Барын-Табын еренең ҡото бар03.07.2018
Барын-Табын улысына ҡараған Туңғатар ауылы вотчина ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ул 1735 – 1737 йылдарҙағы башҡорт восстаниеһында ҡатнашҡан улыс общиннигы Туңғатар Ҡурҡачиков исемен йөрөтә. Уның улдары, ейәндәре лә ошо ауылда көн күргән. 1795 йылда бында 48 хужалыҡта 268 кеше йәшәүе билдәле, ә 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1198 кеше көн күреп, улыста ул иң ҙур ауыл булып һаналған. Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ аҫраған, иген дә сәскән.
ХХ быуат башында был яҡтарҙа билдәле ғалим-этно-
г­раф С.И. Руденко булып китә, уның башҡорттар тураһында сығарған китаптарында Туңғатар ауылының фотоһүрәттәре лә бар.
1865 йылда ауылда урыҫ-башҡорт мәктәбенең асылыуы мәғлүм. Ырымбур Неплюев кадет корпусын тамамлаған хорунжий Абдуллатиф Урусов балаларҙы белем серҙәренә өйрәтә.
Бөгөн Туңғатар ауыл биләмәһе — Учалы районында иң эреләрҙең береһе. Уға Иҫке Байрамғол, Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар, Ҡорама, Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип, Ялсығол, Иҫке Балбыҡ ауылдары һәм Комсомол ҡасабаһы ҡарай. 854 йортта 2570 кеше йәшәй. Шуларҙың 556-һы – 17 йәшкә тиклемге балалар, 741-е – пенсионерҙар. Хакимиәт башлығы йөгөн һигеҙенсе йыл үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, эшлекле етәксе Әлмир Рәхмәтуллин тарта. Уның оҙатыуында беҙ биләмәнең йәшәйеше, уның уңған, һәләтле кешеләре менән яҡындан таныштыҡ.


Тырышҡан яйын таба

Биләмәлә сәнәғәт предприятиелары юҡ, шуға күрә мәшғүллек мәсьәләһе киҫкен тора. Ир-егеттәр башлыса Себер тарафтарында вахта ысулы менән хеҙмәт итергә мәжбүр, Силәбе өлкәһенә, район үҙәгенә йөрөп эшләгәндәр ҙә байтаҡ. Халыҡ күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, биләмәнең 407 хужалығында 994 һыйыр малы, 769 баш йылҡы иҫәпләнә.
Халыҡтың тырышып, матур йәшәргә ынтылыуы ҡыуандыра. Йәштәр күпләп тыуған яғында төпләнә, хаҡлы ялға сыҡҡас, атай нигеҙенә ҡайтып йәшәгәндәр бар. Ауылдарҙың тышҡы ҡиәфәте лә йылдан-йыл күркәмләнә, йорттар был яҡтарҙа төҙөк, ҡаралған булыуҙары менән айырылып тора, яңы өйҙәр ҙә байтаҡ.
Йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан район советы тарафынан ойошторолған ауылдарҙы биҙәү буйынса конкурста туңғатарҙар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Йорттары алдына ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләп, гирляндалар менән биҙәп, үҙҙәренә һәм килгән ҡунаҡтарға яҡшы кәйеф бүләк итәләр. “Өлгөлө йорт” конкурстарында әүҙемдәр. Тирә-яҡты таҙартыу буйынса уҙғарылған өмәләргә дәррәү сыға халыҡ.
Биләмәлә ете крәҫтиән (фермер) хужалығы, 18 шәхси предприятие уңышлы эшмәкәрлек итә. Мозафар Ҡадиров, Салауат Мәғәфүров, Сабит Йәнгилдин, Ураҙай Ғиззәтуллин кеүек тырыш ир-уҙамандар гөрләтеп донъя көтә, халыҡҡа эш урындары ла булдырғандар.
Рөстәм Фазылов Комсомол ҡаса­баһында тыуып үҫә, мәктәптә урта белем алғас, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, Учалы урмансылығында хеҙмәт юлын башлай. Себер тарафтарында ла йөрөп килә, районда асылып кире ябылған цемент заводында ла эшләп ала.
Атаһы Тәлғәт Талха улы 2002 йылда, “Поляковка” совхозы тарҡалғас, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Уны 2007 йылда Туңғатар ауыл хакимиәте рәйесе итеп тәғәйенләгәстәр, хужалыҡҡа идара итеүҙе улына тапшыра.
Бөгөн Фазылов хужалығы башҡорт тоҡомло ат үрсетеү менән мәшғүл, 600 гектар ере лә бар. Дүрт кешегә эш урыны булдырылған, йәй көнө миҙгелле эштәргә өҫтәмә көс тә йәлеп итәләр.
Киләсәктә тоҡомсолоҡ хужалығы ойоштороу планы менән яна КФХ башлығы. Бының өсөн акционерҙар йәмғиәте ойоштороу талап ителә. Бөгөн Рөстәм Тәлғәт улы документтар юллау менән мәшғүл.
— Малдарҙы сифат яғынан баһалау, чиплау эштәрен районда беренселәрҙән булып башҡарҙыҡ. Әле документтар Мәскәүҙә, тиҙҙән мәсьәлә ыңғай хәл ителер тип көтәбеҙ, — тине фермер.
Әлегә хужалыҡтың техникаһы аҙ: ике МТЗ-82 тракторы, тейәгес, арбалары, бер УАЗ-дары бар. Барыһы ла лизингка алынған. Былтыр 32 гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сәскәндәр. Яңы техника алыу өсөн республика грантына документтар туплап ебәргәндәр. Аҡса бүленһә, ер эшенә ныҡлап тотонмаҡсы хужалыҡ етәксеһе.
Хужалыҡта өс ярыш аты ла бар. Бына өсөнсө йыл инде Фазылов КФХ-һы юртаҡтары һабантуйҙарҙа уҙғарылған бәйгеләрҙә алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл Әбйәлил районы һабантуйында ҡатнашып, беренсе урынды яулағандар. Әйткәндәй, Рөстәм Фазылов бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә, туңғатарҙарҙың район һабанту­йында үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтеүендә уның да өлөшө бар.

Туристар ағымы туҡтамай

Райондың төньяғы иҫ киткес гүзәл тәбиғәте менән барыһын да арбай. Ҡарағайлы, Әүеш күлдәренән йәй ял итеүселәр өҙөлмәй. Ә биләмәләге Әүлиә һыуының даны күптән инде сит тарафтарҙа ла билдәле. Йылына бер тапҡыр май-июнь баштарында ғына урғылып сыға ул. Ошо осорҙа меңәрләгән турист килеп, Әүеш тауына күтәрелеп, изге Әүлиә ерләнгән урынға зыярат ҡыла, шифалы һыуҙан ауыҙ итә.
Изге шишмәгә ҡул һонорға теләгән сит өлкә эшҡыуарҙары бихисап була. Хатта 2014 йылда Силәбе өлкәһенән берәү килеп, шлагбаум ҡуйып, шишмә иҫәбенә аҡса эшләргә йыйына. Халыҡ дәррәү ҡаршы сыға. Әүлиә шишмәһен ҡурсалауҙы тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған уҡытыусы Фәнүр Шаһиевҡа ышанып тапшырғандар. Ул шәхси предприятие асып, биләмәне ҡуртымға алған. Бөгөн шишмә матур итеп кәртәләнгән, тирә-яғы ла тәртиптә тотола. Йәй бер нисә кеше өсөн эш урыны булдырыла. Ауыл халҡына туристарға үҙ тауарын тәҡдим итеү өсөн шарттар ҙа тыуҙырылған. Башҡорт халҡының милли аш-һыуы, ҡайнар сәй менән һыйлай улар ҡунаҡтарҙы, ҡаланан килеп сувенир һатҡан эшҡыуарҙар ҙа бар.
Фәнүр Фәнит улы мәктәпкә, балалар баҡсаһына даими ярҙам итеп тора. Иҫке Байрамғол ауылына һыу скважинаһы ла ҡаҙҙыртҡан, былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына үҙ өлөшөн индереп, юлға асфальт түшәтеүҙә әүҙемлек күрһәткән, ә быйыл ирекле янғын командаһын ойоштороу өсөн ауылдаштары иҫәбенән иғәнә аҡсаһын үҙе түләгән.
Биләмәнең байтаҡ ауылдары аша күрше өлкәгә илткән трасса үтә. Юлсы­ларҙың һәм туристарҙың иғтибарын Комсомол ҡасабаһында юл ситендә урынлаш­ҡан “Ҡымыҙ” тип яҙылған ыҡсым ғына киоск йәлеп итмәй ҡалмайҙыр. Исеме шулай аталһа ла, бында нимә генә һатылмай: ҡо­рот, һөт, бал, эремсек, икмәк, буҙа, бауыр­һаҡ, башҡа ризыҡты ла алырға була.
Мөләйем йөҙлө хужабикә менән танышабыҙ. Мәҙинә Хәлиуллина 40 йыл элек Балаҡатай районынан килен булып төшә, ике бала әсәһе. Ҡыҙы Әлиә үҙ эшен асҡас, уға ярҙам итеү маҡсатында ошонда сауҙа итә башлай.
— Көндәлек тауарҙарҙан тыш, халыҡ килтергән продукция менән дә һатыу итәм. Кемгәлер һөтөн-ҡаймағын, итен, картуфын, кемгәлер ҡул эштәрен дә һатып би­рергә ярҙамлашам. Ә йәй көндәрендә киоск эргәһе емеш-еләк, бәшмәк тулы биҙрә­ләр, кәрзиндәр менән уратып алына. Юлсылар, туристар туҡтамай үтмәй, экологик яҡтан таҙа продукцияны ихлас һатып алалар, халыҡ та бик ҡәнәғәт, — тип шатлы­ғын йәшермәй Мәҙинә Миңдеғол ҡыҙы.
Ул йыл һайын балалар һабантуйына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә икән, быйыл да киоск янында төрлө уйындар ойоштороп, табын ҡороп, кескәйҙәрҙе ҡыуандыр­ған.
— Биләмәлә эшмәкәрлек алып барған бөтә эшҡыуарҙар ҙа ярҙамдан баш тартмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Үҙ төбәктәренең ысын патриоттары улар, — тип ҡәнәғәтлек белдерҙе Әлмир Ғөбәйҙулла улы.

Юл аҙабы — гүр ғазабы

Райондың төньяғындағы юлдарҙың торошо маҡтанырлыҡ түгел. Учалы — Мейәс трассаһы буйлап бик күп йөк машинаһы йөрөй, улар арҡаһында трасса соҡор-са­ҡыр­лыға әйләнә, асфальт иҙгеләнеп бөтә.
— Юл торошо — беҙҙе борсоған иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Трасса республика ҡарамағында, йыл һайын ремонт уҙғарылһа ла, оҙаҡҡа сыҙамай. Яҙғыһын ауыр техника өсөн юлдарҙы юҡҡа ғына япмайҙар, тап ошо осорҙа улар нығыраҡ тәләфләнә. Беҙҙең яҡтар тауҙарға бай, ҡыш-яҙ айҙарында йөк машиналары үрҙәргә менә алмай аҙаплана, техника табып, уларға ярҙам итеп ебәрергә лә тура килә.
Ауылдар эсендәге юлдарҙы Юл фондынан бүленгән аҡса иҫәбенә тәртиптә тоторға тырышабыҙ.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, өс йыл дауамында Иҫке Байрамғол ауылының үҙәк урамы төҙөкләндерелде, асфальт һалынды. Ошо маҡсатта алты миллион тирәһе аҡса тотонолдо. Былтыр Аҙнаш ауылында Уй йылғаһы аша һалынған күпер капиталь ремонтланды, Комсомол ҡасабаһында юл билдәләре яңыртылды, — тине хакимиәт башлығы.
Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә етәкселек иғтибарынан ситтә ҡалмай. Былтыр биләмәгә ҡараған бер нисә ауыл урамдарына энергия һаҡлағыс лампалар ҡуйыу һәм уларҙы хеҙмәтләндереү өсөн 700 мең һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

Йәш быуынды хәстәрләп

Биләмәлә дүрт белем биреү учрежде­ние­һы иҫәпләнә. Комсомолдағы дөйөм белем биреү мәктәбенә Туңғатар мәктәбе лә ҡарай, уның Иҫке Байрамғолда филиалы ла бар, Ҡорама ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәп эшләп килә, шулай уҡ Комсомол ҡасабаһында ике филиалы булған сәнғәт мәктәбе иҫәпләнә. Иң бәләкәйҙәр өсөн биләмә үҙәгендә балалар баҡсаһы эшләй, уның да Ҡорама ауылында филиалы бар.
Комсомол ҡасабаһының балалар баҡсаһына күрше Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар ауылы балаларын да йөрөтәләр. Бөгөн бында 47 сабый тәрбиәләнә. Беҙ барғанда баҡса косметик ремонт уҙғарыу өсөн 10 көнгә ябылғайны. Хеҙмәткәрҙәр ата-әсәләр ярҙамында ихатала урынлаштырылған бәүелсәктәрҙе, эскәмйәләрҙе, беседканы буяй ине.
Бина 1972 йылда төҙөлгән, шунан бирле ремонт үткәрелмәгән. Дүрт йыл элек, урындар етмәгәс, өҫтәмә төркөм дә асҡандар. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев менән осрашыуҙа ауыл халҡы тап ошо проблеманы күтәреп сыға. 2016 йылда “Реаль эштәр” проекты буйынса бинаның канализация системаһы яңыртыла, ә былтыр ремонт эштәре өсөн республика һәм район бюджеттарынан бер миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелеп, яңы тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыла, һыу үткәргес алмаштырыла.
— Капиталь ремонтҡа тиклем ике ҡатлы бинаны йылытыу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине, тейешле температура булмағас, балалар ҙа йыш ауырыны. Канализация системаһы ла беренсе ҡатта ғына ине. Ремонттан һуң балалар баҡсаһы йылынып, күркәмләнеп ҡалды, кескәйҙәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды. Бигерәк тә быға ата-әсәләр шат, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты балалар баҡсаһы мөдире Гөлзар Байрамғолова.
— “Реаль эштәр” программаһы биләмә­ләргә байтаҡ социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә, ә ниндәй проблема бор­со­ғанын халыҡ үҙе билдәләй. Әйткәндәй, 2015 йылда беҙ тап ошо программа нигеҙендә 200 мең һумға Комсомол урта мәктәбе бинаһында яңы ишектәр ҙә ҡуйҙырттыҡ, — тине Әлмир Рәхмәтуллин.
Төплө белем алыу өсөн биләмәнең бар мәктәптәрендә лә тейешле шарттар тыуҙырылған. Бигерәк тә спортҡа ҙур иғтибар бирелә. Һәр учреждениела спорт залдары, ихатала йыһазландырылған майҙансыҡтар бар. Комсомол мәктәбе уҡыусылары теннис буйынса районда ғына түгел, республикала ла алдынғылыҡты бирмәй.
Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында мәктәптәр янғын сигнализациялары, янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Һәр учреждениеның баҡсаһы бар. Балалар йыл әйләнәһенә үҙҙәре үҫтергән йәшелсә менән туҡлана.

Сәхнәгә ғашиҡ кешеләр

Биләмәнең Ҡарт Муйнаҡ, Балбыҡ, Иҫке Байрамғол, Ҡужай ауылдарында клуб, Ҡорама һәм Комсомолда мәҙәниәт йорттары халыҡҡа рухи байлыҡ өләшә. Ғөмүмән, был яҡ кешеләре талантлы, сәнғәткә ғашиҡ булыуы менән айырылып тора. Биләмәнең мәҙәниәт усаҡтарында алты коллективтың “халыҡ” исемен йөрөтөүе үҙе генә лә күпте һөйләй.
Комсомол мәҙәниәт йорто 1975 йылда төҙөлә, ә 2002 йылда уға капиталь ремонт уҙғарыла. Ике ҡатлы ыҡсым ғына бинанан кеше өҙөлмәй. Алты хеҙмәткәрҙән торған коллектив халыҡтың мәҙәниәткә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында тырышып эшләй.
Бында бөгөн төрлө йүнәлештәге 12 түңәрәк эшмәкәрлек алып бара. “Ирәндек” халыҡ ҡоралдары ансамбле, “Уйташ” ололар, “Балапан” балалар театрҙары “ха­лыҡ” исеменә лайыҡ булған. Бейеү, йыр түңәрәктәренә лә бик ихлас йөрөй ауыл таланттары. Мәҙәниәт йорто етәк­сеһе Айгөл Сәғитова сирек быуат ошо өлкәлә хеҙмәт итә. Юғары белемле белгес, ҡурайҙан тыш, бөтә музыка ҡоралдарында ла уйнай тиһәк тә, дөрөҫ булыр. Ауылдаштары уны “оркестр-кеше” тип тә йөрөтә. Айгөл Мәхмүтова етәкселегендәге “Ирән­дек” халыҡ ансамбле районда уҙғарылған бер генә саранан да ситтә ҡалмай.
Ә “Уйташ” халыҡ театры республика тамашасыларына ла билдәле. Быйыл Учалыла уҙғарылған VI “Алтын тирмә” төбәк-ара милли театрҙар фестивалендә коллектив Зифа Ҡадированың “Һағыныр­һың, мин булмам” әҫәренән өҙөк сәхнәләш­тереп, II дәрәжә диплом менән бүләкләнә.
Театр 1978 йылда ойошторола. Бөгөн уға талантлы һәүәҫкәр режиссер Ринат Сиражетдинов етәкселек итә. Ринат Фәрит улы 1956 йылда Туңғатарҙа тыуып үҫә. Атаһы скрипкала, гармунда һәм башҡа музыка ҡоралдарында бик оҫта уйнай, ә әсәһе моңло тауышлы була. Ғаиләлә өс баһадир буй еткерә. Ағаһы Иршат бала саҡтан артист булырға хыялланып, маҡсатын тормошҡа ашыра. Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Иршат Сиражетдинов республика театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур көс һалып, яҡты эҙ ҡалдырҙы. Әйткәндәй, “Уйташ”ты тап ул ойоштора, тик ул ваҡытта исеме генә икенсе була — “Поляковка” совхозы театры тип йөрөтөлә.
Ринат Фәрит улы 1974 йылда мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү факультетына уҡырға инә. Әммә тыуған ауылында ата-әсәһе эргәһендә ҡалыу теләге көслөрәк булып сыға, кире ҡайтып совхозға эшкә инә. Һалдат бурысын үтәгәс, совхоз йүнәлтмәһе буйынса Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға китә. 1979 йылдан алып иртәнән-кискә тиклем совхозда хеҙмәт итһә лә, сәнғәткә ғашиҡ кеше кистәрен мәҙәниәт усағына ашыға – театрҙа уйнай ул.
2005 йылда совхоз бөтөрөлә. Башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк Ринат Фәрит улы ла эшһеҙ ҡала, ҡайҙа барырға тип аңҡы-тиңке йөрөгәнендә уны мәҙәниәт йортона ҡарауылсы итеп саҡыралар. Шунда башлана ла инде уның артист тормошо. Ҡарауылсы ғына булһа ла, ул ижади эшкә сума, коллективтың кәңәшсеһенә әйләнә. Бергәләп ҡаҙ өмәһе, һағыҙ ҡайнатыу, кейеҙ баҫыу йолаларын сәхнәләштерәләр. Халыҡ бик яратып ҡабул итә. Ринат Сиражетдиновтың тырышлығын, һәләтен күреп, 2014 йылда Комсомол мәҙәниәт йорто режиссеры итеп тәғәйенләйҙәр.
Режиссер булараҡ, тәүге эше Талха Ғиниәтуллиндың “Албаҫты” хикәйәһе була. Тамашасы бик йылы ҡабул итә премьераны, “халыҡ” исемен дә тап ошо спектакль менән яҡлай коллектив. Һуңынан Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” әҫәрен сәхнәгә сығаралар. Балалар ҙа әүҙем ҡатнаша сығыштарҙа, шуны иҫәпкә алып, улар менән айырым пьеса сәхнәләш­терәләр. Иң тәүҙә Әҡлимә Сафинаның “Алъяпҡыслы малай” әҫәрен тамашасы хөкөмөнә сығаралар. Ә былтыр Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы буйынса ҡуйылған тамаша менән балалар коллективы “өлгөлө” исемен яулай.
Киләсәккә пландары ҙур театр коллективының, әле улар быға тиклем бер кем дә сәхнәләштермәгән “Сөннәт туйы” йолаһын әҙерләй.
— Беҙҙең яҡта халыҡ бик дәртле, төп эштәре булһа ла, кисен репетицияларҙы ҡалдырмайҙар. Тирә-яҡтағы ауылдарҙан, хатта Учалы ҡалаһында йәшәп тә, спектаклдәрҙә ҡатнашҡан артистарыбыҙ бар. Беҙҙе ярҙамдарынан ҡалдырмаған бағыусыларға ҙур рәхмәт, — тине Ринат Сиражетдинов.

Һаулыҡ һағында

Дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Туңғатар табип амбулаторияһы биләмә халҡының сәләмәтлеген хәстәрләй.
Роза Бикҡужина Туңғатар ауылында тыуып үҫә. Бала саҡтан табип булырға хыяллана. Ауылында IХ класты тамамлағас, Комсомол урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, урта белем алған тырыш ҡыҙ, хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Бында ла һынатмай, алты йыл табиплыҡ серҙәренә төшөнөп, интернатураны Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында үтә. Ашығыс ярҙам күрһәтеү станцияһында, 49-сы поликлиникала эшләп тә тәжрибә туплай. Белемен камиллаштырыу маҡсатында аспирантураға уҡырға инә һәм терапия кафедраһына ассистент булып эшкә инә. Ярайһы тәжрибә туплаған белгес 2016 йылда Учалыға ҡайтып, Туңғатар табип амбулаторияһында участка терапевы булып эш башлай.
Бөгөн амбулаторияла терапевтан башҡа стоматолог һәм педиатр ауырыу­ҙарҙы ҡабул итә. Физкабинет, лаборатория, прививка эшләү бүлмәләре, дүрт койка-урынға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар бар. Амбулаторияға райондың төньяғында урынлашҡан ауылдарҙың ете ФАП-ы ҡарай, табиптар һәр кесе йома һайын урындарға сығып йөрөй алмаған пациенттарға ярҙам күрһәтә. Ә диспансерлаштырыу үткәреү өсөн үҙәк поликлиниканан белгестәр Туңғатар амбула­торияһына үҙҙәре килә.
Роза Марс ҡыҙы хеҙмәтләндергән участка районда иң ҙурҙарҙан һанала. Уның яуаплылығында — 2400 кешенең сәләмәтлеге.
— Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары беренсе урында тора, һуңғы йылдарҙа яман шештән яфаланыусылар күбәйә. Ҡайһы берәүҙәрҙең битарафлығы ғәжәпләндерә. Ҡаты сирләһәләр ҙә, һуңғы сиккә тиклем һуҙалар, — тип борсолоуын белдерҙе табип.
Роза Бикҡужинаға, табип-ревматолог булараҡ, быуындар сиренән яфаланған кешеләр күп мөрәжәғәт итә. Әйткәндәй, районда ревматологтар икәү генә, шуға күрә Роза Марс ҡыҙына ситтән дә ярҙам һорап киләләр. Мин дә был сирҙең төп сәбәптәре менән ҡыҙыҡһындым.
— Сәбәптәре төрлө. Береһе — был ауырыуға бирешеүсәнлек, йәғни быуындан быуынға күсәгилешлек. Яҡын туғандарың ошо сирҙән ғазапланһа, һиңә лә ауырыу янауы бар. Физик көсөр­гәнешлектән, йәрәхәт алыуҙан да булыуы мөмкин. Һәм, әлбиттә, дөрөҫ туҡланмау, артыҡ ауырлыҡ. Күп нәмә кешенең үҙенән тора. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтемде онотмаһаҡ ине, — тине табип.

Иң мөһиме —
рухи күтәренкелек

Районда иң ҙурҙарҙың береһе һаналған Туңғатар ауыл биләмәһе буйлап йөрөй торғас, көндөң кискә ауышҡаны ла һиҙелмәй ҡалды. Үҙәктән алыҫ булыуына, ҙур производстволарҙың юҡлығына ҡарамаҫтан, бында тормоштоң ҡайнауына, кешеләрҙең үҙ көстәренә ышанып, матур йәшәргә ынтылыуына инандыҡ.
— Тырышып эшләп, ял да итә белә беҙҙә халыҡ. Әлбиттә, проблемалар ҙа бар, киҫкен мәсьәләләр ҙә килеп сығып тора. Барыһын да депутаттар, ауыл активы, халыҡ менән бергәләп, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Хәҙерге күп йәштәрҙең сәләмәт тормош рәүешен һайлауҙары шатландыра. Үҙ эшен асырға батырсылыҡ итеүселәр ҙә бар. Халыҡ яйлап дингә лә ҡайта. Биләмәлә дүрт мәсет бар, өсәүһе һуңғы йылдарҙа ғына булдырылды. Байрам­дарҙа ғына түгел, ҡәҙимге ваҡытта ла уларҙан кеше өҙөлмәй. Иң мөһиме — халыҡта рухи күтәренкелек һиҙелә, — тине Әлмир Рәхмәтуллин, һығымта­ларыбыҙҙы дәлилләп.

Учалы районы.


Вернуться назад