Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы06.07.2018
Милли кейем парадына алыҫтан килеп еткән ул

Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙыӨфө ҡалаһында үткән Милли кейем парадына, Жуков ауылында йәшәгән Шабан Лоҡманов һәм уның кәләше Мая менән һөйләшеп, уларҙың машинаһына ултырып килдем. Был ваҡиға күңелде йәнле тәьҫораттар менән байытты. Шабан сығышы менән Ҡурған өлкәһенән. Уның ғәжәйеп туғандары, әсәһе Гөлсара апай, энеһе Салауат, килендәре, һеңлеһе менән танышыуыма бик шатландым. Ҡайыулы күлдәк итәктәре, алъяпҡыстары, шау тәңкәнән торған түшелдеректәре, баштарына матур итеп бәйләгән француз яулыҡтары, сикәнән баш лап эйәккә тиклем тәңкәле һағалдырыҡтары, күркәм беләҙектәре – иҫ китмәле! Гөлсара апай аяҡтарына хатта биҙәктәр төшөрөлгән сарыҡ та кейеп алған. Бына, исмаһам, матурлыҡ! Улар был байрамдың йондоҙо тиһәң дә, ялған булмаҫ.


“Евразия йөрәге” сиктәрендә ойошторолған Этнотөнгә йыйылған төрлө милләт шәхестәре менән аралаштыҡ, милли кейемдәрҙең дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә ҡатнаштыҡ. Рәсәйҙең Гиннесс китабына индерерлек һөҙөмтәне – 1192 кеше ҡат­нашҡанлығын иғлан иттеләр. Майҙан балҡып торған тере сәскә гөлләмәһен, ергә төшкән йәйғорҙо хәтерләтә ине. Ҡулға-ҡул тотоношоп, эскерһеҙ йылмайып, мөләйем ҡарашып, ҡосаҡ­лашып, рәхәтләнеп аралаштыҡ.
Гөлсара Сәйфелмөлөк ҡыҙы Лоҡманова (Фазылова) 1948 йылда Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының Ҡалмаҡ-Әбдерәш ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуған. Уның атаһы Сәйфелмөлөк Фазылов 1912 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград яуында ҡатнашҡан.
Гөлсара йәштән үк етеҙ, теремек, зирәк аҡыллы булып үҫкән. Тыуған ауылындағы мәктәпте тамамлағандан һуң, колхоз эшенә егелгән. Ике тиҫтә йыл малсылыҡта эшләгәндән һуң, йыр-бейеүгә маһир, лидерлыҡ сифаттарына эйә ҡатынды ауыл мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар.
Иң төп хеҙмәте, әлбиттә, әсә булыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың. Тормош иптәше Ғиниәтулла Сөләймән улы Лоҡманов менән биш балаға ғүмер биргән улар. Иң өлкән улдары Шабан Ҡурған ауыл хужалығы институтының механика факультетын, һуңынан Екатеринбургтағы Урал дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. Әле Ерҙәрҙе мелиорациялау идаралығында Үҙәк участка начальнигы булып эшләй.
Ҡатыны Мая Ҡурған дәүләт университетының педагогика факультетын тамамлаған, урыҫ теле һәм әҙәбиәте белгесе. Яңы Жуковтағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Дүрт ул тәрбиәләйҙәр. Өлкәне Рушан Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған, хәҙер аспирантурала уҡый, өйләнгән.
Икенсе улдары Руслан Урман хужалығы техникумын тамамлаған, ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Атаһы эшләгән предприятиела водитель.
Өсөнсө улдары Ризуан – Дим районын­дағы 102-се Башҡорт гимназияһының VIII класын, кинйәһе Ридан Жуков ауылы мәктәбенең I класын тамамлаған.
Гөлсара апай йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Сафакүл районына Башҡортос­тандан берәй фәнни йә мәҙәни делегация килһә, төрлө башҡорт йолаларын күрһәтер өсөн тап уны саҡырып алалар. Күптән түгел “Бәпес туйы” йолаһын күрһәткәндәр. Ауыл мәҙәниәт йорто ҡарамағында ойошторолған “Әхирәттәр” йыр-бейеү фольклор ансамбле әүҙем эшләй, боронғо йырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе оҫта башҡаралар. Туйҙарҙа сеңләүҙе сәхнәләштерәләр.
Гөлсара апай милли аш-һыу әҙерләүгә маһир, телеңде йоторлоҡ була ашамлыҡтары. Төбәктә үткән бер милли сара ла унан башҡа уҙғарылмай. “Ҡарға туйы”, “Кәкүк сәйе” байрамдары Ҡурғанда бик йәмле ойошторола. Өлкәнең “Сыңрау торна” башҡорт йыры фестивалендә лә, шулай уҡ Өфөлә уҙған Ҡурған башҡорттары көндәрендә лә, Стәрлетамаҡта “Ашҡаҙар таңдары” байрамында ла ҡатнашҡан.
Ошондай рухлы, республиканан ситтә йәшәп тә, милли асылын һаҡлаған, балаларын башҡорт булмышлы итеп тәрбиәләгән кешегә нисек һоҡланмайһың да уның менән нисек ғорурланмайһың?!. Рәхмәт һиңә, Гөлсара апай, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡыҙы!



Вернуться назад