Юрист кәңәштәре04.05.2012
Юрист кәңәштәреДуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Олатай ҙа яҡын туған


— “Юрист кәңәштәре” рубрикаһында уҡып белеүебеҙсә, фатирҙы бүләк итеп ҡалдырыу иң уңайлы һәм ҡулай юл. Яҡын туғандар араһында милек бүләк иткәндә һалым түләнмәй тигәнһегеҙ, шуға урынлы һорау тыуҙы: олатай ейәнсәре өсөн кем булып иҫәпләнә? Яҡын туғанмы, әллә алыҫмы? Олатаһы фатирын бүләк итһә, һалым түләү кәрәкме?
Земфира, Күгәрсен районы.


— Рәсәй Һалым кодексының 217-се статьяһының 18.1 бүлегенә ярашлы, бүләк итеүсе һәм бүләкте алыусы ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар булған осраҡта, килемгә һалым һалынмай. Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса, ирле-ҡатынлы, ата-әсә һәм балалар, шул иҫәптән уллыҡҡа алыусы һәм алыныусылар, олатай-өләсәй һәм ейәндәр, тулы һәм тулы булмаған туғандар (бер ата йәки бер әсә балалары), ағалы-һеңлеләр яҡын туғандар булып иҫәпләнә. Тимәк, олатаһы ейәнсәренә яҡын туған һәм милек бүләк иткәндә һалым алынмай.

Техник тикшереү үтергәме, юҡмы?

— Автомобилде техник тикшереү талонының срогы быйыл яҙ бөтә, ә ОСАГО полисы ноябргә тиклем ғәмәлдә. Ишетеүемсә, хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре полисты ғына тикшерәсәк. Тимәк, техник тикшереүһеҙ көҙгә тиклем йөрөй аламмы? Ә ОСАГО буйынса страховка осрағы килеп тыуһа, ауырлыҡ булмаҫмы икән?
Марат, Благовещен ҡалаһы.


— Һеҙҙең һорауығыҙ хәҙер күп автоһәүәҫкәрҙәрҙе борсой һәм иң бәхәслеләрҙең береһе. Сәбәбе: 2012 йылдың ғинуарынан техник тикшереү тураһында федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде.
Шулай итеп, “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында” Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, транспорт сараһы водителе үҙе менән дәүләт техник тикшереүе үтеүен дәлилләүсе талон йөрөтөргә һәм полиция хеҙмәткәре һорағас та уны күрһәтергә бурыслы. Шулай уҡ талонды алғы тәҙрәнең аҫҡы уң яғына ҡыҫтырып ҡуйырға тейеш. 2011 йылдың 1 июленән ғәмәлдә булған “Техник тикшереү тураһында” Законда яҙылғанса: “Техник тикшереү талонының срогы — бирелгән көндән алып ғәмәлдән сыҡҡан көнгәсә. Шул көндән дә һуңламай яңынан тикшереү үтеү мотлаҡ”. Тимәк, һеҙҙең осраҡта, әгәр талондың срогы 2012 йылдан һуң бөтә икән, техник тикшереүҙе талонда күрһәтелгән ваҡыт тамамланғас үтергә кәрәк (ә талондың срогы 2011 йылда тамамланғандар өсөн был тәртип икенсерәк ине).
Шул уҡ ваҡытта “Техник тикшереү тураһында” 170-се Федераль закон (2011 йылдың 1 июленән ғәмәлдә), Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 12.1-се статьяһындағы икенсе бүлеккә үҙгәреш индереп, техник тикшереү үтмәгән автомобилгә идара итеүсе водителдәрҙе яуаплылыҡтан азат итә. Бында такси, автобус, йөк машинаһы һәм башҡа махсус техника йөрөткән водителдәр генә инмәй. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, ЮХХДИ хеҙмәткәре һеҙҙе техник тикшереү үтмәгән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырырға тейеш түгел.
ОСАГО буйынса страховка осрағы килеп сығыу ихтималлығына бәйле һорауығыҙ ҙа көнүҙәк. Страховка компанияһының юл-транспорт осрағында ғәйепләнеүсенән ҡаза өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтарып алыуы мөмкин, тигән фекер йәшәй. Был хаҡтағы положение, ысынлап та, “Транспорт сараһы хужаһының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау тураһындағы” Федераль законға индерелгән. Әммә был үҙгәреш бары тик еңел такси, кеше ташыу өсөн тәғәйенләнгән автобус йәки йөк машинаһы водителдәренә генә ҡағыла. Шулай итеп, техник тикшереү талоны срогы 2012 йылда һәм унан һуңыраҡ тамамланһа, формаль рәүештә ул булырға тейеш булһа ла, ғәмәлдә һеҙҙе талондың булмауы өсөн бер ниндәй ҙә яуаплылыҡҡа тарттыра алмаясаҡтар.


Вернуться назад