Үҙең ултырған ботаҡҡа балта сапма06.07.2018
Үҙең ултырған ботаҡҡа балта сапма“Бәхетһеҙ бала cаҡ өсөн уға алимент түләргә тейешбеҙме?” – ти балалар

“Мин бер йәш ғаиләне беләм, улар шул тиклем тырыш, матур донъя кө­тә. Тик атайҙары көн күрһәтмәй: бала саҡтарында туҡмап ыҙалатһа, хә­ҙер судҡа биреп, алимент юллап маташа. Ошо ғаилә менән осрашып, яр­ҙам итһәгеҙ ине” тигән мөрәжәғәт булды.

Сит ғаиләлә ниҙәр бар?

Ғаилә – башҡаларға ситтән әллә ни күренмәгән, шул уҡ ваҡытта бихисап мәшә­ҡәттәрҙе туплаған бәләкәй генә дәүләт ул. Уның үҙ ҡануниәте, йолалары, ҡалыпҡа һалынған мөнәсәбәттәре, маҡсаттары бар. Шулай булһа ла, унда бер-береңде йәберләүгә, ҡыйнауға, мыҫҡыллауға юл ҡуйырға ярамай. Беҙ танышҡан ғаиләлә иһә атай кеше яҡындарын ҡурсалап, яҡлап, матди йәһәттән тәьмин итеү бурыстарын үтәү урынына, киреһенсә, йылдар буйы уларҙы мыҫҡыл иткән, язалаған, әле лә тыныс йәшәргә ирек бирмәй.
– Бында күрше райондан килен булып төштөм. Тормош иптәшем Мансурҙы ҡа­лала эшләп йөрөгәндә осраттым. Фатирҙы ҡуртымға алып йәшәнек. Тәүге балам менән декрет ялына сыҡҡас, ауылға йә­шәргә ҡайтырға ҡарар иттек, – тип Хәҙисә* апай башынан үткәндәрҙе һөйләне.
Өйләнешеп, бер-ике ай торғас, ире уға ҡул күтәрә башлай. Ауылда ла шул уҡ хәл дауам итә. Туҡмаҡтарға түҙә алмаған ҡатын, сабыйын алып, тыуған ауылына юллана. Әммә ир килеп, башҡаса ҡул күтәрмәйем, тип вәғәҙәләр биреп, яңынан алып ҡайта. Ир һүҙе бер була, тик был әйтем Мансурға ҡағылмай, сөнки ул һүҙендә тора алғандарҙан түгел. Был юлы ла шул уҡ хәл ҡабатлана.
Ғаилә ишәйә: икенсе бала – ҡыҙҙары тыуа. Ир бер ҡайҙа ла оҙаҡ эшләй алмай, эсергә яратыуы арҡаһында һәр урындан ҡыуыла. Икешәр ай “байрам итеп” йөрөгән кешене кем тотһон инде? “Иң күбе өс-дүрт көн айныҡ йөрөй ине”, – ти бөгөн улы Хафиз.
...Ғаиләлә өсөнсө бала – Хафиз тыуа. Балаға йәш ярым булғас, Хәҙисә фермаға эшкә сыға. Ҡатын тапҡан аҡсаға йәшәйҙәр. Малды ла күпләп тотоу мөмкинлеге булмай, сөнки ирҙә донъя көтөү ҡайғыһы юҡ. Ферманан иген бирһәләр, ир үҙен һаҡлап, бер ваҡытта ла тоҡто яңғыҙы күтәрмәй. Ҡустыһының холҡон белгән апаһы: “Килен, һиңә һәйкәл ҡуйырға кәрәк, уға түҙгәнгә”, – тип йыш әйтер була.
Хәҙисә иренең ҡыланыштарына түҙә алмайынса, тағы ла тыуған ауылына юл тота. Был юлы иһә Мансур уны ҡайта­рыуҙың икенсе юлын һайлай – баланы урлап алып ҡайта.

Балаларҙы ҡыйырһытыу

Ә инде ғаилә эсендә барған хәлдәр иҫ китмәле була. Бер саҡ атай кеше, ҡыҙы матур кейенеп йөрөмәһен тип, балаһының туфлийын балта менән тураҡлап ташлай. Матур кофтаһын да систереп алып, утҡа яғыуына хайран ҡалырлыҡ.
Балалар күрше ауылға йөрөп белем ала. Улар уҡыуҙан ҡайтып инер-инмәҫтән, ашатмайынса, тышҡа эшләргә сығарып ебәрә. Шулай уҡ ҡайтыу менән уларҙың көндәлектәрен тикшерә лә: “Ниңә билдә алманығыҙ?” – тип туҡмай башлай.
– Төндә йоҡлап ятҡанда беҙҙе тиктомалдан карауаттан алып ташлай ине. Хан за­манындағы сәс ҡырҡыу машинкаһы менән сәсте ала. Ҡыбырлаһаң, шул ма­шин­ка менән башҡа һуға. Ашап ултыр­ған­да ла тыныслыҡ булманы. Шым ултыр­һаҡ та оҡшаманы, шапылдап ашай­һығыҙ, тип юҡ-барға бәйләнеп тә, башы­быҙға ҡалаҡ менән һуға ине. Кирза итек менән типкеләгәнен дә онотоп булмай...
Таңғы сәғәт биштә әсәй эшкә китә. Ә атай төнө буйы уны ҡыйнап, туҡмап, сте­наға һуҡҡыслап сыға. Беҙгә йоҡларға ирек юҡ. Төн буйы шуны ишетеп илайым. Ике тапҡыр әсәйҙең ҡулын һындырҙы. Бесәнгә китеп барғанда ла, юҡ сәбәп табып, беҙҙе дилбегә менән туҡмай ине. Өйҙән һәр саҡ баҫтырып сығарҙы. Күршелә йәшәгән олатайҙарға ҡасабыҙ. Милиция саҡыртып та ҡараныҡ, апайым ауыл хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итте, сара күрмәнеләр, – ти Хафиз, бәхетһеҙ бала сағын иҫкә төшөрөп.
Мансур ниңәлер балаларын яратмай. Уларға кейем дә алдыртмай. Ҡатыны яңы әйбер алғанын күрһә, тауыш ҡуптара. Шуға был ғаиләләге балалар туғанда­рының иҫке кейемен кейеп үҫә. “Бөтә кеше матур, бөхтә йөрөй, ә беҙ йолҡош кеүек”, – ти Хафиз.
– Балалар бәләкәй саҡта ташлап сығып ҡаса инем. Улар үҫә төшкәс, ҡыҙ бала бар, тип сыға алманым, – ти Хәҙисә апай, күҙ йәштәрен һөртөп.
Әммә ул ҡыҙын да ҡурсалай алмай. Мансур: “Ниңә һин уйынға сыҡтың?” – тип буй еткән үҫмерҙең битенә яндырғансы һуғыуҙан да тартынмай. Уның төнө буй гәзит уҡып, көнбағыш сиртеп ятыуы арҡаһында ҡыйланған иҙәнде лә иртәнсәк уҡырға китергә йыйынған ҡыҙға таҙартырға тура килә.
Өйҙәге ошондай ҡот осҡос хәлдәрҙе күреп, туҡмалып үҫкән балаларҙың береһе – кинйә Хафиздың нервылары ҡаҡшап, ауырыуға әйләнә. Шул сирләгән баланы дауалауға йөрөткәндә лә Мансур: “Төҙ бар, ҡыйшанлама!” – тип артынан һуҡҡыслап, төрткөләп килер була.
Хафиздың сығарылыш кисәһе лә, баш­ҡаларҙыҡы кеүек, бәхетле булмай. Уҡыу­сыларҙың ата-әсәһе сығарылыш кисәһенә өйөнән тәмлекәстәр бешереп алып килә. Хәҙисә лә әҙерләнеп йөрөй. Тик изге ниәттәре тормошҡа ашмай: бының өсөн уға тағы ла туҡмаҡ эләгә. Уларҙы ки­сәгә алып китергә тип килгән клас­ташының әсәһенә атаһы балта менән киҙәнә. Ул айныҡ килеш тә үҙен хайуандарса тота.
– Әсәйем сығарылыш кисәһенә бара алманы. Минең иһә кейеп барырлыҡ кос­тюмым юҡ ине. Бер тәрбиәсе апай биреп торҙо. Армиянан ҡайтҡан ағайым эшләп йөрөй ине, ул миңә яңы туфли алғайны. Атайым уларҙы ла сапҡыланы, – ти Хафиз.
Егет ауырлыҡта үҫһә лә, бирешмәй, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә. Тик бында ла уға рәхәтләнеп уҡырға насип булмай: аҡса ла, кейем дә юҡ. Атай кеше ике биҙрә көнбағыш бирә лә, бына ошоно һатып йәшә, тип ҡыуып сығарып ебәрә.
Хафиздың бала саҡта нервыһының ҡаҡшауы үҙен һиҙҙертә. Ул ярты йыл ғына уҡып ҡала, һаулығы буйынса училищенан үҙ теләге менән китеүен һорайҙар.

Күҙҙәр асыла

Балалар буй еткәс, әсәйҙәрен яҡлап, ҡул тейҙертмәй башлай. Мансур уларҙы туҡмай алмағас, икенсе юл менән еңергә була. Мине туҡманылар, тип балаларына яла яғып, ике улын да хөкөм иттереүгә ирешә. Беҙ белмәгән, күрмәгән шаһит­тарҙы судҡа алып барған, тип аптырай Хафиз.
Холоҡһоҙ ир өйҙәге әйберҙәрҙе лә һатыуҙан тартынмай. Хатта оло улының атын да “осора”. Өйҙән тәүҙә оло улын, һуңынан Хафизды ҡыуа. Хәҙисә: “Бала­ларҙы ҡыуып сығарғас, мин дә һинең ме­нән тормайым”, – тип, 23 йыл йәшәгәндән һуң айырылышырға көс таба.
Донъяла яҡшы кешеләр ҙә күп. Уларға ла ауыр мәлдәрендә ярҙам ҡулы һуҙғандар осрап тора. Өйҙәренән бер нәмә лә алмайынса сығып киткәндә лә ауылдаштары һыйындыра. Ике йыл кешелә йәшәгәндән һуң, колхоз эш хаҡына өй бирә. Шулай итеп, ҡатын мең бәлә менән балаларҙы аяҡҡа баҫтыра. Ҡыҙы юғары белем алып, уҡытыусы булып эшләй. Хәҙер инде үҙе лә ғаиләле, матур итеп донъя көтә. Оло улы ауылда төпләнгән, биш бала атаһы. Үҙенең эшен асып, фермер булып киткән.
Хафиз да юғалып ҡалмаған, иретеп йәбештереүсегә уҡып сыҡҡан. Өфөгә сығып китеп, подвалда, вагондарҙа йәшәп, аҡса эшләй ул. Әсәһенә, апаһына һәм ағаһына ярҙам итә. Бер аҙҙан ғаилә ҡороп, ҙур йорт һалып, әсәһен дә эргәһенә йәшәргә ала. Хәҙер инде үҙҙәренә тыныс йәшәргә ине лә, тик атайҙары әле лә уларға тынғылыҡ бирмәй. Ғүмер буйы бәхетһеҙлектә йәшәткән кеше күләгә кеүек балаларының артынан эйәреп йөрөй, этлектәр ҡыла.
Мансур балаларын ыҙалатыуҙан ләззәт ала шикелле. Тәүҙәрәк, өйҙән ҡыуҙылар, туҡманылар, тип алдап, оло улын суд юлын тапарға мәжбүр итә.
– Аптыраған көндән бер мәл билдәле депутатҡа кәңәш һорап барғайныҡ. “Ата­йың менән булышма”, тип беҙҙе тыңлап та торманы. Үҙенең атаһы яҡшы булғас, ке­ше­нең хәлен аңлаймы ни ул?! – ти Хафиз.
Бик хәйләкәр булып сыға Мансур. Йәше тулып, хаҡлы ялға сыҡҡас, инвалидлыҡ юллап ала. Яңғыҙ башыма был аҡса етмәй, тип балаларынан алимент юллап судҡа биргән. Әле һәр береһенән икешәр мең һум таптыра. Ике суд ҡарары ла балалар файҙаһына сығарылған.
– Бәхетһеҙ бала саҡ өсөн уға алимент түләргә тейешбеҙме? Беҙ бәләкәй саҡта, “минең балаларым түгел” тип, әсәйемде күпме ҡыйнаны, – ти Хафиз, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә...

Мәләүез районы.
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.


Вернуться назад