Тамырға балта сабыласаҡ!04.05.2012
Берәй ғәмәл ҡылыу өсөн — ниәт һәм әмәл, ә бының өсөн сәбәп кәрәк, тиҙәр. Яңыраҡ Ейәнсура районының Сирғол мәктәбе уҡыусылары менән ауыл халҡы ҡаршы тороу акцияһы уҙғарҙы. Беҙ уны ойоштороуҙың сәбәбен аңларға тырыштыҡ.
Тәүге һүҙ Ибрай мәктәбе директорының Сирғол мәктәбендәге уҡытыу буйынса урынбаҫары Зөлфиә Фәхретдиноваға:
— Мәктәптә әле 53 уҡыусы уҡый. Алты йылдан балалар һаны тағы ла дүртәүгә кәмейәсәк. Ауылға йәштәр ҡайтып, балалар һанын ишәйтмәһә, ысынлап та, мәктәпте ябыу мәсьәләһе, иртәме-һуңмы, барыбер килеп баҫасаҡ. Бөгөн 16 уҡытыусының өсәүһе (физика, тарих, математика), ставка етмәгәнлектән, бер үк ваҡытта Ибрай мәктәбендә лә дәрестәр алып бара. “Уҡыусыларыбыҙға яҡшы белем бирәбеҙ ҙә, улар вузды тамамлағас, ҡаланы һайлай ҙа ҡуя”, — тип һөйләшеп тә алабыҙ. Ысынлап та, замана еленә ҡаршы барып булмай. Ҡайһы бер уҡыусылар, ҡаршы тороу акцияһына ҡушылып, бер нисә көн дәрескә йөрөмәһә лә, уҡытыусылар күрше ауылдарҙан килгән балаларҙы уҡытыуын туҡтатманы. Дәрестәр әле тулыһынса алып барыла.
Мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы, дүрт бала әсәһе Гөлнара Аҙнағолова тотош республиканың иғтибарын үҙенә йәлеп иткән ваҡиға тураһында былай тине:
— Ҡулайлаштырыу тип ҡасандыр гөрләп торған урта мәктәбебеҙҙе тәүҙә туғыҙ йыллыҡҡа әйләндерҙеләр. Артабан уны күрше Ибрай урта мәктәбенең филиалы итеп үҙгәртеүҙәрен беҙ, ата-әсәләр, белмәй ҙә ҡалдыҡ. 13-ө көнө магазинға барһам, кешеләр, мәктәпте ябалар ҙа унда район үҙәгенән социаль приютты күсерәсәктәр икән, тип ҡайғырышып тора. Был хәл миңә бик ауыр тәьҫир итте: дүрт баламды Ибрай мәктәбенә көн дә йөрөтөп уҡытырға тейеш булып сығам. Автобусҡа бер рейсҡа 22 генә бала һыя. Сирғол, Байдәүләт, Саҙалы уҡыусыларын унда алып барыу өсөн водителгә өс рейс яһарға тура киләсәк. Нимә, балалар көн һайын көтөп ултырырға тейешме ни? Уларҙы уҡытмаһам-уҡытмайым, әммә Ибрайға ебәрмәйем. Йәки бөтөнләй ситкә оҙатам. Мин генә түгел, ауылдағы күп ата-әсә шундай фекерҙә. Ә уҡытыусыларҙың береһе: “Балаларыңды уҡытырға ебәрмәһәң, штраф түләйәсәкһең. Йәки һеҙҙе ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр”, — ти. “Мине әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итһәләр ни, ярар, балаларым, исмаһам, мәктәп бинаһында асыласаҡ социаль приютта, йәғни ауылда үҙ күҙәтеүем аҫтында булыр”, — тинем аптырап... Мәктәпте япһалар, ауылды ауыл итеп тотоп торған тамырға балта сабыласаҡ. Мин — социаль хеҙмәткәр, яңғыҙаҡ ҡарттарға ярҙам итәм. Ошо мәктәпте төҙөтөү өсөн күпме көс-тырышлығын һалған мәрхүм директорыбыҙ Ишбулды Солтан улы Әбизовтың ҡатыны Фәрҙәнә Шәрифҡол ҡыҙын да ҡарайым. “Бахыр Ишбулдым ҡәберендә ҡырҡҡа әйләнеп яталыр инде был хәл өсөн”, — тип илай ул. Иларлыҡ та шул, сөнки ауылыбыҙҙың үҙ тарихы, күркәм йолалары бар. Бындай сетерекле мәсьәләне хәл итер алдынан иң тәүҙә халыҡты йыйып һөйләшергә кәрәктер бит...
Сирғол мәктәбенә бәйле хәл-ваҡиғаға район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Рәйлә Иҙелбаеванан аңлатма биреүен һораныҡ:
— Мәктәпте ябыу тураһында һүҙ алып барылманы, ул кемдеңдер ҡотҡоһо ғына: район етәкселегенең маҡсаты — ҙур мәктәп бинаһын һаҡлап ҡалыу, сөнки уны тотоу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә йылына 400 мең һум тирәһе аҡса сарыф ителә. Ә бинаны һаҡлап ҡалыуҙың бер юлы — әле ағас йортта урынлашҡан социаль приютты (янғын хәүефһеҙлеге маҡсатында) унда күсереү. Берҙән, мәктәптә башланғыс кластар һаҡланып ҡаласаҡ — унда 15 бала уҡый; икенсенән, ауылдың 25 кешеһе өсөн эш урыны барлыҡҡа киләсәк (район үҙәгендә йәшәгән социаль приют хеҙмәткәрҙәренең ауылға күсеп бармаясағы көн кеүек асыҡ). Әлегә был учреждениены яңы бинаға күсереү мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала.
Өҫтәп шуны әйтер инем: быға тиклем Абзандағы балалар реабилитациялау үҙәген (шул уҡ янғын хәүефһеҙлеге маҡсатында) Самаҙы туғыҙ йыллыҡ мәктәбенә күсереү ыңғай хәл ителде. Был мәктәптең уҡытыусылар коллективы менән ата-әсәләр аңлы мөнәсәбәт күрһәтте һәм бер ниндәй ҙә сетерекле хәл килеп сыҡманы.
Эйе, ауыл — ул йәнле организм. Ҡасандыр бер көйгә, яйға һалынған йәшәйеш-көнкүрешкә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ, үҙгәртеү индереүҙе кешеләр өнәп етмәй, ауыр ҡабул итә. Тәүҙә күмәк хужалыҡтарынан, артабан ауылды ауыл итеп тотоп торған башҡа ойошмаларынан, учреждениеларынан яҙған халыҡ, тағы ла берәй нәмә булып ҡуймағайы тип ҡурҡып тора. Киләсәктә лә булыр әле әллә күпме үҙгәреш. Көтөлмәгәнлек булмаһын өсөн, бәлки, халыҡ менән, ысынлап та, алдан аңлатыу, ойоштороу эше алып барырға кәрәктер.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ейәнсура районы.


Вернуться назад