“Илем” тиер быуын үҫә03.07.2018
Нисек кенә тетмәләре тетелмәһен, ваҡыты еткәс, үҙ уңыштары менән йәш быуын барыбер өлкәндәре тарафынан ҡабул ителә. Тормош шулай ҡоролған. Иң мөһиме – изге төшөнсәләргә тап төшөрмәһен егет-ҡыҙҙарыбыҙ. Хәйер, был тәңгәлдә лә орошоуҙар етерлек: “Хәҙерге йәштәр илен, ерен яратмай!” Таныш һүҙҙәрме? Ә был дәғүә ғәмәлгә тура киләме икән – ошо хаҡта “елдән етеҙ” быуын үҙе ни әйтер? Егет-ҡыҙҙарыбыҙ араһында ватансылыҡ һәм яуаплылыҡ төшөнсәләре хаҡында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең йәштәр бүлеге етәксеһе, ҡала советы депутаты Азат КУСКИЛДИН менән әңгәмәлә ошо һорауға ла яуап эҙләнек.
Тәрбиәнең һөҙөмтәһен
йылдар үткәс барларға
– Азат Мәғәфүр улы, Стәрлетамаҡты йәштәр ҡалаһы тип атап буламы?
– 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙе күҙ уңында тотҡанда, ҡала халҡының 48,5 проценты йәштәрҙән тора, тимәк, яртыһы тигән һүҙ. Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡта йәштәр үҫешһен, тормош ҡорһон, ерекһен өсөн шарттар тыуҙырыла. Әлбиттә, бөгөндән килеп бөтә проблемаларҙы хәл итеү мөмкин түгел, әммә ҡала хакимиәте тарафынан ҡулдан килгәндең бөтәһе лә эшләнә.
– Шәхсән һеҙҙең бүлек иңендә ниндәй бурыс ята?
– Төрлө йүнәлештә эш алып барыла. Мәҫәлән, патриотик тәрбиә, һәләтле йәштәрҙе үҫтереү, уларҙың башланғыстарына булышлыҡ итеү, насар күренештәргә ылыҡҡан егет-ҡыҙҙарҙы “һаҙлыҡтан” ҡотҡарыу буйынса саралар күреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, ирекмәндәр эшмәкәрлеген йәйелдереү – көндәлек мәшәҡәттәр иҫәбендә.
– Ә бына илһөйәр быуын тәрбиәләү ауырмы? Һөҙөмтә нисек?
– Ватансылыҡ буйынса эш һөҙөмтәһен бөгөн-иртәгә генә билдәләү бик үк дөрөҫ түгел. Йылдар үткәс кенә ул үҙенең емештәрен бирә башлаясаҡ. Быға тарих шаһит буласаҡ. Әммә әленән үк шуныһын әйтергә мөмкин: ниндәйҙер саранан һуң егет-ҡыҙҙарыбыҙ ил тарихы менән ҡыҙыҡһына башлай икән, тимәк, һөҙөмтә бар, беҙ дөрөҫ юлда.
“Мин хәрби булам!”
– Ниндәй саралар хаҡында һүҙ бара?
– Мәҫәлән, әле мәктәптәрҙә уҡыу тамамланды, балалар төрлө лагерҙарға тарала. Һәр лагерҙың – үҙ йүнәлеше. Ә бына “йәш армеец”та ял итеүселәр сәләмәтлеген процедураларҙа, ҡояш аҫтындағы уйындарҙа ғына нығытмай, шулай уҡ күнекмәләрҙә лә сыныға. Бында малайҙар ҡул һуғышы, автоматҡа идара итеү оҫталығына өйрәнә, локаль һуғыштар аша үткән ветерандар менән осраша. Әлеге алымдар, әлбиттә, уларҙа егетлек, илһөйәрлек уятмай ҡалмай. Әгәр етмешкә яҡын ял итеүсенең күбеһе киләсәктә Тыуған илен һаҡлаған хәрби кеше булырға һүҙ биреп таралышһа, ошо илһөйәрлектең бер билдәһе түгелме ни?! Әлбиттә, йылдарҙың вәғәҙәләрҙең күбеһен йотоуы көн кеүек асыҡ, әммә күңелгә һалынған орлоҡ барыбер “Ватан” төшөнсәһен нығытасаҡ. Бала саҡта күргән ветерандарға ҡарата хөрмәт һәм хәтер ҙә йәшәйәсәк.
Ветеран тигәндән, йәштәрҙе “9 Майҙа ғына түгел” хэштегы менән төрлө сараларға, акцияларға, проекттарға йәлеп итәбеҙ. Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында Еңеү көнөндә генә иҫкә төшөрөп, был Еңеүҙең ҡиммәтен, асылын йәш быуынға еткереп бөтөү мөмкин түгел. Юҡһа, сер түгел, төрлө сығанаҡтар аша былай ҙа йәштәргә тәьҫир итергә тырышып, ысынбарлыҡты боҙорға маташыусылар ҙа бар. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ менән ветерандар араһындағы бәйләнеште мөмкин тиклем нығытып, уларҙы күберәк аралаштырырға тырышабыҙ. Был осрашыуҙар, әлбиттә, әңгәмәләр, фотоға төшөүҙәр менән генә сикләнмәй: йыйыштырып, таҙартып, социаль учреждениеларға йөрөтөп, оло быуынға ярҙам итеү аша ла үтә аралашыу.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: ватансылыҡты һәр кем үҙенсә күҙ алдына килтерә. Йәшерен-батырын түгел, социаль селтәрҙәр шауҡымында ҡайһы бер егет-ҡыҙҙар өсөн был төшөнсә буш урын. Әммә, иманым камил, мәле еткәс, ғүмер биргән ата-әсәнең, һине кеше иткән Тыуған илдең тормошоңдағы ролен аңлай башлағас, был бушлыҡ изге хистәр менән тулыланасаҡ. Ул саҡта улар Ватаны менән ғорурланасаҡ!
Ғаиләнән башлана, тиҙәр
– Патриотик тәрбиә тураһында һүҙ йөрөткәндә, уҡыу йорттарында алып барылған эштәр күҙ алдына килә. Ә бына был йәһәттән ғаиләлә хәлдәр нисек тора? Йәш ғаиләләр үҙҙәре балаларын илһөйәр, рухлы итеп үҫтерәме?
– Бәхеткә күрә, был һорау буйынса ла миҫалдар килтерергә була. Йәш ғаиләләрҙе лә, өлкән йәштәге парҙарҙы ла өлгө итеп атарға мөмкин. Хатта аныҡ исемдәрҙе телгә алып үткем килә. Мәҫәлән, Һауа десант ғәскәрҙәренең ветерандар союзы рәйесе Фәнүр Дәүләтбаев шундайҙарҙан. Кисәге һалдат ҡыҙы менән улын да Тыуған илде яратырға өйрәтә, кәрәк саҡта терәк булырлыҡ итеп тәрбиәләй. Был шәхестең, ғөмүмән, тормошо үҙе үк ихтирамға лайыҡ. Һүҙем уның хәрби ватансылығы тураһында ғына түгел – Фәнүр Дәүләтбаев яңғыҙы ике бала тәрбиәләй.
Икенсе миҫал – Собханғоловтар ғаиләһе. Аркадий Гайдар исемендәге пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы методисы Мәҙинә Собханғолованы ҡалала балалар ҡатнашлығындағы саралар аша беләләр. Шул уҡ ваҡытта ул, тормош иптәше һәм өс балаһы – Еңеү ирекмәндәре хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары. Аңлауығыҙса, был хәрәкәт тә Бөйөк Еңеү, тарих һәм башҡа изге төшөнсәләр менән бәйле.
Ирекмәндәр элек тә булған
– Ирекмән тигәндән, ҡалала был хәрәкәт әүҙемме?
– Уйлай китһәк, йәмғиәттә ирекмәндәр һәр саҡ булған, тик улар башҡа төрлө генә аталған. Был хәрәкәт һуңғы йылдарҙа, ысынлап та, беҙҙең тормоштоң айырылғыһыҙ күренешенә әйләнде. Улар – беҙҙең ҙур таяныс. Кемгәлер ярҙам итеү, ил кимәлендә етди саралар ойоштороу, эҙәрмәнлек – былар барыһы ла ирекмәндәргә бәйле. Стәрлетамаҡта ошондай байтаҡ хәрәкәт эшләп килә, уларҙың йүнәлеше лә төрлөсә. Тик барыһының эшмәкәрлеген бер тәртипкә һалған көс тә кәрәк бит – был бурысты иһә ҡаланың Ирекмәндәр корпусы атҡара.
Беҙҙең ил – көслө дәүләт, сөнки ниндәй генә һынаулы мәл булмаһын, уның халҡы берҙәм ойошоп, шул ауырлыҡты йырып сыға алған. Ил ул – карталағы бер дәүләт кенә түгел, ә көндәлек мәшәҡәттәре менән йәшәгән, төрлө быуын вәкилдәре булған ябай халыҡ та. Минеңсә, ошо хаҡта ла оноторға ярамай. Иң мөһиме, илем тип янып торған йәштәр бар – был да ил байлығы. Йәше-ҡартымы, Стәрлетамаҡта, Башҡортостанда йәшәйме йә иһә илдең башҡа төбәгендәме – һәр ватандашыма ла иҫәнлек, именлек теләйем.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.