Йәшелсә үҫтереү мәшәҡәтлеме?04.07.2018
Йәшелсә үҫтереү мәшәҡәтлеме?Районда ауыл хужалығы предприятиелары менән бер рәттән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла, малсылыҡ, үҫемлекселек тармаҡтарын үҙ итеп, тотороҡло һәм ныҡлы эшмәкәрлек алып бара. Бынан тыш йәшелсә, емеш-еләк үҫтереүселәр ҙә бар. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә ла бына тигән эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Шуныһы мөһим, улар республика етәкселеге тарафынан да, район хакимиәте яғынан да һәр яҡлап яҡлау тойоп, төбәк иҡтисадына ярайһы ғына табыш индерә.


Һарайҫа ауылынан фермер Илгиз Кәримов, мәҫәлән, ҡыяр, помидор үҫтереү менән шөғөлләнә. 2015 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, ауылдаштарын ғына түгел, район халҡынан тыш, күрше райондарҙы ла сифатлы һәм, иң мөһиме, арзан һәм бер ниндәй химикаттар ҡулланмайынса үҫтергән йәшелсә менән тәьмин итә.
Урта мәктәпте тамамлағас, Илгиз Рәхим улы Ишембай нефть техникумына уҡырға инә. Унан һуң ситтән тороп Октябрьский нефть институтын тамамлай. Хәрби хеҙмәттә була. Аҙаҡ инде, Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, ул иптәштәре менән аҡса “һуғырға” тип Себер тарафтарына юллана. “Ҙур аҡса түләһәләр ҙә, ниңәлер ул яҡтар үҙенә ылыҡтырманы, күңелем һәр саҡ Башҡортостанда ине. Атай-әсәйем менән кәңәш­ләшкәндән һуң тыуған яҡтарға кире ҡайтырға булдым, һис кенә лә үкенмәйем”, — ти фермер.
Илгиз Кәримов, ата-әсәһе тыуып үҫкән ике нигеҙ участкаһын рәсмиләштереп, тәүҙә 3,5 сутый ерҙә бер нисә теплица төҙөп ултырта, уны газ менән йылытыуға күсерә. Теплицалар йәшелсә үҫтереүгә яраҡ­лаштырылып, заманса ҡорамалдар менән дә йыһазландырыла. Эшкә бөтмөр егет ҡыяр үҫтерергә тотона, яйлап помидор үҫтереү серҙәренә төшөнә. Бөгөн фермер, майҙанды күпкә арттырып, ҡыярҙың “Махитос”, “Мамлюк”, “СВ-4097” кеүек сорттарына өҫтөнлөк бирә. Әйткәндәй, фермер йәшелсә үҫтереүҙә минераль ашламалар ҡулланмай тиерлек. Нигеҙҙә, түтәлдәргә тиреҫ кенә ҡушырға тырыша. Аҙна һайын тиҙәкте әсетеп, һәр төпкә берәр литр иҫәбенән ашлама индерә. Йәшелсә түтәлдәре тамсылап һуғарыу ысулы менән туҡлан­дырыла.
— Күптәр ҡыяр, помидор үҫте­реүҙең ҡыйынлығы юҡ тип иҫәпләй, әммә улар ҙа, бәләкәй балалар кеүек, наҙ һәм тәрбиә талап итә, — ти Илгиз Рәхим улы. — Яҡшы уңыш алам тиһәң, тырышырға, ялҡауланмаҫҡа кәрәк, шул саҡта ғына түтәлдәр һине үҙенең уңышы менән ҡыуандырыр. Йәшелсә үҫтереү, әлбиттә, мәшәҡәтле шөғөл ул.
Бөгөн Илгиз һәм уның туғандары үҫтергән йәшелсәгә халыҡ ара­һында ихтыяж бик ҙур, сифатлы һәм арзан ризыҡты сират тороп һатып алалар, был тәңгәлдә бер ниндәй проблема юҡ икән. Ҡыяр, помидор Салауат ҡалаһына, Стәрлебаш районы ауылдарына күмәртәләп оҙатыла. Үҫтерелгән продукцияны һатыу менән, нигеҙҙә, Илгиздең атаһы Рәхим ағай шөғөлләнә, ул яңы һатып алыусылар табып, улар менән уңайлы килешеүҙәр төҙөй.
Әйткәндәй, хужалыҡта ете кеше эш менән мәшғүл. Фермер килә­сәктә ер майҙандарын арттырып, яңы теплицалар төҙөп, ҙур күләмдә йәшелсә үҫтерергә күҙаллай. Ә бы­ның өсөн уның бөтә мөмкинлектәре бар, техникаһы ла етерлек. “Иң мө­һиме – теләк һәм эшкә дәрт кенә булһын. Халыҡты сифатлы йәшел­сә менән тәьмин итеү өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ”, — ти йәшелсәселәр.


Вернуться назад