлана Степановна Иванина ла сараны яҡшы баһаланы.
Концерттан һуң башҡорт көйҙәренә күмәк бейеүҙәр ойошторолдо. Ғөмүмән, тамашасыларыбыҙ күңелдәренә ял, дәрт-дарман алып, күтәренке кәйефтә таралышты.
Ә беҙ иһә үҙәк китапхана системаһы һәм Норильск ҡала хакимиәттәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай осрашыуҙарҙың даими булырына өмөтләнәбеҙ.

Норильск ҡалаһы.


Вернуться назад