Донъя ауырлығы уға сүп кенә03.12.2011
Донъя ауырлығы уға сүп кенәТормош ҡанунымы был, әллә әҙәм балаһы шулай яратылғанмы, ниндәй кеше менән йәнәш йәшәйһең, эшләйһең — уның барлығын да тоймайһың, хатта исемләп белмәйһең дә. Ә ҡайһы кеше менән бер нисә минутҡа осрашһаң да, күңелдә тәрән эҙ ҡала.
Гөлфая апай менән Бишауыл-Уңғар ауылының мәҙәниәт йортонда таныштыҡ. Беҙ, журналистар, яҙыусылар, осрашыу үткәрҙек. Үҙ сиратында урындағы һәүәҫкәрҙәр концерт менән сығыш яһаны. Халыҡ инструменттары фольклор ансамблен айырыуса алҡышҡа күмде залдағылар.
Ҡумыҙ сиртеүселәрҙең береһе Гөлфая Сәғәҙиева ине. Их, был мөләйем апайҙың сәнғәткә ғашиҡ булыуын, күңелендә шиғыр юлдары урғылыуын ғына яҙырға ине лә бит. Тик булмышының бар асылын да биреп бөтөү мөмкин түгел.
Тәү ҡарашҡа башҡа тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмаған һымаҡ: атай йорто, әсә ҡосағы, тыуған ауыл, мәктәп, оло юлға — ҡалаға тартылыу, сауҙа техникумын тамамлау, яратҡан һөнәре буйынса эш башлау... Шулай ҙа тормош һин уйлағанса ғына бармай, ҡырҡа боролоштар ҙа яһап ҡуя.
— Фатир яғын тиҙерәк хәл итеп булмаҫмы тип, Стәрлетамаҡтағы “Сода” заводына эшкә индем. Ирем дә уңған булды, ике балабыҙ өсөн өҙөлөп тора, — тип һөйләй Гөлфая апай. — Тик...
Шулай эшләп кенә йөрөгәндә цехта авария була. Ул заманда һөйләп йөрөргә рөхсәт ителмәй, гәзиттәргә яҙмайҙар ине бит. Ысынбарлыҡ шул: үлеүселәр, яраланыусылар була. Ә Сәғәҙиеваның...
— Ике аяҡты ла киҫтеләр. Ҡаланың 1-се дауаханаһы хирургы Үзбәк Тайыпов мине, “Йәшәйәсәкһең, ҡултыҡ таяғы менән булһа ла йөрөрһөң. Һин ныҡ ҡатын”, тип тынысландырҙы, — Гөлфая апай тынып торҙо ла, йөҙөнә йылмайыу йүгертергә тырышып, былай тине: “Аллаға шөкөр, таяҡтарым юҡ. Таяҡҡа һис таянмаҫҡа үҙемә һүҙ бирҙем...”
Һүҙендә тора Гөлфая апай. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ауырлыҡтарҙы еңергә көс таба. Тәүге мәлдә балаларын ире менән әсәһе Шәмсиямал инәй ҡарай. Протезға баҫып, беренсе аҙымдар яһағанда ла яҡын кешеләре эргәлә була. Ике йыл буйы — дауахана. Яһалма аяҡтарға өйрәнеү, Аллаһы Тәғәләнән сабырлыҡ һорау, үҙендә булған барлыҡ көстө туплап, йәшәргә ынтылыу...
Гөлфая апайға табиптар экологик яҡтан таҙа ҡалаға, ауылға күсергә кәңәш итә. Шуға ла Сәғәҙиевтәр Бәләбәй ҡалаһына юллана.
— Бәләбәйҙә йәшәһәк тә, барыбер ауылға ҡайтырға булдыҡ, — тип һөйләй Гөлфая апай. — Атайым умарта тотто. Әсәйем дә, атайығыҙҙың эшен дауам итегеҙ, тине.
Гөлфая апай умартасылар курсына яҙыла. Үҙе генә түгел, ире менән улы Марс та уҡып, тәжрибә алып сыға. Хужабикә шәфҡәт туташтары курсында ла белем ала.
— Өй шарттарында эшләү өсөн медсестралар әҙерләйҙәр ине, үҙемде лә дауаларға кәрәк булғас, уҡып сыҡтым. Һуңынан, ҡалалағы ҡул оҫталарына йөрөп, бәйләргә, төрлө әйберҙәр яһарға өйрәндем, — ти әңгәмәсем.
Ауылға ҡайтҡас, алған бар һөнәре лә кәрәк була. Бындай кешеләр тураһында, китапса әйтһәк, әүҙем тормош алып бара, тиҙәр. Өй эштәре менән генә мәшғүл булмай ул, кистәрен фольклор ансамбленә лә йөрөргә ваҡыт таба, районда үткән шиғыр конкурстарында ҡатнаша, мәҙәниәт йортонда ҡыҙҙарға сигеү, төрлө әйберҙәр яһау серҙәрен өйрәтә.
Быуатлыҡ ғүмер йәшә, әммә шунса белем, һөнәр ал, тигән әйтем бар. Гөлфая апай кеүектәрҙе күҙ уңында тотоп әйтелгәндер был һүҙҙәр. Ҡыҙы Венера Ҡырмыҫҡалыла асылған юристар әҙерләү бүлегенә уҡырға ингәс, уны район үҙәгенә Бишауыл-Уңғарҙан машинала йөрөтөргә кәрәк була. Быға тиклем шофер танытмаһын алған әсә был бурысты ла үҙ елкәһенә йөкмәй. Шул саҡ, бәй, үҙемә лә ҡанундарҙы белеү зарар итмәҫ тип, Гөлфая апай ҙа уҡырға инә. Шулай итеп, әсә менән ҡыҙ бергә белем ала.
Алда телгә алып үткәнсә, Гөлфая апай һис кенә лә ҡул ҡаушырып, өй эштәре менән генә мәшғүл булып ултырмай.
— Өфөлә инвалидтар араһында өс саҡрымға йүгереү буйынса ярышта ҡатнаштым, — тип һөйләй ул. — Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт, беҙгә даими ярҙам итә. Йәйен Мәләүез районында — Нөгөш буйында өс көнлөк ялда булдыҡ. Унда ла төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым. Ҡул һуғышы буйынса 54 райондан килгән кешеләр араһында өсөнсө урынды алдым...
— Ҡул һуғышы-ы?
— Эйе. Беҙҙең бит таҙа-һау кешеләрҙеке һымаҡ түгел. Һәр ярыштың еңеләйтелгән шарттары бар. Тәүҙә тренер улар менән таныштыра, күнекмәләр үткәрә. Һуңынан ғына ярыштар була, — ти Гөлфая апай.
Күп хыялдар менән йәшәй күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән гүзәл зат вәкиле. Уңайһыҙыраҡ булһа ла, күңелдә тулышҡан һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым.
— Һис сер түгел, ҡырағай баҙар шарттарына күскән заманда таҙа-һау ир-аттан да, емертеп эшләрлек ҡатын-ҡыҙҙан да: “Эш юҡ, донъя ауыр”, — тигән һүҙҙәр ишетәһең. Һеҙҙән әле һис зарланыу һүҙе сыҡманы.
— Зарланыу — ялҡауҙар эше. Тик береһе лә һиңә килтереп бирмәйәсәген, балаларыңды ҡарамаясағын аңларға кәрәк. Нисек инде аяҡ-ҡулың теүәл булып та зарланырға мөмкин — аңламайым.
Гөлфая апай алдағы көндәргә ышаныс, өмөт менән йәшәй. Киләсәктә Ислам институтына уҡырға инергә йыйына. Үҙенә ауыр саҡта сабырлыҡ, түҙемлек биргән Аллаһы Тәғәләнән башҡаларға ла бары тик изге теләктәр теләй.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад