40 йәшлек яндырған, дүрт йәшлек ҡотҡарған03.07.2018
40 йәшлек яндырған, дүрт йәшлек ҡотҡарғанЙәйге селлә башланыу менән янғын сығыу осраҡтары ла бермә-бер арта төштө. “Өфөнөң Дим районында дүрт йәшлек малай, бер йортто ут ялмағанын күреп, атаһына хәбәр иткән һәм тегеһе янғын һүндереүселәрҙе саҡырған...”, “Сипайлово биҫтәһендәге сәскә һатыу павильоны бөтөнләй тиерлек янып бөткән...”, “Республика баш ҡалаһының Карл Маркс урамында архитектура ҡомартҡыһы яна...” Ошондай хәбәрҙәр киң мәғлүмәт сараларында бик йыш күренә хәҙер.

Былтыр Рәсәйҙә 132 меңдән ашыу янғын осрағы булған, уларҙа ете меңдән ашыу кеше һәләк булған һәм туғыҙ меңдән артығырағы тән йәрәхәте алған. Күрелгән зыян 14 миллиард һумдан күберәк! Башҡортостанда бындай бәлә-ҡаза осраҡтары дүрт меңдән ашыу теркәлгән, был алдағы йыл менән сағыштырғанда саҡ ҡына аҙыраҡ.
Республика етәксеһенең күрһәтмәһе буйынса, хәҙер барлыҡ хәүефле урындарҙа янғын тураһында хәбәр иткән приборҙар ҡуялар. Улар тәүге сиратта күп балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарҙа урынлаштырыла. Былтыр ғына ла дүрт меңдән ашыу прибор ҡуйылғайны, шуларҙың ике меңе – Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә, ҡалғаны райондарҙың үҙ аҡсаһына һәм бағыусылар ярҙамы менән һатып алынған.
Был эш әле лә дауам итә. Ҡоролма (автономиялы йәки сым буйлап хәбәр иткән) температура ныҡ күтәрелгәндә йәки төтөн еҫен “һиҙгәндә” сигнал бирә башлай. Хәҙер ҡалала яңы төҙөлгән күп ҡатлы торлаҡ йорттарҙа улар мотлаҡ ҡуйыла. Элегерәк һәр ауылда тиерлек янғын каланчаһы була торғайны. Хәҙер был эш, тимәк, приборҙарға тапшырыла, ләкин һәр кемдең уларҙы үҙ йортона урынлаштырыуын йыш күрергә тура килмәй. Шуға күрә янғында һәләк булған кескәйҙәрҙең 85 проценты самаһы ауыл еренә тура килеүе лә осраҡлы түгелдер.
Янғын сығыу хәүефе тәүлек әйләнәһенә һаҡлана. Бында һауа торошо ниндәй булыуы мөһим түгел. Беҙҙең яуаплылыҡҡа бәйле ул. Район һәм ҡалаларҙа, мәҫәлән, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләр бар. Уларҙы, етәкселек раҫлауына ҡарағанда, әленән-әле тикшереп торалар. Шулай ҙа, йәйге селләме, Яңы йыл байрамындағы күңел асыуҙармы, яҙғы һәм көҙгө миҙгелдә баҡсаларҙа сүп-сар яндырыумы – янғын һүндереүселәргә һәр саҡ уяу булырға тура килә.
Тәбиғи, был осраҡта бөтә йәмәғәтсе­лектең ярҙам итеү зарурлығы ла алғы планға сыға, сөнки килеп тыуған бәлә башҡаларға ла янай бит. Әлеге Дим районындағы дүрт йәшлек малайҙы ғына алып ҡарайыҡ: урамда велосипедта йөрөгән Алёша Гребешков, бер йорттан янғын телдәре сыға башлауын күреп, тиҙ арала атаһына барып әйтә. Саҡырған янғын һүндереүселәр килеп еткәс, сит илдән килгән мигранттар йәшәгән фатирҙың ут эсендә булыуын күрәләр. Ундағы 40-50 йәшлек ирҙәр ҡаушап ҡалған мәлдә, кескәй малай ни эшләргә кәрәк икәнен тиҙ төшөнөп ала. Әйткәндәй, Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы белгестәре Алешаның был йылғырлығын янғынға ҡаршы ҡағиҙәләргә тулыһынса тура килә тип билдәләп, хатта уны бүләкләгән дә. Был сабыйҙың быуыны, үҫеп еткәс, ошондай хәлдәргә ҡарата уяуыраҡ та, белемлерәк тә булыр тип ышанаһы килә.
Көндәр эҫе тороу сәбәпле, әле респуб­ликаның ете районында иң юғары янғын хәүефе иғлан ителгән: Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Йылайыр, Көйөргәҙе, Туймазы, Федоровкала. Миҙгел башынан Баш­ҡортостанда 98 урман янғыны теркәлгән. Былтыр был мәлгә 25 осраҡ ҡына булған.



Вернуться назад