Иман ҡайта ауылға04.07.2018
Иман ҡайта ауылғаСтәрлебаш районы элек-электән үҙенең мәҙрәсәләре менән дан тотҡан. Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулла ла ғилемгә тәүге аҙымдарын тап ошо төбәктә яһай. Әммә совет осоронда Башҡортостанда иман йорттары юҡҡа сығарыла, улар клуб, магазин йә мәктәп итеп үҙгәртелә.

Бөгөн иһә республикала мәсеттәр ҡабаттан тергеҙелә, күп кенә урындарҙа яңылары сафҡа инә. Шуныһы ҡыуаныслы: изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмай, һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был тәңгәлдә шәхси эшҡыуарҙар, төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре ҙур әүҙемлек күрһәтеп, иман йорто төҙөүҙә ихлас ҡатнаша.
Тәтер-Арыҫлан ауылында ла борондан диндарҙар күп булған, бында революцияға тиклем дүрт мәсет эшләгән. Үкенескә ҡаршы, совет осоро елдәре был төбәкте лә урап үтмәй, ауыл халҡы мәсетһеҙ тороп ҡала, иман йорттары күңел асыу үҙәктәренә әүерелә. Тик 90-сы йылдарҙа ғына Тәтер-Арыҫлан ауылы кешеләре яңынан иман юлына баҫа, мәсет үҙ ишектәрен аса. Был изге йорт әле лә сафта, диндарҙарға хеҙмәт итә.
Бөгөн ауылда бер меңгә яҡын кеше йәшәй, шөкөр, ололар менән бер рәттән мәсеткә йәштәр ҙә, балалар ҙа йөрөй.
— Ауыл халҡы совет осорондағы атеизм йоғонтоһонда үткән быуат башында мәсетһеҙ ҡала. Бөгөн иһә ауылдаштар ата-бабаларыбыҙҙың изге башланғысына ҡайтыуҙы хуп күрә. Шөкөр, республикала ла береһенән-береһе күркәм иман йорттары төҙөлә. Тәтер-Арыҫланда ла киләсәктә аҙан тауыштары башҡаса тынмаһын ине, — ти ауылдың аҡһаҡалы Фәнис Ибраһимов. — Мәсеттәр киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай бит.
Күптән түгел Тәтер-Арыҫлан ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе, сөнки, тирә-яҡты аҙан тауыштарына күмеп, ауылда тағы бер өр-яңы изге иман йорто үҙ ишектәрен асты. Ауыл тарихында был – бишенсе мәсет. Заманса төҙөлөш материалдары менән сафҡа индерелгән Ибраһим мәсете ауылдың ҡап уртаһында урынлашҡан. Әлбиттә, уны сафҡа индереүгә 11 йыл ваҡыт үтә. Бөгөн ауыл халҡы иман йорто асылыуға ҡыуанып бөтә алмай, ҙур ҡәнәғәтлек менән уны сафҡа индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Алла йортонда йома намаҙҙары, дини байрамдар, никах туйҙары үткәрелә. Шуныһы ҡыуаныслы: ошонда уҡ мәҙрәсә лә эшләй, әле 15 шәкерт, милли төшөнсәләрҙе өйрәнеп, дини байрамдарҙа ҡатнаша.
— Иман йорто төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙән ауылдағы бер кеше лә ситтә ҡалманы, берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, бәғзеләре өмәгә сыҡты. Айырыуса ошо ауылда тыуып үҫкән Ришат Ибраһимовтың ярҙамы ныҡ тейҙе, уның тырышлығы менән ауыл халҡы бөгөн яңы мәсеткә йөрөй, — ти Тәтер-Арыҫлан ауылының указлы муллаһы Рафаэль Халиҡов. — Ошо уҡ ауыл егеттәре Азат Арыҫланов, Илшат Латипов, Мөнир Арыҫлановтар ҙа мәсет төҙөүҙә һәр яҡлап үҙ өлөшөн индереп, халыҡты ҡыуандырҙы.


Вернуться назад